Икмәкте ашарға йәлләнем...14.03.2014
Һуғыш йылдарында һәм уның һөҙөмтәһендә ыҙалыҡтар күргән яугирҙәр генә түгел, уларҙың балалары ла яҡты донъяны ташлап китә башланы.

Ул хәтәр йылдарҙың касафатын татыған хәҙерге ололарҙың күбеһе тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Йәшерәктәр был донъяның ҡуласа икәнен бик аңлап етмәй әлегә. Балаларыбыҙ, рәхәт йәшәү тураһында хыялланып, ялҡау булып үҫә. Ил өҫтөнә ҡайғы-бәлә ябырыла күрмәһен. Аллаһ һаҡлаһын, йәштәребеҙ ауырлыҡҡа күнегә алмаҫ, бөгөлөр, тип ҡурҡам.
Мин үҙем ҡайҙа, ниндәй йомош менән барһам да, эстән уйлап, шөкөр итеп шатланам: һөт әҙер, һыйыр һауылған, икмәк бешерелгән, мунса яғылған, өйөмдә йылы, һыу килтерелгән. Спорт менән шөғөлләнәм тиһәң, парк, бассейндар әҙер тора, динде өйрәнергә ниәтләһәң — мәсеттәр асыҡ. Ауырып киткәндә, табиптар ярҙамға килә. Бындай рәхәтлектәрҙе ата-әсәбеҙ күрмәне. Элек уларҙың Мәүлитте, Ҡөрьән мәжлестәрен ҡасып-боҫоп үткәргәнен иҫкә төшөрһәм, күҙҙән йәш сыға. Беҙҙең өйҙә барған бер Ҡөрьән мәжлесенә хәрбиҙәрҙең килеп инеп, нагандар менән ҡурҡытып ҡыуғаны иҫтә. Эсергә яраһа ла, Ҡөрьән уҡырға яраманы.
Атайым һуғыш башланырҙан алда, дүрт айлыҡ сағымда ғына вафат булған. Башта ауыл халҡы әсәйгә, тол ҡатынға, бик ҙур ярҙам күрһәткән. Ғаиләлә — биш бала. Хафа бөтә кешенең башына килгәс, ярҙам туҡталған. Беҙҙең ғаиләнең хәле үтә мөшкөл булған, сөнки һалдат ҡатындары пособие ала, ә беҙгә бер ни юҡ. Өҫтәүенә һалым менән баҫҡандар. Кемдең һыйыры быҙаулаған, һарығы бәрәсләгән — инспекторҙар күҙәтеп кенә торған. Иҫемдә, әсәйем туҡтауһыҙ түләүҙәрҙән аптырап бөткәс, бер тапҡыр бәрәсте йәшереп маташты. Барыбер таптылар. Еләк йыйырға, баҫыуға башаҡҡа барһаң да, баҫыу һаҡсылары ҡурҡытып ҡыуа, ҡулыңдағын тартып ала ине. Бер ниндәй ҙә йәшәрлек мөмкинлек булмаған. Әсәйҙең иген келәтенән әрнеп ҡайтҡаны иҫемдә. "Үләнгә ҡушып аш бешерергә бер генә ҡалаҡ булһа ла он бирегеҙ" тип һораған, әммә ҡолаҡ та һалмағандар.
Халыҡ айырыуса һуғыштан һуңғы йылдарҙа ныҡ асыҡты. 1946 йылда ҡаты ҡоролоҡ булғас, 1947 йылдың яҙына бер ҡабым аҙыҡ ҡалмағайны. Һыйырыбыҙ ятып үлде. Аҙ ғына ваҡ картуфты орлоҡҡа тип һаҡланыҡ. Гел генә үлән ашы бешерҙеләр. Ул аш ни өсөндөр тамаҡтан үтмәй торғайны. Бешмәгән үлән ашай инем. Шул йылда әсәйем колхоз һарыҡтарын ҡараны. Мине фермаға алып барып, бәләкәй генә рюмка менән һөт эсерә лә ҡайтарып ебәрә ине. Мин һарыҡтың боттарын тотоп торорға ярҙамлашам, йәнәһе. Ҡыҙыҡ ине ул хәлдәр — һарыҡтарҙы кәртәләнгән бәләкәй генә бүлмәгә (ясле тип атайҙар ине) ябып, тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ һауа торғайны. Бер көнлөк ризығым ошо һарыҡ һөтө булды. Шуға ла иҫән ҡалғанмындыр.
Бик һирәк кенә икмәк киҫәктәре таратылһа, мин уларҙы ашарға йәлләй инем, сөнки ҡабып йотһам, ул юҡ була бит. Юрған араһына йәшереп ҡуям да, төшкә ҡалдырҙым, тигән булам. Ағай-апайҙар табып ашай ҙа ҡуя. Шулай ҙа ҡайғырмайым, киреһенсә, әрәм китмәне бит әле, тип уйлайым. Әле лә аптырайым: һис тә үҙемде ас тоймай инем.
Бер ваҡыт әсәй Стәрленән берәр бөртөк лампаси кәнфиттәрен алып ҡайтып өләште. Бер-ике генә һурғайным, яңылыш йотоп ебәрҙем. Бындай ҙа тәмлекәстең барлығын белгәнем юҡ ине бит. Ныҡ илағаным иҫтә. 15 йәштәр тирәһендә генә манный бутҡаһы тәмен татып ҡараным.
Хәҙерге заманда бер генә аш ваҡытын үткәреп ебәрһәң — һәләкәт. Ураҙа тотмаҫ өсөн ниндәй генә һылтау тапмайбыҙ. Минут һайын тигәндәй, аш бүлмәһенә инеп, тәмле-татлыны ҡапҡылап, "бахыр" ашҡаҙаныбыҙҙы боҙоп бөткәнбеҙ. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә ураҙаны фарыз ҡылған да инде. Аслыҡтың ни икәнен белһен, астың хәлен туҡ аңлаһын өсөндөр, тим.
Күпте күрҙек инде беҙ, һуғыш балалары... "Уф, Алла, арбаһы" тип аталған йырҙы ишеткәнегеҙ бармы? Унда бала-сағыбыҙҙың бер бите сағылдырылған. Видеоклипты беренсе тапҡыр күргәндә, илай-илай тыңланым:
Уф, Алла, арбаһы —
Йөрәгем яраһы.
Соҡорло юлдарҙан
Йыраҡҡа бараһы.
Тормоштоң нужаһы
Тейәлгән арбаны
Тарталыр хыялый
Бер ауыл балаһы.
Мин дә ул "арба"ны Өфөгә уҡырға киткәнсегә саҡлы тарттым. Ваҡ малға ҡышҡа етерлек үлән урып, йүкә япрағын көлтәләп-көлтәләп бәйләп, йөктө бейек итеп тейәп, баҫтырғыс менән тарттырып алып ҡайта инек. Башта әсәйгә ярҙам итеп йөрөнөм, аҙаҡ үҙем ат кеүек "егелеп" ташырға тура килде. Апайҙар бәхет эҙләп таралышып бөттө, ағай дүрт йыл армияла булды. 20 сутый картуф баҡсаһы ла, ҡышҡа утын әҙерләү ҙә минең өҫтә. Дәрес уҡырға ваҡыт юҡ, төнөн лампа янында эшләй инем. Шуға ҡарамаҫтан, яҡшы уҡыным, тырышлыҡ булғандыр инде. VIII класты бөткәс, 16 саҡрымдағы башҡа ауылға уҡырға йөрөнөк. Шәмбе етһә, ҡараңғы төшкәс ҡайтып инәбеҙ, йәкшәмбе кис йәки дүшәмбе иртәнге сәғәт дүрттә сығып китәбеҙ. Шул ваҡыт эсендә әсәйгә аҙналыҡ утын киҫәм, һыу ташыйым, донъя таҙартам. Юлға сабата кейеп, арҡаға бер икмәк, картуф һалып, һуҡмаҡтан теҙелешеп, беҙ, биш-ете бала, ауылдан сығып китәбеҙ. Төрлө хәлдәр булды, юлда туңдыҡ та, бурандарҙа аҙаштыҡ та. Ятаҡтың мөйөштәренә боҙ ҡатҡан, һалҡын. Көрөшкә менән сәй ҡайнатып эсәбеҙ ҙә көпө кейгән килеш ятып йоҡлайбыҙ. Уҡырға ынтылыш шул тиклем көслө ине. Рухыбыҙ ныҡ булған. Беҙҙе дөрөҫ тәрбиәләгәндәр. Әсәйем: "Эштән кеше үлмәй, ҡыйынһынмағыҙ, еңел итеп эшләгеҙ, Аллаһ ярҙам бирә ул, башығыҙға бәлә-ҡаза төшмәһен", — ти торғайны.
Ошо хәтәр дәүерҙәрҙән һуңыраҡ булған талондар системаһын, оҙон сираттарҙы онотмаһаҡ ине. Өҫтәлебеҙҙәге төрлө ризыҡтың тәмен белеп, барына ҡәнәғәт булып йәшәйек.
Хәҙерге тыныс, матур тормошта ла зарланып йөрөгән ололарҙы йыш осратабыҙ. Улар Хөкүмәт аҡсаһын кемдең, күпме урлағанын, хаҡтарҙың туҡтауһыҙ артыуын һөйләп, ғүмерҙәрен заяға үткәрә. Һөйләнеүҙән, зарланыуҙан һөҙөмтә юҡ, иҫәнлегебеҙ генә ҡаҡшай.
Бурҙарҙы, кеше үлтереүселәрҙе йәлләргә кәрәк. Ул әҙәми заттарға һәм харамға өйрәнгән нәҫел-нәсәбенә Аллаһы Тәғәлә үҙенең язаһын бирәсәк. Һәр гонаһ өсөн яуап ҡайтарырға тура килер. Аллаһы Тәғәләнең "компьютеры" бик теүәл эшләй ул.
Әлбиттә, алдынғы илдәргә ҡарағанда, беҙҙең илдә халыҡтың йәшәү кимәле байтаҡҡа түбән. Бөтә Рәсәй тарихын байҡап ҡарағыҙ, ҡасан беҙҙә ал да гөл булған? Шуға күрә үҙебеҙгә тырышып йәшәргә, барын дөрөҫ ҡулланырға, күңелебеҙҙе төшөрмәҫкә, намаҙҙар менән рухыбыҙҙы нығытырға, Аллаһтан балаларыбыҙға рәхим, бәрәкәттәр теләп, доға ҡылып ултырырға ғына ҡала.
Аллаһ Тәғәлә үҙенең китабында: "Миңә доға ҡылығыҙ, мин һеҙгә яуап бирермен", — тигән.



Вернуться назад