Хәлең нисек, мәктәп йәки Салауат рухын кем һаҡлар?12.03.2014
Йыл башында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты мине, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу кимәле менән яҡындан танышыу маҡсатында, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына ебәрҙе. Үҙемдең тыуған яҡтар булғас, халыҡты, уҡытыусыларҙың күбеһен яҡындан белгәс, "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закондың теүәл үтәлеү-үтәлмәүен асыҡлау ауырға төшмәне.

Салауат районы хакимиәтенең мәғариф идаралығында уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары менән танышҡас, белем усаҡтары буйлап сығып киттем. Ҡырҡ градуслыҡ һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, байтаҡ мәктәптә, шулай уҡ башҡорт гимназияһында, 113-сө һөнәрселек училищеһында дәрестәр бара ине. Һәр береһендә балалар, педагогтар, ата-әсәләр менән осраштым. Уҡыу йорттарында Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан Рәсәй һәм республика закондарына ярашлы байтаҡ эш башҡарылған, әлбиттә. Сығарылыш класс уҡыусыларының күбеһе белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә, араларында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын һайлағандар ҙа бар. Район мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел булараҡ — өс, дәүләт теле сифатында ике сәғәтлек программа буйынса уҡытыла. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметтарын иһә аҙнаһына бер тапҡыр уҙғарыу ҡаралған.
Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә (Таймый, Миәшәгәр, Нәсибаш, Лаҡлы, Торналы) башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Мәҫәлән, Торналыла I — VII кластарҙа — өс, ә VIII — XI кластарҙа ике сәғәт индерелгән. Район үҙәгендәге 1-се мәктәптә лә — шул уҡ хәл.
Барлыҡ мәғариф учреждениеларында башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте кабинеттары күркәм йыһазландырылған. Нәсибаш мәктәбендә генә кластағы бушлыҡ аптырауға ҡалдырҙы. Мәктәп директоры етешһеҙлекте бөтөрөргә, ай аҙағына тиклем кабинетты тейешле кимәлдә йыһазландырырға һүҙ биреп ҡалды.
Райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә компьютер кластары бар, уртаса алғанда, алты-ете балаға бер техника тура килә. Кабинеттар интернет селтәренә тоташтырылған, һәр мәғариф учреждениеһының шәхси сайты эшләй. Байтаҡ мәктәптә интерактив таҡта ҡуйылған.
Уҡытыу, әлбиттә, закондар нигеҙендә алып барылырға тейеш, ә инде уның сифаты уҡытыусыларҙың, мәктәп етәкселәренең, мәғариф идаралыҡтарының эшмәкәрлегенә бәйле. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе район кимәлендә хәл итеп булһа ла, күбеһендә республика Хөкүмәтенең, Мәғариф министрлығының ярҙамы талап ителә. Был йәһәттән, минеңсә, Рәсәй һәм республика закондарына үҙгәртеүҙәр, өҫтәмәләр индергәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты менән бергә эшләү отошлораҡ булыр ине. Мәҫәлән, 17 мәктәптә йөрөп сыҡҡас, тағы ла ике мөһим проблемаға тап булдым: беренсенән, белем усаҡтарында йәш уҡытыусылар бик аҙ. Белгестәрҙе ауылдарға эшкә ҡайтарыу буйынса Хөкүмәт программалары бар бит, ни өсөн улар тейешле кимәлдә эшләмәй? Уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын хәл итеүҙән район хакимиәте лә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ҡаҙағстанда, мәҫәлән, йәштәргә ер, төҙөлөш материалдары бушлай бүленә, ҡайһы бер осраҡта әҙер йорт та бирәләр. Башҡортостанда ла шулай эшләп булмаймы ни? Әллә беҙҙә таш, урман юҡмы?
Икенсе мәсьәлә шул: мәғариф тураһындағы яңы законға ярашлы, уҡытыусыларға өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған, ә мәктәп директорҙарына, уларҙың урынбаҫарҙарына — юҡ. Һөҙөмтәлә ябай педагогтар етәкселәрҙән күберәк эш хаҡы ала. Был мәсьәлә, әлбиттә, Салауат районына ғына хас түгел — бөтә ил буйынса шулай. Тимәк, закондарға үҙгәртеүҙәр индерелмәһә, ике-өс йылдан мәктәптәргә етәкселәр табыу ҙа ауырлашасаҡ. Был йәһәттән, минеңсә, республика баҫмаларында "Хәлең нисек, мәктәп?" тигән рубрика асырға кәрәктер: бөгөнгө мәғариф тармағы төрлө тәҡдимгә, кәңәшкә мохтаж.
Ғинуар бик һалҡын булғанғамы икән, Нәсибаш, Ахун, Ишембай, Лаҡлы мәктәптәрендә, башҡорт гимназияһында ни бары 12 — 14 градус йылы ине. Был төбәктә ҡыш айҙарында ҡаты һалҡындар булыуы — ғәҙәти күренеш. Һыуыҡ көндәрҙә мәктәптәрҙә айырыуса йылы булырға тейеш, ә бының өсөн яҙғыһын ҡаҙанлыҡты тәртипкә килтерергә кәрәк. Яңы төҙөлгәндәрендә, газ менән йылытылғандарында хәл яҡшыраҡ. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, бина йылы булғанлыҡтан, Мөрсәлим, Әлкә, Лағыр, Торналы, Мәсетле ауылдары балалары уҡырға килгәйне. Ә бына Лаҡлы һәм Урмансы мәктәптәренең хәле насар, улар утын менән йылытыла. Тәүгеһенең төҙөлөүенә 50 йылдан ашыу ваҡыт уҙған, тәҙрә ҡыҫандары серегән — бындай шарттарҙа бина нисек йылы торһон? Ғөмүмән, был мәктәптәргә капиталь ремонт талап ителә.
Уҡыусыларҙы ташыу өсөн районға былтыр тиҫтәгә яҡын автобус бүленгән. Был аҙ, сөнки, әйтәйек, Мөрсәлим ҡасабаһы ҙур, уға бер генә техника етмәй. Шул уҡ ваҡытта Сүрәкәй, Ҡарағол ауылы балаларын ташыу өсөн бер генә автобус бүленгән. Лағыр мәктәбенә йөрөп белем алған өс ауыл уҡыусылары ла бер техникаға ҡарап тора.
Район үҙәгендәге 1-се мәктәпкә, башҡорт гимназияһына берәр "ГАЗель" бирелһә, яҡшы булыр ине, сөнки һуңғы 20 йыл эсендә район үҙәге ныҡлы үҫеш кисерҙе, балаларға йәйәү йөрөүе алыҫ. Тағы ла шуныһы бар: Мөрсәлим ҡасабаһы халҡының күпселеге һәр көн тимер юл аша сығырға мәжбүр. Тимәк, балаларҙың ғүмере лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыла. Тимер юлы өҫтөнән күпер һалыуҙы һорап, халыҡ республиканың, шулай уҡ Көньяҡ Урал тимер юлының етәкселәренә (улар Силәбе ҡалаһында урынлашҡан) әллә нисәмә ҡат мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә һөҙөмтә юҡ.
Башҡортостан райондарына хас тағы бер мәсьәлә: бирелгән автобустарҙың техник күҙәтеүҙе ҡайҙа үтергә тейешлеге аныҡланмаған. Мәҫәлән, төньяҡ-көнсығышҡа ҡараған биш райондың техникаһы Мәсәғүттә ҡаралһа, дөрөҫ булыр ине. Автобус водителдәренең юлға сығыр алдынан медицина күҙәтеүе үтергә тейешлегенә килгәндә лә, эш тейешле кимәлдә башҡарыла тип әйтеп булмай, сөнки участка дауаханаларында, фельдшер пункттарында ошо хаҡта белдерелгән бер яҙыу ҙа күрмәнем. Торналы, Лағыр, Арҡауылдыҡыларҙан тыш, мәктәп автобустары өсөн йылы гараждар юҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республиканың 2013 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше тураһындағы сығышынан күренеүенсә, былтыр ике миллион квадрат метрҙан ашыу майҙанлыҡ торлаҡ сафҡа индерелгән. Алдағы йылдарҙа был һанды 2,5 миллионға еткереү бурысы ҡуйыла. Шул йәшәү урындарының күпмелер өлөшө ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр өсөн тәғәйенләнһен ине. Юғиһә торлаҡтың күбеһе хәллеләргә йәки Башҡортостанға ситтән килгән байҙарға эләгә. Тиҫтә йылдан ашыу элек "Башҡортостан халыҡтарын үҫтереү", "Башҡорт халҡын үҫтереү" тигән, ике йыл әүәл төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙе күтәреү маҡсатында махсус программалар ҡабул ителде, әммә әлегә алға китеш һиҙелмәй. Салауат районын алғанда ла, уның яртыһына ғына газ үткән, ирҙәрҙең күбеһе Себер яғында эшләй.
Малаяҙҙағы башҡорт гимназияһына айырым туҡталып үтмәксемен. Билдәле булыуынса, республикала бындай уҡыу йорттары уҙған быуаттың 90-сы йылдарында төҙөлә башланы. Малаяҙҙа иһә, милли батырыбыҙҙың тыуған ере булыуға ҡарамаҫтан, гимназия 2002 йылда ғына барлыҡҡа килде. Һуң төҙөлөү сәбәптәренең береһе — шул йылдарҙа район хакимиәте башлыҡтарының йыш алмашыныуы. Уларҙа башҡорт мәктәбенең ҡайғыһы ла булмағандыр.
Гимназияла әле 550 самаһы уҡыусы белем ала. Башҡорттарҙан тыш, урыҫ, татар балалары алынған, шуға күрә параллель кластар эшләй. Уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, мәктәптән һуң күптәр юғары уҡыу йортона инә. Шулай ҙа башҡараһы бурыстар күп әле. Уҡытыусыларға гимназияла булдырылған шарттарҙы ҡулланып, арыу-талыуҙы белмәй эшләү, киләсәктә халҡына хеҙмәт итерлек рухлы быуын тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйыу мөһим — республикабыҙҙа милли гимназиялар тап шул ниәттә асылды. Уҡыу йортонда белем алған башҡа милләт вәкилдәренең күңелендә лә башҡорт милләтенә, телебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү зарур.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты әҙерләгән анкетала 19 пункт ҡаралған. Улар буйынса райондағы башҡа мәсьәләләргә лә күҙ һалырға тура килә. Мәҫәлән, был төбәктә мәҙәниәт йорто булмаған ауылдар бар. Ике меңдән ашыу кеше йәшәгән Мөрсәлим ҡасабаһының клубы ла хан заманынан ҡалған йортта урынлашҡан. Етмәһә, ифрат бәләкәй — 60 ҡына урынлыҡ.
Янғантау хакимиәтенә Илтәй, Комсомол, Сулпан, Мөсәт, Урҙалы ауылдары һәм Янғантау ҡасабаһы инә. Илтәйҙән башҡа береһендә лә клуб та, китапхана ла юҡ. Хатта Янғантау ҡасабаһында (унда бер меңдән ашыу кеше йәшәй) мәктәп менән балалар баҡсаһынан башҡа бер ни ҙә эшләмәй.
Мин барған мәктәптәрҙең күбеһендә бейеү ансамблдәре бар, костюмдар ҙа етерлек, әммә ҡайһы берҙәрендә милли кейем бөтөнләй юҡ. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә генә райондың мәғариф учреждениеларына йөҙләгән ҡурай бүләк иттем, шулай ҙа күп урында милли уйын ҡоралында уйнарға өйрәтмәүҙәренә шаһит булдым. Ҡайһы бер ерҙә булған милли костюмдар ҙа ҡулланылмай. Район үҙәгендә ике балалар баҡсаһы эшләй. 1993 йылда уҡ икеһендә лә башҡорт төркөмдәре бар ине. Әле иһә, үҫеш урынына, киреһенсә, артҡа тәгәрәгәндәр. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы, балалар баҡсалары етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙек. Ата-әсәләр коллектив хат менән мөрәжәғәт иткәс, февраль аҙағына тиклем ике учреждениела ла башҡорт төркөмдәре асырға һүҙ бирҙеләр.
Быйыл милли геройыбыҙҙың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы районда Салауат көндәре үтәсәк. Сараға әҙерлек башланды: мин барғанда район үҙәгенең мәҙәниәт һарайында тантаналы кисә уҙҙы. Унда мәктәп, мәҙәниәт йорттары коллективтары сығыш яһаны. Байрам республикала иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына ла арналды.
Салауат көндәрен үткәреү алдынан башҡараһы эш бихисап. Асфальт юлдар һалдырыу, ауылдарға газ үткәреү, мәҙәниәт һарайҙары төҙөү, ҡайһы бер мәктәптәргә капиталь ремонт яһау, ҡаҙанлыҡтарҙы алмаштырыу, халыҡҡа яңы эш урындарын булдырыу — быларҙың барыһы ла халыҡтың район хакимиәте менән бергә башҡара торған бурыстар. Был йәһәттән, әлбиттә, урындағы ҡоролтай ҙа ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ғөмүмән, Салауат көндәре шаулап-гөрләп үткән байрам ғына булмаһын, ә райондың социаль-иҡтисади үҫешенә лә йоғонто яһаһын ине — милли батырыбыҙҙың рухы ла риза булыр.



Вернуться назад