Instagram социаль селтәрендә фотоларға анализ яһалғандан һуң, Рәсәйҙең иң йылмайыусан халыҡ йәшәгән ҡалалары исемлеге билдәләнде.
Өфө тикшерелгән 65 ҡала араһында 27-се урынды биләй. Авторҙар әйтеүенсә, ҡушымта ҡалалағы иҫтәлекле урындар, төрлө учреждение, ойошмалар тураһында мәғлүмәт йыя. Әммә уның төп үҙенсәлеге — йылмайған кешеләрҙең күплеген асыҡлау. Тап ошо күрһәткес буйынса иң бәхетле ҡалалар билдәләнде. Әйткәндәй, был исемлекте Саранск башлап ебәрә. Икенсе урында — Липецк, өсөнсөлә — Яр Саллы. Мәскәү 63-сө урында бара.