Донъя малы мәңгелек түгел, уның бер килеп, бер китеүе ихтимал. Белем иһә бөтмәй, юйылмай һәм серемәй. Бәхетле, матур йәшәү өсөн дә ғилемле булыу ҡамасауламай. Ошо һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгәндәй, һуңғы йылдарҙа мәғариф тармағына иғтибар бермә-бер артты. Был өлкәлә эшләгәндәргә социаль программалар буйынса торлаҡ бүлеү ҙә әүҙемләште.
Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә Өфөләге Дим районының Баланово ҡасабаһында төҙөлгән йорттан фатир асҡыстары тапшырылды.
Уларҙы кемгә тапшырырға тигән һорау тыуғас, өҫтөнлөк йәш уҡытыусыларға һәм юғары уҡыу йортонда оҙаҡ йылдар эшләгәндәргә бирелгән. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа университетта эшләгән ҡырҡҡа яҡын кеше Өфөләге Свердлов, Ҡариҙел урамдарындағы йорттарҙан фатир алған. Әйткәндәй, уларҙың хаҡы баҙарҙағынан күпкә осһоҙораҡ. Социаль торлаҡтың квадрат метрының хаҡы 40 мең һумға ла етмәй, ә былай ул 80 – 100 мең һумға барып баҫа. Ошондай хаҡҡа фатирға эйә булыу үҙе бәхет түгелме ни?!
Бының менән генә сикләнмәйәсәк университетта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыуаныс-шатлыҡтары. Майҙа тағы һигеҙ кеше фатир алып һөйөнәсәк. Йылға-күлдәр тамсыларҙан хасил булған кеүек, бындай тантаналы мәлдәрҙең кеше тормошон күркәмерәк итеп, хеҙмәттә һәм ижадта яңы үрҙәргә этәрәсәге көн кеүек асыҡ.