Ярҙам итегеҙ әлеЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинында йөрөйөм. Ҡапыл:
– Ярҙам итмәҫһегеҙме, – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, янымда танылған әҙиптең ҡыҙы тора. – Атайым, башҡортса, татарса өсәр китап алып ҡайт әле, тигәйне. Башҡортса ла, татарса ла уҡый белмәйем. Һайлап алып бирегеҙ әле!
Кем аҙашҡан?Ойошма етәксеһе тирәһендә күп уралды ул. Маҡтаны, хупланы. Яйы сыҡҡан һайын:
– Һеҙҙең кеүек кешене күргәнебеҙ юҡ ине әле, – тип теле телгә йоҡмай уға дан йырланы, ниндәй матур һүҙҙәр бар – бөтәһен дә уға өйҙө. Әлбиттә, бының өсөн етәксе әҙипте өлөшһөҙ ҡалдырманы: премияһын да, бүләген дә йыш алып торҙо.
Тормошта бер нәмә лә мәңгелек түгел. Көндәрҙең береһендә етәксене хаҡлы ялға оҙатып, икенсеһен ҡуйыуға, әҙип тағы ла һайрарға тотондо.
– Беҙ аҙашып йөрөгәнбеҙ, ҡиблаларыбыҙ буталған, ниһайәт, дөрөҫ юлыбыҙҙы таптыҡ...
И. ХАҠОВ.