Кеше ғүмере ифрат тиҙ үтә. Бөгөн яҡын дуҫыма – Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Сәлихйән Исмәғилевкә 75 йәш тула.
Ул минең кеүек педагогия училищеһын тамамлаған, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған. Артабан, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, юғары белем алыу теләге уны Өфөләге нефть институтына алып килгән. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң ошонда эшкә ҡалған.
Бөгөн дә Сәлихйән Әбделғәни улы ошо университетта студенттарға белем бирә. «Тормошомда балалар менән эшләү ҙур урын алды: тәүҙә үҙебеҙҙең райондағы Әбделкәрим ауылында, аҙаҡ инде юғары уҡыу йортонда тәжрибә тупланым. Әле лә студенттарға белем бирәм һәм уларҙы һәр яҡлап тәрбиәләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, студенттар уҡытыуға 40 йыл ғүмеремде арнаным, тормошомдо уларһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым», – ти ғалим.
Сәлихйән Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында оҫталығы менән дан ҡаҙанған тимерсе ғаиләһендә тыуа. Бәләкәй сағынан йыш ҡына әсәһе менән баҙарға йөрөй, шунда сауҙа итеүсе төрлө милләт кешеләре менән аралаша. Баҙар тормошо йәш малайҙы һәр яҡлап һынай, уның үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Шуға ла Сәлихйән мәктәптә еңел уҡый. Училищеға ла инеүе ауыр булмай. Үкенескә ҡаршы, ике йылдан Темәс училищеһын ябалар, ҡалған ике курсты егет Белоретта тамамлай. Ҡайҙа ғына уҡымаһын, белем алыу өсөн бар көсөн һала. Тырышлыҡ иһә һәр саҡ яҡшы һөҙөмтә бирә. Нефть институтының тау-нефть факультетын да уңышлы тамамлай. Шуға ла йәш, өмөтлө белгесте бында эшкә ҡалдыралар. Ошонда уҡ ул аспирантураға инә, Мәскәүҙәге И. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Шул уҡ ваҡытта ғаилә ҡора. Ҡыҙы Гөлнара һәм улы Айҙар донъяға килә. Йәшәү шарттары еңелдән булмай: ятаҡтың ҡыҫынҡы ғына бүлмәһендә көн итәләр. Ләкин Сәлихйән ауырлыҡтарға бирешмәй. Ҡатынына һәр яҡлап ярҙам итә, балаларын да ҡарай. Хәстәрләүе, тырышыуы арҡаһында фатир ҙа ала.
Үрҙә әйтеп китеүемсә, дуҫым – үтә тырыш һәм бик тәртипле кеше. Ул милләте буйынса татар, әсә теле менән ғорурлана, уға тап төшөрмәй. Аптырамалы хәл: шул уҡ ваҡытта ул башҡорт телен дә һәйбәт өйрәнгән, беҙҙең халыҡ мәҡәлдәрен, әйтемдәрен бик яҡшы белә. Сәлихйәнде ике башҡорт уртаһына ҡуйып, был йүнәлештә һорау бирә башлаһаң, тегеләр еңеләсәк. Ул башҡорт эпостарын да яратып уҡый, уның китап кәштәһендә иң тәүҙә башҡорт баҫмалары күҙгә салына.
Сәлихйән татар менән башҡорттоң мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарын һәр саҡ ихлас шатланып ҡабул итә. Бынан ике йыл элек «Китап» нәшриәте Рәми Ғариповҡа арналған бик матур баҫма сығарғайны. Был китап магазин кәштәһенә ятып та өлгөрмәне, Сәлихйәндең өҫтәлендә пәйҙә булды. Дуҫтарыма бүләк итәм, тип тиҫтәләп алған икән. «Рәми Ғарипов кеүек шағир донъяла юҡ», – тип, китаптан бер нисә шиғырҙы ятлап та ебәрҙе.
Дуҫымдың эшендә лә, тормошонда ла төп терәк, таянысы – һөйөклө ҡатыны Мадлен Әнүәр ҡыҙы. Уларҙың баҡсаһында йәйге осорҙа эш ҡайнай, сөнки бөтәһе лә тырыш. 75 йәше тулһа ла, Сәлихйән әле ир аҫылы булып ҡала. Эҙләнә, фән, мәғариф һәм туған халҡы өсөн янып йәшәй.
Уның менән педучилищела бер төркөмдә уҡыуым, унан килеп бөгөнгө тиклем тығыҙ бәйләнештә, дуҫ йәшәүем миңә уның тураһында шундай һүҙҙәрҙе әйтергә хоҡуҡ бирәлер. Сәлихйән Әбделғәни улының хеҙмәт стажы – 56 йыл. Студенттарға белем биреү менән генә сикләнмәй, фәнни эш тә алып бара. Институтта доцент булып эшләү дәүерендә 160-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт яҙған, шулар иҫәбендә – 26 методик уҡыу әсбабы һәм биш ғилми эш.
Билдәле, заманында уҡытыусылары ныҡлы белем бирмәгән булһа, ул бындай ғалим дәрәжәһенә етә алмаҫ ине. Шуға ла Сәлихйән остаздарын әле лә ғорурланып иҫкә ала. Мәҫәлән, А.И. Спивакты (университет ректоры), Н.Ф. Стриженованы (иҡтисад фәндәре докторы), М.Ғ. Әҙеһәмовты (математик), Ю.М. Малышевты (иҡтисад фәндәре докторы), Ф.Е. Тищенконы (кафедра мөдире). Уның үҙен дә студенттары, хеҙмәттәштәре сикһеҙ ихтирам итә. Оҙон ғүмерле һәм бәхетле бул, дуҫым!
Мирза МУЛЛАҒОЛОВ,
Р. Кузеев
исемендәге премияның
беренсе лауреаты, этнограф.