Ҡапыл йөрәк сәнсеп ҡуйҙы. Бер аҙҙан тағы, тағы. Нишләргә? Бәй, класташым Минетдин кардиолог та баһа. Осрашҡан һайын, кил үҙемә, йөрәк шаяртмай ул, аҙна-ун көн дауаланып сығырһың, тип өгөтләй бит. Телефон һандарын йыя һалдым.
— Айырым палата әҙерлә, дуҫ, һиңә дауаланырға киләм!
Тик Минетдин кикеректе тиҙ шиңдерҙе. Баҡһаң, хәҙер кардиология үҙәгенә эләгеү еңел түгел икән. Йә инфаркт үткәрергә, һис юғында табип ҡабул иткән саҡта йөрәгеңде тотоп йығылырға тейешһең. Бер ҙә булмаһа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан йәки баш табиптан, дауаханаға һалығыҙ, тип шылтыраттырырға кәрәк.
— Баш врачҡа үҙем керермен, — тип һүнгән өмөттө ҡабаттан терелтте Минетдин. — Тик һин миңә лә бер изгелек эшлә инде. Малай быйыл мәктәпте бөтә, нефтсе булырға уйы. Шуға шәп репетитор кәрәк.
— Күршем нефть университеты профессоры бит, бөгөн үк һөйләшәм, — тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем, мәсьәләнең еңел генә хәл ителеүенә ҡыуанып.
Профессор өмөттө аҡланы. Иң осһоҙ хаҡҡа уҡыусынан студент яһарға ризалашты. Бер юлы үҙ ҡайғыһын да һөйләп алды. Сит илдәге дуҫы, бөтә донъяға танылған ғалим, ҡунаҡҡа килергә тейеш икән. Тик уға айыу тиреһе вәғәҙә иткән дә уныһын таба алмай ҡаңғыра, имеш.
— Һис тә борсолма, — тип тынысландырам күршене. — Бажам — атаҡлы һунарсы, берәй нәмә уйлап табыр.
Баш ҡаланан дүрт йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы районда йәшәгән бажам ихлас кеше ул, ҡосаҡлап ҡаршыланы. Мин тейәп килтергән күстәнәстәрҙе ауыҙ иткәс, телдәр асылғас, етәкселәрҙе, ҡатындарҙы, бөгөнгө тормошто һүгеп туйғас, төп мәсьәләгә күстек.
— Табам мин һиңә айыу тиреһен, осһоҙ хаҡҡа ғына, — тип һөйөнсөләне бажа. — Әхмәҙулла бабай заманында ун бишләп тайыш табанды алған, бергә барып һөйләшербеҙ. Һин дә миңә бер изгелек эшлә инде. Мылтыҡҡа рөхсәт ҡағыҙы йүнләп бирһәң, милиционерҙар алып киткән ике мылтыҡты ҡайтарышһаң, машинаға техосмотр үткәртеп бирһәң шәп булыр ине.
— Аҡса кәрәккәнгә генә һатам тирене, алығыҙ, изгелеген күрегеҙ, — тип ҡыуандырҙы түшәгендә ауырып ятҡан Әхмәҙулла бабай. — Тик, уландар, йөрәк шаяра бит әле, балнисҡа ғына урынлаштырһағыҙ ине мине.
— Булыр, — тим, ҡыуанып. — Класташым шәп кардиолог, һеҙҙе һә тигәнсе аяҡҡа баҫтырыр.
...Ҡапыл йөрәк сәнсеп ҡуйҙы. Бер аҙҙан тағы, тағы. Мәтрүшкәләп, баллап сәй эсәйем дә ятып торайым. Иң шәп дауа шул булыр.
Марат ӘМИНЕВ.