Табиптар көслө бында12.03.2014
Ноябрь айында бик ҡаты ауырып, район дауаханаһына эләктем. Мин инде артабан йәшәүемә өмөттө лә өҙә яҙғайным, ләкин бөгөнгө медицина көслөрәк булып сыҡты.

Ҡырмыҫҡалы районы дауаханаһының табиптары тырышлығы арҡаһында ҡабаттан аяҡҡа баҫтым. Бигерәк тә неврология бүлексәһе мөдире Д. Ғәлиева, шәфҡәт туташтары А. Хисамова, Р. Шәмсетдинова, С. Сенина, А. Низаметдинова, Р. Мөғлетдинова, санитарҙар Р. Сәйғәфәрова, Л. Лямина, З. Фәтҡуллина, Г. Ғәйнуллина, А. Моратова миңә ихлас ярҙам күрһәтте. Уларға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм һәм киләсәктә эштәрендә ҙур уңыштар, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.


Вернуться назад