Түңгәүер ырыуынан булһам да...12.03.2014
(Б. Аҡманов, "Ейәнсурамы әллә Йәнсурамы?", 2014 йыл, 24 ғинуар)
Мәҡәләне уҡығас, башҡорт халҡының данлы һәм шанлы үткәне, донъя халыҡтары араһында тотҡан урыны хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе табып, әлеге көнгә еткергән шәхес, яҙыусы Йыһат Солтановтың тыуған районының тарихи атамаһын тергеҙеү, ысынбарлыҡты даулау кәрәклеге хаҡында һөйләгәндәре иҫкә төштө.

Минеңсә, "Ейәнсура"ны мотлаҡ үҙгәртергә кәрәк. Урыҫсаға тәржемә иткәс, район "Янсуринский" (Янчуринский түгел) тип аталһа, ҡайһы берәүҙәрҙең теле һынмаҫ, моғайын. Исемде үҙгәртеүҙе, бәлки, халыҡ фекерен туплау юлы менән законлаштырып булалыр. Матди сығымдарҙы ла өҫтөбөҙгә алыр инек. Түңгәүер ырыуы вәкиле булһам да, мин дә был эшкә ихлас ҡушылырға ризамын.


Вернуться назад