Светлана Самарина Башҡортостанға Себер яҡтарынан килен булып төшкән. Йүнәлтмә буйынса эшкә килгән сибәр ҡыҙға кем генә ғашиҡ булманы икән ул саҡта?! Әммә килен кеше сибәр генә түгел, уңған да булып сыға.
Светлана Михайловна оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләй. Калинин исемендәге агросәнәғәт комплексында ғына ла ул туғыҙ йыл һыйыр һауа. Һәр ваҡыт алдынғы була. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса ла Светлана районда иң күп һөт һауыусы.
Әлбиттә, был тиклем уңышҡа өлгәшеү өсөн уға “әхирәттәре” ярҙам итә. Бөгөн уларҙың һаны – 35. Исемдәрен дә еңгә үҙе ҡушҡан: Бөйрәкәй, Таңһылыу, Золушка… Иң мөһиме – һауынсы һәүкәшкәйҙәрен яратып туймай. Мал йәнле кешегә бындай сифат хас шул.
– Ауыр саҡта ла уларға күңелемде бушатам (әммә асыуымды сығарыу түгел был), шатлығымды ла һәүкәшкәйҙәрем менән бүлешәм, – ти Светлана ханым. – Шулай берҙәм булып, һөт тапшырабыҙ ҙа халыҡты аҙыҡлы итәбеҙ.
Әлбиттә, бөгөн хужалыҡтарҙа биҙрәләр зыңғырҙатып һауынға сығып китеүҙәрҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Барыһын да тиерлек машина башҡара. Әммә малға ҡағылыу, уларҙы яратыу – мотлаҡ шарт.
– Алмаш быуын – йәш килендәр – арабыҙҙа бөтөнләй юҡ, шуға хафаланам. Барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған һымаҡ, эш хаҡы юғары, торлаҡ бар, хужалыҡ, район етәкселеге ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, әммә йәштәрҙе “көндөҙ шәм менән дә эҙләп” табырмын тимә. Ҡара эштән ҡурҡалар шул улар, – тип әсенә һүҙ араһында Светлана Михайловна.
Һандар телендә: Стәрлетамаҡ районында 29 мең баш самаһы һыйыр малы, 50 мең сусҡа һәм 1 515 ат бар.
2013 йыл йомғаҡтары буйынса районда 12 мең тонна ит, 38 мең тонна һөт етештерелгән: бер һыйырҙан уртаса 5 300 килограмм һөт һауылған. 100-ҙән күберәк һауынсы (һәр ҡайһыһы) 5 мең килограмдан ашыу һөт тапшырған. Ҡайһы бер уңғандарҙың күрһәткесе (50 самаһы кеше) 6-7 меңдән дә юғарыраҡ.
Күптән түгел районда алдынғы малсылар слеты үтте. Һәр ҡатнашыусыға район хакимиәтенең почет грамотаһы, аҡсалата һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.