Бөтә нәмә уға мул бирелгән...11.03.2014
Бөтә нәмә уға мул бирелгән...
Бәхет һарайын күргәнегеҙ бармы?! Ул ябай йорттан бер нимәһе менән дә айырылмаған кеүек – шундай уҡ нигеҙе, ҡыйығы бар... Тик унда ошо ябайлыҡты бөйөк итә белеүселәр йәшәй, уларҙың йән тыныслығы, күңел көрлөгө, ихласлығы, эшһөйәрлеге бар донъяны бер бөтөн итә, матурлыҡҡа сорнай, күккә күтәрә. Ошо бәхет йортоноң серле асҡысын, үкенескә ҡаршы, ҡулына алғас та юғалтҡандар бар... Ә бына уны ҡәҙерләп һаҡлай белгәндәр рухи тигеҙлекте табып йәшәргә өйрәнгән.
Артабан бәйән итәсәк геройым йондоҙҙарға табынып, Йыһан киңлегенән күҙен алмаһа ла, булмышы менән — Ер ҡыҙы. Уның яҙмышын, эштәрен, күңел торошон сайпылтмайса ғына еткерә алһам, мин һеҙҙе лә, гәзит уҡыусыларым, бәхетле итермен кеүек. Абруйлы шәхес, билдәле ғалим булыуы менән бер рәттән, ул — рухлы, нескә күңелле, зауыҡлы ҡатын-ҡыҙ, яҡындары өсөн өҙөлөп торған һеңле һәм апай, балаларына иғтибарлы әсәй, ейәндәренә наҙлы өләсәй, дуҫтарына таяныс, иренә һөйөклө ҡатын да. Һүҙ — Стәрлетамаҡ педагогия академияһы профессоры, педагогия фәндәре докторы Вилә Искәндәр ҡыҙы БАЙМЫРҘИНА хаҡында.


Табип булырға хыяллана


Вилә Искәндәр ҡыҙы Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) уҡығанда уҡ үҙенең эшһөйәрлеге, сослоғо, әүҙемлеге менән айырылып торған. IХ-Х кластарҙа бер түгел, һигеҙ түңәрәккә йөрөгән. Киләсәктә табип һөнәрен һайлау теләге менән янған ҡыҙ ошо йүнәлештәге барлыҡ фәндәрҙе өҫтәмә рәүештә үҙләштергән, улар араһында бейеү, хор түңәрәктәрендә лә шөғөлләнгән. Айырыуса уны бейеү әсир иткән. Сығарылыш кисәһендә генә туғыҙ тапҡыр сығыш яһаған! Мәктәптән һуң данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә саҡырыуҙарын, тик әсәһенең фатихаһы булмағас, кире ҡағыуын Вилә апай, яҙмыш ҡушыуы булғандыр, тип кенә ҡуя.
Мәктәп тупһаһынан тәрбиәләнгән ошо әүҙемлеге, яуаплылыҡ тойғоһо Вилә Искәндәр ҡыҙына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итә лә инде.
Х класты тамамлағас, Вилә документтарын Өфө медицина институты ҡарамағындағы техникумдың стоматология бүлегенә тапшыра. Тик кире уйлап, ауылына ҡайтып китә. Бәләкәйҙән үк, әсәһе һәм апайҙарына эйәреп, бер эштән дә ҡалмаған ҡыҙ нисек инде уттай ҡыҙыу бесән ваҡытында Өфөлә ятһын, ти! Шулай уйлай Вилә. Әсәһе эшсән, аҡыллы, заманына күрә уҡымышлы кеше була. Ғөмүмән, атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да тоҡомдары — белемле, уҡымышлы кешеләр. Атаһының һүҙҙәре буйынса, нәҫелдәренән туғыҙ быуын уҡытыусылар сыҡҡан. Араларында шулай уҡ күрәҙәселәр, доға ярҙамында дауалаусылар ҙа булған. Вилә апайҙың өләсәһенең ҡустыһы Мәхмүт бабай киләсәкте дөрөҫ күҙаллап ҡына ҡалмаған, ә кешеләрҙең уйын уҡый алған, доғалар, үләндәр менән дауалаған, йондоҙнамә төҙөгән.

Ә ниндәй шәп уҡытыусы сыҡҡан үҙенән!


...Ауылдағы эштәрҙе теүәлләгәс, табип булыу хыялын ситкә ҡуйып, Вилә апаһы янына Стәрлетамаҡҡа килә. Бер йыл балалар баҡсаһында эшләй. Артабан әсәһе менән апаһының тыңлаусан ҡыҙы, һеңлеһе булып өйрәнгән Вилә, уларҙың теләгенә ҡаршы килмәй, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә һәм үҙенең тәғәйенләнешен тап ошонда таба. Теләп һәм тырышып уҡый, мөғәллимлек эшен һайлағанына бер ваҡытта ла үкенмәй.
Күгәрсен районында уҡытыусы булып мәғариф өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт итә ул. Районда ире менән биш йыл эшләгәндән һуң, Хәмит Хәйервара улы Баймырҙинды Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты эргәһендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә тренер-педагог итеп саҡыралар, һәм ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Вилә Искәндәр ҡыҙы ҡала мәктәптәрендә, яҙыусылар ойошмаһында әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң педагогия институтының педагогия кафедраһында уҡытыусы булып эшләй, ситтән тороп уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1996 йылда ғалимды Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары итеп саҡыралар. 1998 йылда Ҡазанда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, профессор дәрәжәһенә эйә була. Башҡортостан уҡытыусылары менән әүҙем эш алып бара. 2002 йылдан алып БДУ-ның педагогика кафедраһында эшләй.
2005 йылда яҙмыш Баймырҙиндарҙы тағы ла Стәрлетамаҡҡа алып килә – ғаилә башлығы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына ректор итеп тәғәйенләнә. Вилә Искәндәр ҡыҙы иһә ошо уҡ академияның тәбиғи фәндәр педагогикаһы факультетының педагогика кафедраһын етәкләй, артабан, педагогика һәм психология институты асылғас, директор вазифаһын башҡара. Әле Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында педагогика һәм психология кафедраһында профессор, шулай уҡ Өфөләге төп уҡыу йортонда ла ошо уҡ дәрәжәлә эшләүен дауам итә.
Вилә Искәндәр ҡыҙының 130-лап ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән монографиялары, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалары донъя күргән. Ул 18 педагогия фәндәре кандидаты әҙерләгән, араларында Новосибирск, Сочи, Мәскәү, Монголия, Ҡытай белгестәре лә бар. Әле Вилә Искәндәр ҡыҙы башлыса магистранттар һәм аспиранттар менән эшләй. Ул — “Вестник Башкирского университета”, “Педагогический журнал Башкортостана”, Санкт-Петербургта сыҡҡан “Российский гуманитарный журнал” кеүек абруйлы баҫмаларҙың мөхәрририәт ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика буйынса диссертация советы ағзаһы.

«Хистәребеҙҙе, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек»


Шулай тип кәңәш бирә Вилә апай беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға.
— Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла һәм ниндәй генә хәлдә лә үҙ асылында ҡалырға тейеш. Тыйнаҡ, әммә урыны менән аҡыллы, хатта уҫал булыу ҙа кәрәк. Шуны ла оноторға ярамай: һүҙҙе әйтер, эште эшләр, нимәнелер талап итеүҙең һәм үҙеңде күрһәтеүҙең урыны һәм ваҡыты була. Ҡатын-ҡыҙҙы мөләйемлек, эскерһеҙ ихласлыҡ биҙәй. Кәрәкмәгән хәрәкәттәр яһау, ҡапыл ғына сәбәпһеҙгә тоҡанып китеү, түҙемһеҙлек һис килешмәй. Коллективта ихтирамлы була белергә кәрәк, шунда ғына үҙеңә ҡарата матур мөғәмәлә талап итә алаһың. Йәнә лә күпте өмөт итеп, аҙынан да тороп ҡалырға ярамай. Беҙҙең халыҡҡа кемгәлер яҡшылыҡ эшләү, кемделер шатландырыу өсөн оҙаҡ уйлау хас. Хистәребеҙҙе, матур һүҙҙәребеҙҙе күп осраҡта йәшереп ҡалдырабыҙ. Ихлас тойғоларҙан оялырға ярамай. Ә ғүмер тигәнең бит тиҙ тәгәрләй, — ти ул.
Вилә ханым үҙе лә һәр нәмәнең самаһын белеп, булғанына шөкөр итеп йәшәй. Тормоштоң гел кире яғын ғына күргән кеше, иң беренсе нәүбәттә, үҙенең күңеле менән килешә алмай, ә маҡсаттағы юғарылыҡҡа күтәрелеү өсөн барлыҡ ғәмәлдәрҙе гармониялы итеп алып барыу мөһим.
Вилә Баймырҙинаны күптәр Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе булараҡ та белә. Был юҫыҡтағы эшен барлап: “Хәҙерге көндә йәмәғәт эшен алып барыуы еңел түгел, әлбиттә. Бағыусылар табыуы ауырлаша, ә беҙгә күптәр нәҡ матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итә”, — тине ул.

Донъяһы ла, күңеле лә түңәрәк


Ғөмүмән, Вилә Искәндәр ҡыҙының өлгөрлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ: бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ, ә үҙ ҡулдары менән ейәндәренә тип һырыған юрғандары, йортто һәм ишек алдын биҙәп ултырған сәскәләре күҙҙең яуын алырлыҡ. Етмәһә, алты тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, бейеү менән шөғөлләнеүен дауам итә. Уның репертуарында башҡорт, грек, молдаван, украин, шәреҡ бейеүҙәре бар. Әлеге көндә һинд классик бейеүенең кучипуди йүнәлешен өйрәнә. Хатта тейешле костюмдарын, биҙәүестәрен алып ҡуйған. Кеше үҙенең уй-хыялдарын ниндәй ҙә булһа ысул менән бойомға ашырырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Шуға күрә, һис тартынып тормай, бейей ҙә, йырлай ҙа, Ҡытай һүрәте төшөрөү сәнғәте – Усинды ла өйрәнгән. Ҡыҫҡаһы, үҙенең күңелен үҙе күреп йәшәгән кешеләрҙең береһе ул. Ғүмер буйы йәшә, ғүмер буйы өйрән тигәндәй, компьютер һәм заман техникаһын ейәндәре ярҙамында үҙләштерә.
Ғалимә әҙәбиәт өлкәһендә лә әүҙем эшләй. “Түңәрәк донъям” тип исемләнгән китабында повесы, хикәйәләре, драма әҫәре, шиғырҙары урын алған. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы — мөнәсәбәте булған Вилә Баймырҙина тыуған төйәге Хәйбулла районының Аҡъюл ауылының үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә лә битараф түгел. Бына хәҙер ун йыл рәттән Хәйбулла районының биш уҡыусыһына үҙ премияһын тапшыра. Төп шарты – бер уҡыусы мотлаҡ Аҡъюлдыҡы булырға тейеш. Тыуған яғының хозурлығына һоҡланып туя алмай, бала сағының һуҡмаҡтарын ниндәйҙер эске йылылыҡ менән иҫкә ала ғалимә. Форсаты сыҡҡан һайын ҡайтып, ауылдан йән тыныслығы, көс һәм йыуаныс алып килеү үҙе бер ғүмергә тиң, ти ул.
Ғөмүмән, Вилә Искәндәр ҡыҙы өсөн иң мөһиме – эшеңдән, тормошоңдан ҡәнәғәтлек табып йәшәй белеү. Бөгөн уның донъяһы ла, күңеле лә түп-түңәрәк. Тик, үҙе әйтмешләй, бәхетте һорап алып ҡына булмай, уны табыу өсөн бар күңелеңде, көсөңдө һалып, ал-ял белмәй эшләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына, бөтәһе лә ауаз булып ҡайтып, Бәхет йорто үҙенең ишектәрен аса...
Бөтә нәмә миңә мул бирелгән:
Ҡыуанысым – диңгеҙ-диңгеҙ,
Ә һөйөүем шундай көслө,
Бер нәмәгә ерҙә тиңһеҙ.
Хәсрәттәрем – даръя-даръя,
Кисеп сығар ҡеүәтем бар.
Күңелемә Йыһан һыя,
Ҡош ҡанаты – хыялым бар...

– тип яҙған Вилә Баймырҙина шиғырҙарының береһендә. Ошо юлдар уның бар асылын сағылдырған кеүек.


Вернуться назад