Һәйкәл буласаҡ11.03.2014
2013 йылдың 27 декабрендә һәм 2014 йылдың 17 ғинуарында“Башҡортостан” гәзитендә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен күтәргән мәҡәләләр баѕылғайны. Был тәҡдимдәр Өфө ҡалаһы хакимиәтендә ҡаралды.

Бөгөн Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл әҙерләү бара. Скульптураның төп идеяһы төрки халыҡтарҙың һәм Көнсығыш илдәренең бай, күп быуатлыҡ тарихына тығыҙ бәйләнгән. Сквер буйлап ситләтеп диуарҙарға бәләкәй архитектура һындары ҡуйыласаҡ тип күҙаллана. Унда төркиәтселек ғилеменең символдары һәм ғалимдарҙың, Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙаштары, коллегаларының портреттары урынлаштырыласаҡ. Ошо уҡ скверҙа арҙаҡлы ғалим-фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың бюсын да ҡуйырға мөмкин.
М.Ә. Буранғоловҡа һәйкәлде Зәки Вәлиди урамындағы 33-сө йорт яны биләмәһендә, Башҡорт дәүләт университетының төп корпусына ҡаршы, уҡыу йорто ятаҡтарының береһе алдында ҡуйырға тигән тәҡдим дә бар.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тейешле ҡарары ҡабул ителеп, әлеге проектты финанслау сығанағы раѕланған осраҡта, Өфө ҡалаһы хакимиәте Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйыу эшен ойошторорға әҙер.
Владимир Дмитрюк,
Өфө ҡалаһы хакимиәте
башлығының беренсе урынбаѕары.


Вернуться назад