“Медиапрофи” журналистар бәйгеһенең быйылға темаһы “Төбәктә алға китеш” тип аталасаҡ. Ошо көндәрҙә конкурстың башланыуына арнап матбуғат конференцияһы үткәрелде.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Дмитрий Шаронов, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов һәм бәйгене үткәреү өсөн яуаплы кешеләр, жюри ағзалары ҡатнашты.
Конкурс, былтыр тәүгә ойошторолһа ла, журналистар араһында ҙур танылыу яуланы – өс йөҙгә яҡын эш ҡабул ителде. Эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү мәсьәләһенә иғтибар артты – төп маҡсатҡа өлгәшелде. Шуға күрә проектты дауам итеүҙе күптәр хупланы. Тема ла республика өсөн мөһим һәм көнүҙәк: конкурста ҡатнашҡан журналистарға быйыл Башҡортостан халҡына яңы заводтар, технологиялар, инновациялар тураһында һөйләргә кәрәк буласаҡ.
– Башҡортостандың үѕеше өсөн мәғлүмәт мөхите булдырыу зарур. Инвестицияларҙың финанс ҡына түгел, ә яңы эшләнмәләр, кеше капиталы икәнлеген дә аңлатырға кәрәк, – тине Борис Мелкоедов.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Дмитрий Шаронов та был башланғысты яҡлауын әйтте һәм теманың уңышлы һайланыуын билдәләне.
– Киң мәғлүмәт саралары йәмғиәт менән власты бәйләп тороусы еп булырға тейеш, – тине ул. – Ҡайһы саҡта халыҡ дәүләттең сәйәси йүнәлештәрен, теге йәки был аҙымдарҙы аңламай китә. Ошо саҡта журналистар ярҙамға килергә, кешеләргә яңы технологияларҙың, заводтарҙың өѕтөнлөклө яҡтарын, файҙаһын аңлатырға тейеш.
Вице-премьер журналистарға асырға кәрәкле бик күп ҡыҙыҡлы тема һәм идеялар тәҡдим итте, улар буйынса әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.
Бәйгегә килгәндә, уның шарттары үҙгәрмәй. Эштәр абруйлы баһамандар тарафынан ҡараласаҡ. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнә. Бүләктәр ҙә элеккесә ҡала: беренсе урын өсөн – 50 мең һум, икенсе, өсөнсө урын яулағандарға иѕтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.