“Беҙҙе ҙур эштәргә илһамландыраһығыҙ”11.03.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 Мартта гүзәл зат вәкилдәрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

“Ошо матур көндәрҙә һеҙгә ҙур ҡәнәғәтлек менән йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ, һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ, ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкән ҙур бурыс һәм яуаплылыҡты билдәләйбеҙ. Һеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҙур эштәргә илһамландыраһығыҙ.
Башҡортостан — көслө, бай һәм уңышлы төбәк. Дөйөм эшебеҙ өсөн ғорурланырлыҡ нигеҙҙәр бик күп, шулай уҡ хәл итергә тейешле мөһим мәсьәләләр ҙә аҙ түгел. Республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙ һәм балалар үҙҙәрен яҡшы тойһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү мәсьәләһен хәл итеүгә күп көс һалабыҙ, заманса перинаталь үҙәктәр, бала табыу йорттары, дауаханалар, мәктәптәр төҙөйбөҙ. Торлаҡ, айырыуса социаль торлаҡ төҙөлөшөн йәнләндерәбеҙ. Ҡала һәм райондарҙың инфраструктураһын яҡшыртабыҙ. Күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай ер участкалары бүләбеҙ. Беҙҙең бурыс — иҡтисади ҡеүәтте арттырыу, ошо нигеҙҙә социаль өлкәне нығытыу, республика халҡының йәшәү кимәлен күтәреү. Тормоштоң төп күрһәткестәре буйынса Башҡортостан илдең иң яҡшы төбәктәре иҫәбендә ҡалһын өсөн артабан да ныҡышмалы эшләйәсәкбеҙ”, — тиелә төбәк башлығының ҡотлауында.


Вернуться назад