“Беҙ – Мәсетле!” йырының тарихы11.03.2014
Күңелемдә бала саҡтан таныш булған дәртле көй яңғырай. Уға ҡушылып әленән-әле “Мәсетле, Мәсетле, беҙҙең йәштәр бәхетле” тип эстән генә йырлап та ҡуям. Ҡасан тыуған һуң был йыр? Кем яҙған, кем беренсе тапҡыр йырлаған икән? Һораштыра торғас, йыр тарихының эҙенә төштөм. Марат Ғафаровтың “Йырыбыҙ онотолмаһын” исемле мәҡәләһе башланғыс булды. Ә күптән таныш, йыш ҡына күрешеп торған Нурый бабай йыр яҙмышына туранан-тура бәйле шәхес булып сыҡты. Үҙенең “Тормош һуҡмағынан атлағанда” исемле иҫтәлектәр китабында ошо хаҡта тасуирлап яҙған. Уның менән ҡабаттан осрашып, борсоған һорауҙарға яуап таба алдым.
Яҡташым, Нурый Мирсәйет улы Мирсаев 1922 йылдың 22 апрелендә хәҙерге Мәсетле районының Абдулла ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу мәктәбендә белем ала һәм Мәсетле районының Ҡорғат ауылында башланғыс кластарҙа уҡыта. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына, бер нисә тапҡыр ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң Мәскәү хәрби заводтарының береһенә эшкә ебәрелә. Армиянан демобилизацияланғас, тыуған ауылына ҡайта, Абдулла ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1947 йылда яңы ойошторолған Александр Матросов исемендәге колхозға рәйес итеп һайлана. 1950—1960 йылдарҙа ул райондың колхоз мәктәбе, район мәҙәниәт йорто директоры, Мәсетле район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй. Шул осорҙа Нурый Мирсәйет улының ныҡышмалылығы менән районда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ойошторола. Төрлө ауылдарҙан йыйылған һәләтле йәштәр берләшеп, дәртләнеп ижад итә. Бөгөн исемдәре республикала ғына түгел, донъяға киң билдәле булған сәнғәт оҫталары Роберт Бәҙретдинов, Роберт Заһретдинов, Рифҡәт Исрафилов, Зилара Әйүпова, Нәзирә Закирова, Мулланур Ниғмәтуллиндар оло сәхнәгә юлды тап Мәсетле район мәҙәниәт йортонан башлаған. Туҡтағыҙ әле, ул йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында һүҙҙе Нурый бабайҙың үҙенә бирәйек.

...Әлбиттә, сәнғәт түңәрәктәренең эше еңелдән булманы. Йәштәрҙе йәлеп итеү, йәш таланттарҙы эҙләү — бер, ә бына уның кәрәклеген аңламаған ҡайһы бер етәкселәрҙең был эшкә теше-тырнағы менән ҡаршы төшөүе – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Ниндәй генә колхоз рәйесе йә иһә совхоз директоры уттай эш өҫтөндә тракторсы, комбайнсы, быҙау, ат ҡараусыны тота һалып ҡына район агитбригадаһына ебәргеһе килһен инде? Юҡ ундай етәксе. Шуға ла райком пленумы булһынмы, райсовет сессияларындамы, былар тоталар ҙа минең кәрәкте бирәләр, тетмәкәйҙе тетәләр. Йәнәһе, мин йәштәрҙе ҡотортам, эштән айырам. Район хужалары иһә, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмая ла миңә күҙ ҡыҫа, “ҡурҡма, Мирсаев, беҙ һине йәберләргә бирмәбеҙ”, тигәндәй була үҙҙәре, ләкин һүҙ алып яҡламайҙар.
Тиҙҙән ҡаршыларҙың ай-вайына ҡарамай, РДК ҡарамағында ижади кәңәшмә төҙөп ебәрҙек. Уға “Комсомолец” колхозы рәйесе Ғилемхан Абрахманов, Республика балалар шифаханаһы директоры Николай Баутин, Йонос ауылы китапханасыһы Мәҙинә Сөләймәнова, киномеханик Нурғәли Әлхәйҙәров, Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Вениамин Сундеевтар инде. Әгәр Николай Баутин, шифахана балаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен сәнғәткә йәлеп итеп, үҙешмәкәр коллектив ойоштороп ебәрһә, Ғилемхан Абрахманов ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһын үҙ ҡанаты аҫтына алды, матди яҡтан ихлас ярҙам күрһәтте һәм иң мөһиме – ауыл мәҙәниәт йортон һалдырҙы. Бәлки, шуғалыр ҙа Дыуан-Мәсетле ауылы йәштәре йырға ла, бейеүгә лә маһир булды, районда үткәрелгән конкурс, олимпиада, фестивалдәрҙә алдынғылар рәтендә йөрөнө.
Мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге райондың барлыҡ ауылдары буйлап йөрөп концерт, спектакль ҡуйҙы. Ауыл клубтары, ырҙын табаҡтары, фермалар дер һелкенеп торҙо. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең уңышлы сығышы яҡташтарыбыҙҙың ял итеүенә йәм өҫтәне, район алдында ла, республика алдында ла ҙур уңыштарға өлгәштек. Мәсетле менән генә сикләнмәне йәштәр, күршеләрҙең халҡын да ҡыуандырҙы. Дәртле, дарманлы саҡ ине шул. Эшкә лә өлгөрҙөләр, сәнғәтте лә күтәрҙеләр. Көн дә булмаһа ла, аҙнаһына бер-ике тапҡыр репетициялар үтә. Район үҙәгенә башлыса йәйәүләп килә торғайнылар. Сәнғәт түңәрәгенең эшен ойоштороуҙа район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Мөхәмәтхәй Ибәтов ҙур өлөш индерҙе, уның тормош иптәше Гөлсөм Хөсәйенова ла әүҙем ҡатнашты.
Сәхнәгә матур итеп кейенеп сығырға ла кәрәк бит инде. Шул сәбәпле, йәштәрҙе матди яҡтан дәртләндереү маҡсатында, йыш ҡына түләүле сығыш яһаныҡ. Килемдең өстән ике өлөшөн артистарға таратып бирҙек, бер аҙын дөйөм сығымға тотондоҡ. Йәштәрҙең өҫ-башы бөтәйеп ҡалды, күңелдәре күтәрелде. Тағы ла дәртлерәк ижад иттеләр.
1953 йыл ине, буғай, Өфөлә республика кимәлендә район-ара үҙешмәкәр коллективтар фестивале үтте. Аксаков паркында ул саҡта Луначарский исемендәге асыҡ сәхнәлә сығыш яһаныҡ. Мәскәүҙән килгән вәкил, жюри етәксеһе, фестивалде йомғаҡлау өлөшөндә мәсетлеләрҙең сығышына иң юғары баһа биреп, беренсе урынды алыусыға тынлы оркестр өсөн уйын ҡоралдары бүләк ителеүен иғлан итте. Эй, беҙҙең ҡыуанғандар! Оркестрлы булабыҙ бит, ауыл райондарында быға тиклем осрамаған хәл! Бер аҙҙан тынлы оркестрҙы ла ойоштороп ебәрҙек. Вениамин Сундеев беренсе етәксеһе булды.
Бер ваҡыт Өфөгә эш менән килгәндә республиканың мәҙәниәт министры үҙ кабинетына саҡырып алды ла 80 кешелек хор коллективы ойошторорға ҡушты.
– Был эште һиңә ышанып тапшырам, Мирсаев. Ундай хор район ғына түгел, республика өсөн кәрәк, – тине.
– Бурысты үтәрбеҙ. Тик, республика өсөн кәрәк булғас, белгес ебәрегеҙ. Беҙ ауыл таҡмаҡтарын йырлай беләбеҙ, ә хор менән сығыш яһарға өйрәтергә махсус белем кәрәк, – тип үҙ мәнфәғәтемде ҡайырам.
– Хәйләкәрһең дә инде, Мирсаев. Хормейстер ебәрербеҙ, – тип министр вәғәҙә биреп ҡалды.
Ҡуйылған бурысты үтәр өсөн һәр ауылдан йырға һәләтле йәштәр иҫәбен алып, райкомдан ваҡытлыса эштән бушатыуҙы һораным. 80-гә тултырып булманы, әммә 60 кешелек хор төҙөнөк. Хор коллективы бер төҫтән кейенергә тейеш, тик ҡайҙан аҡса табырға? Ағымдағы йылда райфо тарафынан бер тин дә аҡса ҡаралмаған. Йәштәр ике концерт бригадаһы төҙөп, ауылдар буйлап сығып китте. Халыҡҡа аңлатып, түләүле концерттар күрһәтеп, бер ни тиклем аҡса эшләп алдыҡ. Быныһы хәл ителде, ләкин район үҙәге магазиндарында, хатта базала беҙгә кәрәкле әйбер юҡ. Телефон аша булған магазиндарҙы белешеп сыҡҡандан һуң, “Серп и Молот” колхозынан тәүлегенә 10 һум түләп ат алдым да Дыуан районы ауылдары буйлап сығып киттем.
Йөрөй торғас, Мәтәле ауылынан 150 метр затлы аҡ тауар һатып алып ҡайттым. Әммә унан күлдәктәр тектерәһе бар бит әле. Сараһыҙҙан райкомдың беренсе секретары Вәхитовҡа тағы барып, хәлде аңлатып бирҙем. Промартелдә комсомол өмәһе үткәреп, хор коллективы өсөн күлдәктәр тегеүҙе ойоштороуҙы һораным. Ғәфүр Шакир улы һүҙемде йыҡманы, промартель директоры Швецованы саҡырып алып, мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Улар, комсом ол өмәһе яһап, ике ялда кәрәкле кейемде тегеп бирҙе. Шулай итеп, затлы аҡ тауарҙан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 20 күлдәк һәм 15 кофта, ирҙәргә 25 күкрәксә тегелде.
Министр ҙа вәғәҙәһендә торҙо. Өфөнән белгес килде лә ике аҙна буйына районда булып, коллективты хор менән йырларға өйрәтте. Хормейстер етәкселегендәге һуңғы репетицияла, шартына килтереп, йырсылар яңы тегелгән кейемдә халыҡ алдында сығыш яһаны. Артабан махсус рәүештә Өфөгә барып, филармония залында концерт ҡуйып, министрға имтихан биреп ҡайттыҡ.
Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

(Аҙағы бар).


Вернуться назад