Әсәкәйем минең...11.03.2014
Һәр кемдең үҙ әсәһе була, һәм ул ошо ҡәҙерле кешеһен ахырғаса иҫендә тота. Бала менән әсә араһындағы яҡынлыҡ ғүмер буйы дауам итә. Бындай бәйләнеш хайуандар араһында ла бар. Ул — тәбиғәт законы, тормош шулай яратылған. Ҡайһы бер ҡатындарҙың балаларын үҙҙәре ташлап китеүе ошо ҡанундарҙы боҙоу булып тора.

Мин был яҙмаларымда әсәйем — Сәхибә Усман ҡыҙы тураһында ҡыҫҡаса һөйләмәксемен. Атайыбыҙ "халыҡ дошманы" итеп репрессияланғас, бәләкәй генә ҡабыҡ башлы, өс тәҙрәле, тыштан һары балсыҡ менән һыланған өйҙә йәшәнек. Тик 1956 йылда ғына атайыбыҙҙың исеме аҡланды. Әсәйебеҙ уны егерме йылға яҡын көттө, ә атай ҡайтманы — атҡандар.
Үҙем сирләшкә бала булдым. Әсәйгә хафаларҙы күп һалдым. Бер тапҡыр ике ҡолағым да эренләп аға башланы. Әсәйем мине тубығына ятҡырып, ике ҡолаҡты ла алмаш-тилмәш мамыҡлы шырпы менән таҙартты. Ҡолаҡта йыйылған эрен баш мейеһенә үтеп инһә, үлем ҡотолғоһоҙ булған. Был турала табиптар һуңынан аңғартты.
Ауырыуҙарҙың күбәйеүенә һуғыш йылдарында тормош шарттарының ҡырҡа насарайыуы, аслы-туҡлы йәшәү, өҫ-баштың хөртлөгө сәбәпсе булғандыр, тип уйлайым. Күрше тирә-яҡ малайҙары менән бергә соҡор эсендә мәж килеп уйнайбыҙ. Мин ҡапыл ауырып киттем. Әсәйем килеп, бәләкәй арбаға һалып, һөйрәп алып ҡайтты. Ауылдың муллаһы Нурислам олатайҙан мине өшкөрттөрә, ә теге бергә уйнаған малайҙар, ишекте асып, берәм-берәм баштарын тығып ҡарайҙар ҙа ябып ҡуялар. Йәнәһе, йән дуҫтары үлем өҫтөндә — минең менән хушлашалар, бәхилләшәләр.
Һуғыш йылдары ине. Мин йәйге селләлә тағы сәсрәп ауырып киттем. Өй эсе эҫе, томра, һырып алған себенде лә ҡыуырға хәлем юҡ — ҡулдарҙы күтәреп булмай.
Әсәй колхоз эшенән төшкөлөккә ҡайтып инде. Урамдағы ситән буйына, оҙон булып үҫкән кесерткәндәр күләгәһенә, еләҫ ергә урын һалып бирҙе. Сынаяҡ аҫтына һөт, шәкәрһеҙ сәй яһаны.
— Эс, улым, эс! Уҡытыусың, Ҡасим ағайың, магазиндан сәй алып бирҙе, "Ошоно эсһә, арыуланыр", ти.
Мин ышандым — уҡытыусы бит, ул дөрөҫ һөйләргә тейеш. Беҙҙең ситән буйынан ике ҡатын эшкә һөйләнә-һөйләнә үтеп бара. Тауыштарын таныйым: береһе — Мөгөс, икенсеһе — Бикәс апайҙар. Икеһенең дә ирҙәре һуғышта, үҙҙәре колхозда иң алдынғы, маҡтаулы кешеләр. Тулы исемдәре — Өммөгөлсөм, Миңлебикә.
— Сәхибә еңгәнең өлкән улы бик ауыр хәлдә икән, ә үҙен колхоз эшенән ҡалдырмайҙар, бөгөнмө, иртәгәме үлер инде, тиҙәр.
— Харап бит, еңгә тере ҡулһыҙ ҡала икән. Бик ауыр булыр.
Ә минең ситән буйында ятҡанымды шәйләмәйҙәр. Сурыталар ғына.
Ауырыуҙар етерлек булды. Әсәйем, нисектер, үлемдән ҡурсалап ҡалды. Донъяла иң яҡын, иң ҡәҙерле, берҙән-бер кешем ул! Вафат булыуына ла 30 йыл тулып килә. Беҙ уның ҡәберен һәр саҡ таҙа тоторға тырышабыҙ, изге рухына ҡөрьән сығартабыҙ.
Иң кесе улы Миңлемөхәмәтте нефть эшкәртеү заводында һәйбәт кенә эшләп йөрөгән еренән ҡайтартып алды ул.
— Һин, улым, башҡалар араһында иң кесеһе — атайыңдың нигеҙен ҡоротмай дауам итергә бурыслыһың! Өлкән апайың Фәүзиә Стәрлелә сода заводында эшләй, ағайың уҡып йөрөй, уларҙы ҡайтарырға ярамай, — тип, уны өй хужаһы яһаны.
Шул уҡ ауылдан килен алып, өр-яңы өй һалып ебәрҙеләр. Наилә килен дүрт малай, бер ҡыҙ тапты. Гөрләтеп донъя көттө улар. Әсәй, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, пенсияға сыҡты. Уға туғандарын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килде. Алсынбай менән Әхмәтйән ағайҙар яу яланында ятып ҡалды.
Әсәйебеҙ ауырлыҡтарҙан бөгөлдө, ләкин һынманы. Дингә ныҡ инанды: биш тапҡыр намаҙ уҡыны, ураҙа тотто, ауылда кендек инәһе, быуын ултыртыусы булып дан алды. Урта йырын тигән ерҙә шишмә ҡаҙып, көн дә шунан көйәнтәләп һыу ташып, сәй ҡайнатты, тирә-яғын таҙа тотто. "Нәнәй шишмәһе" тип йөрөттөләр был һыу сығанағын. Ейәндәре менән көн һайын тиерлек урманға йөрөп, ҡурай еләге, ҡарағат, муйыл йыйып, миндек, утын алып ҡайтыр ине. Кеше менән ихлас һөйләште, ғәйбәт һатмаҫ, рәнйетмәҫ әүлиә кеше булды.
90 йәшендә вафат булды әсәйебеҙ. Ерләгәндә зыяратҡа хушлашырға йөҙәрләгән кеше килде. Ауылдаштары уны ярҙамсыллығы, алсаҡлығы, изгелеге өсөн яратты.


Вернуться назад