Мин Сафуан Әлибаевты хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында уҡығандан алып яҡындан белә башланым. Элек шиғыр кисәләре гөрләп үтә торғайны. Үҙебеҙҙең мәктәптә лә һәр ваҡыт шағирҙар менән осраша инек. Ни өсөндөр ауыл хужалығы институтының тамаша залындағы кисәләргә лә уҡытыусыбыҙ беҙҙе ебәрә торғайны.
Ниндәй тере яҙыусы, шағирҙы күрәбеҙ, шуның китабын һатып алырға тырышабыҙ. Студент саҡта йырлаған йырҙарҙы иҫкә төшөрһәм, күптәре Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә, Роберт Ғәзизов музыкаһына булған икән.
Мин уҡытыусы булып эшләгән йылдарҙа ул "Башҡортостан пионеры" (хәҙерге "Йәншишмә") гәзитенең мөхәррире ине. Уҡыусыларым күпләп яҙышты. Сафуан Әлибаев мәктәпкә килеп, уҡыусым Фирдус Шәрәфуллинға (хәҙер сәнғәт академияһы уҡытыусыһы) "Йәш хәбәрсе" таныҡлығы биреп китте. Ул уҡыусылар менән шул тиклем матур итеп һөйләшер ине, шуғалыр, бәлки, гәзиттең тиражы ла үҫкәндер.
Сафуан Әлибаев һәр ваҡыт халыҡ араһында булды, кешеләрҙе яратты. Шәхси китапханамда уның автографы менән әллә нисә китабы һаҡлана. Төрлө йылдарҙа төшкән фотолар ҙа күп кенә. Бигерәк тә "Тылсымлы шар" китабы буйынса исем туйы үткәргәне иҫтә ҡалған. Балалар шиғырҙарын ятлап йөрөй торғайны. Класымды Өфөгә ҡурсаҡ театрына уның спектаклдәренә лә алып барҙым. Ҡатыны Фәрҙиә апай театр буйлап экскурсия ла ойошторҙо.
Үҙемдең балаларымды ла әҙиптең шиғырҙарын уҡып үҫтерҙем, хәҙер улар үҙ балаларына уҡый.
Мәктәптә ниндәй генә кисә үткәрһәк тә, С. Әлибаев шиғырҙарын ҡулланабыҙ. 8 Март байрамына арналған кисәләргә лә исемде, "Яҙ килгәнен һиңә ҡарап беләм" тип, уның шиғыр юлдарынан алабыҙ.
Сафуан ағайҙы беҙҙең районда танып белмәгән кеше юҡтыр. Ысынлап та, шиғырҙарын уҡып, тыуған илгә һөйөү, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе алалар. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙың күбеһе халыҡ йырҙары кеүек мәңгелек булыр, моғайын. Ҡыҫҡаһы, шағирҙың әҫәрҙәре уйландыра, ғәм уята, сәмләндерә, дәртләндерә.
Халыҡ күңелендә, бигерәк тә үҫмерҙәр, балалар йөрәгендә үҙ урынын алған әҙип ул Сафуан Әлибай. Заманында ЮНЕСКО-ның Х. Андерсен исемендәге почетлы дипломы юҡҡа ғына бирелмәгәндер уға.