Мәшәҡәттәр артҡансы яҙылып ҡалайыҡ07.03.2014
Яҙҙың тәүге ун көнөһиҙҙермәй генәүтеп тә бара. “Башҡортостан”ға 2014 йылдың икенсе яртыһына арзаныраҡҡа яҙылып ҡалыу өсөн ваҡыт аҙ ҡала. 31 мартҡа тиклем ташламанан файҙаланырға мөмкин булыуын хәбәр иткәйнек инде. Артабан да баҫма менән айырылмаҫһығыҙ тип ышанабыҙһәм әле үк ошо хаҡта хәстәрлек күрергә саҡырабыҙ. Был бик отошло: беренсенән, алдан яҙылып ҡуйһаң, бер мәшәҡәттән ҡотолаһың, икенсенән, баҫма арзаныраҡҡа төшәсәк, аҡсаның иҫәп яратыуын да онотмайыҡ.
Гәзиттең аҙнаһына дүрт тапҡыр сыҡҡанын (индексы — 50600) һайларға кәңәш итәбеҙ. “Йома”ны ғына алдырыусылар башҡа һандарҙа донъя күргән бихисап махсус биттәрҙе, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләрҙе, хикәйә-шиғырҙарҙы уҡыуҙан мәхрүм ҡала.
Әйҙәгеҙ, почта бүлексәләренә барыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Ошо хаҡта дуҫтарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгәһәм күрше-күләнегеҙгә лә еткерегеҙ.
“Башҡортостан”ды яҡындарығыҙҙың юбилейҙары, тыуған көндәре, иҫтәлекле байрамдары айҡанлы бүләк итеп яҙҙырырға ла мөмкин.