Нәсихәттәр07.03.2014
Әсәйеңәһәм атайыңа
— Яҡшылыҡты иң элек кемгә эшләргә тейешмен? — тип һораған бер кеше Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән.
— Әсәйеңә, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.
— Йә Рәсүлуллаһ, байлығымды кемгә сарыф итәйем?
— Әсәйеңә.
— Тағы ла кемгә? — тип төпсөнөүен дауам иткән кеше.
— Әсәйеңә.
Дүртенсе тапҡыр һорағанда иһә Пәйғәмбәребеҙ: "Атайыңа", — тип яуап биргән.
Иманлыны һайла — тормош көтөрһөң
"Ҡатын-ҡыҙға байлығы, затлы нәҫел-нәсәбе, һылыулығы һәм динле булғаны өсөн өйләнәләр, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Әһин, мосолман ҡәрҙәшем, иманлыны, динлене һайла — ҡулың тупраҡҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң".
Яҡындарыма изгелек ҡыла аламмы?
— Йә Рәсүлуллаһ, ата-әсәм вафат булғандан һуң уларға ниндәйҙер яҡшылыҡ, изге ғәмәл ҡыла аламмы? — тип һораған бер кеше Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән.
— Мөмкин, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Атай-әсәйеңдең гонаһтарын кисереүҙе һорап, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылһаң; яҡындарыңа биргән вәғәҙәләреңде үтәһәң; уларҙың дуҫтарын ололап, хөрмәт күрһәтһәң; туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, гелән ялғап торһаң, Хоҙай рәхмәтен насип итер.
Еп иләү күпер һалыуға тиң
Пәйғәмбәребеҙөйөнәҡайтып инһә, бер ҡатыны иртәнге намаҙҙан һуң тиҫбе тартып ултыра, ти.
— Эй, Өммө Сәләмә! Ниңәһин намаҙҙы башҡалар менән бергә уҡымайһың? Ни өсөн хаж ҡылмайһың? НиңәҠөрьән уҡып ҡына ултырмайһың? — тип әллә күпме һорауға күмә уны Рәсүлуллаһ.
— Эй, Аллаһ илсеһе! Һанап киткәндәреңдең барыһы ла — ирҙәр эше, — тигән ҡатыны.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был һүҙҙәр менән шунда уҡ ризалашҡан.
— Ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары араһында мин әйткәндәрҙең барыһына ла тиңләшерлек ғәмәлдәр бар, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Улар Аллаһ бойорғанды үтәп, иренә хеҙмәт итә белһә, тәсбих тартҡанға оҡшатып, ҡулында орсоҡәйләндереп торһа, был Хоҙай Тәғәләне ололау була, башҡалар менән бергәләп йома намаҙы уҡыуға тиңләшә. Әгәр ҙә инде балалары өсөн аш-һыу әҙерләргәғәҙәтләнһә, ағастарҙан ҡойолорға торған япраҡтарҙай, ваҡ-төйәк гонаһтары юйылып ҡына торор. Ә сәғәттәр буйы еп иләүе ирҙәрҙең күпер һалыуына тиңләшер.
* * *
Донъя — ул кинәнес, рәхәтлек. Ә ләззәттең иң хәйерлеһе — изге, әхлаҡлы ҡатын.