Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә Ер йөҙөндәге барлыҡ тереклекте — әҙәм балаларын, йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе — ике енесле итеп яратҡан, уларҙың араһына үҙ рәхмәте менән һөйөүһалған. Хоҙайҙыңҙур бүләге булған мөхәббәттән яңы нәҫел, быуын барлыҡҡа килә, тимәк, тереклек һүнмәй, дауам итә.
Аллаһ Тәғәлә ике енес ағзаларына ла көс биргән. Ирҙәр ғәйрәтлерәк, таһыллыраҡ булһа, ҡатын-ҡыҙ йомшаҡлығы, нәзәкәтлелеге менән айырылып тора. Гүзәл заттың донъяуи бурысы ла нескә, әммә ифрат мөһим — йәш быуынға күркәм тәрбиә биреү, күңелдәргәәҙәп-әхлаҡ, илһөйәрлек, ғилемгә ынтылыш кеүек сифаттарҙы һалыу.
Әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам ҡатын-ҡыҙҙы юғарылыҡҡа күтәрә. “Ҡөрьән Кәрим”дә нескә заттың бурыстары, хоҡуҡтары билдәләнгән айырым сүрә лә (“Ән-Ниса”) бар. Унда мираҫ, ғаиләҡороу, тормош көтөү, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороу һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, дин ғибәҙәт кенә түгел, ә йәшәү рәүеше, ир менән ҡатындың матур ғаиләҡороп, тәрбиәле балалар үҫтереп, йәшәйештең матур дауам итеүен тәьмин итеүе. Шуныңөсөн дә Исламда йәштәр, ҡатын-ҡыҙ иңҙур урынға ҡуйылған. “Ата-әсәнең балаға биргән иңҙур бүләге — күркәм тәрбиә”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә.
Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, “Ер-Әсә” тигән һүҙ юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Динебеҙҙә был ике төшөнсә сағыштырып бирелгән, тиңҡуйылған. Бөтөн ризыҡ, үлән, иген, емеш тупраҡта үҫә бит, шуның шикелле, ҡатын-ҡыҙға нәҫелде, кешелек донъяһын, күркәм тәрбиәҡанундарын дауам иттереү бурысы ҡуйылған. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Ни өсөн? Билдәле: ерҙе, уның уңдырышлылығын, таҙалығын һаҡламаһаҡ, унда үҫкән ризыҡтан нимә көтөргәҡала? Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, киләсәгебеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән әсәләр ҙә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Гүзәл заттың тән һәм рухи сәләмәтлеген ҡайғыртмаһаҡ, улар аҡыллы, зиһенле, һау, илһөйәр, телһөйәр, һөнәрле, әхлаҡлы балалар үҫтерә алмаҫ, һөҙөмтәлә милләтебеҙгәҙур хәүеф янар. Ҡатын-ҡыҙҙың ошондай бөйөклөгөн аңлатып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”, — тигән.
Ғөмүмән, Пәйғәмбәребеҙҙең был йәһәттән хәҙистәре ифрат күп. Мәҫәлән, уларҙың береһендә оло йәшкә еткән әсәһен хаж ғибәҙәтен үтәүөсөн күтәреп алып килгән егет хаҡында һүҙ бара. Хәле бөткән, аяҡтары ҡанаған, ти, был Хоҙай бәндәһенең. Хаж ҡылып йөрөгәндә, ул Пәйғәмбәребеҙгә тап булған. “Йә Рәсүлуллаһ, әсәйемдең бөтөн әйткәндәрен үтәп торам, — тип мөрәжәғәт иткән егет Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә. — Хатта ки үҙен хаж ҡылырға алып килдем. Әсәйемдең хаҡын үтәй алдыммы?” Пәйғәмбәребеҙҙең яуабы иһә — һәр беребеҙөсөн ҙур һабаҡ. “Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулғағының да хаҡын үтәү мөмкин түгел”, — тигән ул.
Шуныңөсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡатын-ҡыҙға, әсәйебеҙгә, өләсәйҙәребеҙгә, инәйҙәребеҙгәҙур рәхмәтле, ихтирамлы, иғтибарлы булып йәшәйек. Иң мөһиме — бындай күркәм мөнәсәбәт 8 Мартта ғына түгел, ғүмер буйы дауам итһен. Хоҙай Тәғәлә, иншаллаһ, барлыҡҡатын-ҡыҙға әсәлек бәхете, матур ғаиләҡороп, иманлы балалар үҫтерергә, йорт усағының, мөхәббәттең йылылығын һаҡлап, имен-һау йәшәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.