Яҙ. Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә. Сәскәле май айында ҡыҙҙар ҙа һылыуланып киткәндәй. Дәртле, хыялдарға бирелеп, киләсәккәҙур өмөттәр бағлап йәшәгән саҡ. Әммәһуғыш барыһын да селпәрәмә килтерә... Сәстәренә сал төшкән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Рәйхана Ғәлина дәһшәтле һуғыш йылдарындағы йәмле май айын кисәгеләй яҡшы хәтерләй.
1942 йылдың 6 майы. Немец-фашист илбаҫарҙары Сталинградҡа ябырылған. Тыуған илебеҙгәҙур хәүеф янаған мәл. Салауат районы хәрби комиссариатының саҡырыуы буйынса төрлө ауылдарҙан 17–18 йәшлек комсомолка ҡыҙҙар йыйылған. Рәйхана Ғәлина, Рәүзиә Вәлиева, Хәлиҙә Мөхәмәтйәрова, Зоя Мәҡсүтова, Миңлеямал Шәрәфетдинова, Вера Пигалева һәм башҡалар фронтҡа китергә ашҡына.
— Тыуған илебеҙҡурҡыныс аҫтында. Башҡортостандың күп кенә комсомол ҡыҙҙары бөгөн Ватан яҙмышы хәл ителгән урында булырға теләй. Ошо көндәрҙәӨфөнән ҡыҙҙарҙың беренсе эшелоны юлға сығасаҡ. Кемдәр фронтҡа китергә теләй, шуларҙың яҙылыуын һорайым, ҡәҙерле иптәштәр, — тип мөрәжәғәт итте хәрби комиссар йыйылыусыларға. Ҡыҙҙарҙыңһуғышҡа китергә берҙәм теләк белдереүен күргәс, хәрби комиссар уларға өйҙәренәҡайтып, әсәләре менән кәңәшләшеп, юлға йыйынырға ҡушты.
Ике аҙнанан һуң 17 ҡыҙҙа хәрби комиссар вәкиле оҙатыуында “Кропачево” станцияһында ине. Тулҡынландырғыс минуттар. Йәш кенәһылыуҙарҙың ата-әсәҡуйынынан сығып, хатта поезда йөрөгәне лә, тимер юлды күргәне лә юҡ. Үҙҙәре теләп фронтҡа китеүселәрҙе оҙатырға ата-әсәләре һәм туғандары ла килгән. Илаштылар, ҡосаҡлашып айырылыштылар... Ниһайәт, станция дежурныйы сигнал биреү менән, поезд Өфөгә йүнәлде. Ҡыҙҙарҙы алып киткән поезды, һаҡта торған һалдаттар кеүек, телеграф бағаналары ғына оҙата барҙы...
Өфө тимер юл вокзалы уларҙы күңелле ҡаршы алды. Майҙанда ҡыҙҙар йырлай, бейей. Яңы килеүселәр менән инструктаж, аҙаҡөс көнлөк әҙерлек күнекмәләре үткәрҙеләр.
Комсомол ҡыҙҙарҙың тәүге эшелонын фронтҡа оҙатыуҙа хеҙмәтсәндәр ҙә, республика етәкселәре ләҡатнашты. Эшелон һуғыш дәүере ҡанундары буйынса маскировкаланғайны. Ҡыҫҡа митингтан һуң:
— Вагондарға! — тигән команда яңғырағас та, эшелон көнбайышҡа, тура Сталинградҡа юл алды. Алда нимә булыры билдәһеҙ, тик имен-аман барып етергә яҙһын, тип бөтәәхирәттәре кеүек теләне Рәйхана ла.
Алыҫ юл ауыр булып сыҡты. Көтмәгәндә фашист "ҡоҙғон"дары һауанан поезды бомбаға тотҡас, айырым вагондар бөтөнләй емерелде, бер нисә кеше һәләк булды. Салауат районы ҡыҙы Вера Иванова ла ошонда ятып ҡалды. Әхирәттәре уның фронтҡа ла барып етмәй һәләк булыуын бик ауыр кисерҙе, ләкин бер ни ҙәҡылып булмай — һуғыштыңүҙҡанундары бар шул.
Сталинград ут эсендә ине. Бөтә ерҙә — емереклек, иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәйеттәр... Хәтһеҙ яралы ыңғырашып ята, ташып ҡына өлгөр.
Рәйхана Ғәлинаны һәм уныңәхирәттәрен 748-се зенит артиллерия полкына беркеттеләр. Ана шулай ҡыҙҙар зенитсы булып китте. Ҡурҡыныс ине, әлбиттә. Әммә тәүге сирҡаныу алған ҡыҙҙар күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, дошманды аяуһыҙ туҡмарға өйрәнде, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәне.
...Сираттағы залптан һуң:
— Ҡара әле, Рәйхана, тағы бер фашист "ҡоҙғоно" ҡоланы, — тип ҡысҡырҙы Персидская.
Һауала моторҙар геүләүе бер аҙ тынғандай булды, самолеттар төркөмө Көнбайышҡа боролдо. Ләкин, ни аралалыр, икенсе яҡтан йәнә фашист самолеттары килеп сыҡты. Төҙәүселәргә, ҡороусыларға йәнә мәшәҡәт өҫтәлде. Тағы залп...
— Йәнә бер "ҡоҙғон"доң башына еттек, — тип ҡыуанды Рәйхана. Был көндө зенитсы ҡыҙҙар дошмандың биш самолетын бәреп төшөрҙө.
Шулай итеп, утлы мәхшәр юлдары буйлап арыу-талыу һәм ҡурҡыу белмәйенсәһуғышып, үлемгәүс итеп, Рәйхана Ғәлина Одерға тиклем барып етте һәм тыуған төйәгенә еңеүсе булып ҡайтты. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул наградаларға лайыҡ булды, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем бухгалтер булып эшләне, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты, күп йылдар йәмәғәт башланғысында ревизор вазифаһын башҡарҙы.