Тормоштоңҡырыҫ елдәренә бирешмәҫкә тырышып, һыҡранмайынса йәшәй алыу — батырлыҡ бит ул. Бына шундай һынауҙарҙы үткән ЮлиәҒилманова ла һоҡланыу тойғоһо уята. Ҡатын-ҡыҙөсөн иң кәрәкле сифаттарҙы — аҡылды, талантты, тәбиғи матурлыҡты — үҙенә туплаған ул.
Юлиә Исәмәт ауылында донъяға килгән, ата-әсәһе, ағаһы, апаһыныңһөйөүендә, наҙында үҫкән. Мәктәптәәүҙемлеге менән айырылып торған. Өҫтәүенә оҫта бейеүсе лә. Ауылда урта мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, Үрге Йәркәйҙәге 86-сы һөнәрселек лицейында уҡып, унда "Йәйғор" ансамблендә бейегән. Сәхнәгә, сәнғәткәғашиҡ булғанғалыр, артабан Стәрлетамаҡҡалаһының мәҙәниәт техникумына уҡырға ингән.
Әммә бәхетле минуттары оҙаҡҡа бармай. Уныңғаиләһенең иң яҡын кешеләре — олатаһы менән атаһы, өс ай ҙа үтмәй ағаһы йөрәк ауырыуынан, унан ике туған ағаһы мәрхүм була. Был ауыр кисерештәр үтте тигәндә генә, еҙнәһе лә теге донъяға китә. Уларҙы йәлләүҙән, күңелдең иң нескәҡылдары өҙөлгәндәй, биш йыл үткәс, иңҡәҙерле, иңғәзиз әсәһе ләҡара гүргә инә. Юлиәгә уҡыуын ҡалдырып, тыуған яҡтарына ҡайтырға тура килә.
Ғәзиз ғүмерҙеңҡәҙерен белмәй йәшәгәндәр, ҡайғынан һынғандар байтаҡ был донъяла. Әммә Юлиә ундайҙарҙан түгел. Уға тормошто һөйөүе, рухи ныҡлығы ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә ярҙам итә.
Хәҙер Юлиә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында ситтән тороп уҡый. Район мәҙәниәт һарайында "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, Исәмәт ауылында бейеү түңәрәктәре алып бара. Әйткәндәй, уныңҡул эштәре күҙҡамаштырырлыҡ матур, һәр береһенә күңел йылыһын ҡушып, ихлас башҡарған. Мөхәббәтен — Ирнис Фәтхетдиновты — осратып кейәүгә сыҡҡан. Хәҙер улар бер-береһенә ныҡлы терәк.
Яҙмыш күпме һынаһа ла, һығылмай, һынмай Юлиә. Ире, ҡәйнәһе, яҡындары, ауылдаштары араһында тормошона зарланмай ғүмер итеүе менән бәхетле ул. Булмышы матур кешегә барыһы ла тартыла. Уның күңел байлығы, тирә-йүнде, кешеләрҙе яратыуы, рухи көсө — күптәргәүрнәк.