Һылыуҡай тажы көс бирә07.03.2014
Һылыуҡай тажы көс бирә
Үткән йылдарҙа "Һылыуҡай" конкурсында ҡатнашҡан сибәр ҡыҙҙарҙыңәле ҡайҙалығын, нимә менән мәшғүллеген белгегеҙ киләме? Ҡыҙыҡһындырһа, әйҙәгеҙ, гүзәлдәрҙең береһе менән танышығыҙ. "Һылыуҡай-2008" бәйгеһендә тамашасы һөйөүен яулаған Айгөл Ваһапова булыр ул.

Сибәрлеге менән бергә, тормошта уңғандарҙың да уңғаны итеп таныта ул үҙен. Заман талаптарын яҡшы өйрәнеп, тәмле-татлы ризыҡәҙерләп сауҙаға сығарыу менән шөғөлләнәһылыуҡай тажы кейгән гүзәл зат.
Һомғоллоғо күптәрҙе көнләштергән, нәзәкәтлелеге “аһ” иттергән Айгөл Айҙар ҡыҙының тәүәккәлләп эшҡыуарлыҡҡа тотоноуы һәр кемде ғәжәпләндерерлек. Әммә быға һис тә аптырарға түгел, сөнки тәбиғәт уға һөйкөмлөлөк, наҙлылыҡ, һылыулыҡтан тыш тырышлыҡ, сәмселлек кеүек ҡатын-ҡыҙөсөн көн дә кәрәкле сифаттарҙы ла йәлләмәй бүләк иткән.
Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында алған белемен дә оҫта файҙалана. Шуға ла эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөнөүе ауыр булмай. Ит эшкәртеп, унан билмән, кәтлит, манты кеүек әллә күпме төрлө сифатлы ризыҡәҙерләп, Ишембай районында йәшәүселәрҙең ошо тауарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ул туплаған берҙәм коллектив. Тап Айгөл Ваһапованың йүнселлеге арҡаһында ошо төбәктеңһигеҙ кешеһе эшле булған: алтауһы магазинда һатыу итә, икәүһе ит эшкәртеү цехында аҙыҡ-түлек етештерә. Ишембай халҡының шәхси эшҡыуар етештергән ризыҡтарға өҫтөнлөк биреүенең сере — соя кеүек өҫтәмәләр ҡушмай тәбиғи аҙыҡәҙерләү. Тәү сиратта сифат торорға тейеш, тип иҫәпләй ул. Шуға ла аҙыҡ-түлеген теләп алалар.
Ғаиләңдә аңлау һәм хуплау тапһаң, әлбиттә, эшең икеләтә ырай. Был яҡтан һүҙ тейҙерерлек түгел: ире Илгиз — уңҡанаты. Һәр мәсьәләне кәңәшләшеп хәл итәләр, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. Илгиз дә яуаплы вазифа атҡара — "Уңыш" фермер хужалығында директор урынбаҫары. Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында ҙур итеп йорт һалған Ваһаповтар.
Бына шулай йәшәй һәм эшләй 2008 йылда һылыуҡай тажы кейгән сибәрҙәрҙең береһе. Күреүебеҙсә, Айгөл Айҙар ҡыҙы тормошта ла һынатмай, матур өлгө күрһәтеп һәм һоҡландырып йәшәй белә.

Стоматология в Уфе. Стоматологическая клиника Люкс+


Вернуться назад