Дауаханала аҡ халатлыларҙың арба этеп барғанын күреү һәр саҡ күңелдә хәүеф, борсолоу тыуҙыра. Тимәк, кемдеңдер хәле бик ауыр. Әммә кисә бындай арбалар Республика балалар клиник дауаханаһы пациенттарына ҡурҡыу түгел, шатлыҡ ҡына алып килде. Уларға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Координация советының Яңы йыл бүләктәре тейәлгәйне.
Дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшиндең әйтеүенсә, тәртип һаҡсыларының хәйриә акциялары бында матур йолаға әүерелеп килә. Былтыр улар яңаҡҡа һәм биткә операция яһау өсөн ҡоролма алыуға 1 миллион һум бүләк иткән. Был юлы гастроэнтерология, нефрология һәм эндокринология бүлексәләрендә дауаланыусы балаларға 40 мең һумлыҡ тәм-том, уйынсыҡ тараттылар.
Өфөнән дүрт йәшлек Софияны кисә көтмәгәндә дауаханаға һалғандар. Аҙыҡ-түлеккә аллергия менән яфаланыусы балаға ит һәм йәшелсә генә ашарға ярай икән. “Бындағы мөхиткә өйрәнә алмай көйһөҙләнеп йөрөгән ҡыҙым бүләктәргә сикһеҙ ҡыуана, һыҙланыуын да онотто”, – ти әсәһе Анна Вельможина. София хатта шатлығынан ҡунаҡтарға Яңы йыл байрамы тураһында шиғыр ҙа һөйләп ишеттерҙе.
– Дауаханала йыл һайын 15 мең бала дауалана. Уларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыуға, күңелдәрен күтәреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙ һөйөндөрә. Киләсәктә лә бәйләнеш тоторбоҙ, хәлебеҙҙән килгән тиклем ярҙам итеп торорбоҙ, – тине Координация советы рәйестәше Андрей Борисов.
Совет дәүләткә ҡарамаған 25 һаҡ структураһын берләштерә. Улар, төп эштәренән тыш, мәрхәмәтлек күрһәтергә лә ваҡыт таба. Мәҫәлән, былтыр “Сафети-ТЭК” шәхси һаҡ предприятиеһы Балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата ҡан тапшырыу акцияһын уҙғарған, унда республиканан 700 һаҡсы ҡатнашҡан.
Нефтекамскиҙағы “Ягуар” һаҡ ойошмаһы ҡаланың ҡайһы бер социаль объекттарын бушлай һаҡлай, 2008 йылдан алып Ҡалтасы районының Ҡалмаш балалар йорто хаҡында даими хәстәрлек күрә, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫеүсе, эске эштәр органдарында иҫәптә тороусы 200-ҙән ашыу баланы үҙҙәренең спорт түңәрәгенә йәлеп иткән.
Сибай ҡалаһындағы “Ҡалҡан” шәхси һаҡ предприятиеһы ла 35 бала тәрбиәләнгән социаль приютта хәйриә сараһы үткәргән.
“Балалар ололарға ҡарап үҫә, шуға күрә һәр кемебеҙ матур өлгө күрһәтергә бурыслы”, – ти һаҡ хеҙмәткәрҙәре.
Н. ХӘСӘНОВА.