Булдыҡлы, эшлекле, халыҡса әйткәндә, ҡар өҫтөндәҡаҙан ҡайнатыр ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй сифаттарға эйә булыуы хаҡында, моғайын, ир-аттан да анығыраҡәйтеүсе булмаҫ.
Ҡыҙыл Шишмә ауылы эшҡыуары Елена Ноғоманованы эш урынында тап итә алманыҡ. "Еленабыҙһәр ваҡыт юлда, мәшәҡәттәрҙең күбеһен үҙөҫтөнә ала, үтә тынғыһыҙ зат", — тигәстәр, ире Таһир Мәүли улы менән осраштыҡ.
— Ҡатыным матурлыҡҡа ғашиҡ, сәскәләрҙе ифрат ярата, шуға ла баҡсабыҙҙа күҙҙең яуын алған гөлдәр әллә күпме урынды биләй. Еләк-емеш үҫтерергәәүәҫ, һис ауырһынмай тәрбиәләй, һөйөнә-һөйөнә уңыш йыя. Ҡышҡылыҡҡа уларҙан төрлө тәмле-татлы ризыҡ хәстәрләп ҡуя. Һөнәре буйынса кондитер, техник-технолог та булғас, аш-һыуға бигерәк оҫта. Беҙҙе, ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙың шул сифаты айырыуса һоҡландыра. Шөкөр, әсә булараҡ та һынатманы, балаларыбыҙҙы матур тәрбиәләнек, икеһе лә юғары белем алды, тормошта үҙ урындарын табып, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып эшләй. Бер-бер артлы уңыштары менән һөйөндөрөп торалар. Хәҙер үҙҙәре ғаиләле, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы күрәбеҙ. Ғаилә тотҡаһы — ҡатын-ҡыҙ, тиҙәр. Ысынлап та, йортта йылы мөхит тыуҙырыу уларҙың булдыҡлылығына бәйле. Елена ныҡышмаллығы, тәүәккәллеге менән барыбыҙға ла өлгө күрһәтә, — тип ҡатыны менән ғорурланды Таһир Ноғоманов.
Ғафури төбәге ҡыҙы ул Елена Васильевна. Красноусолда умартасы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Эштән ҡурҡмаған, заман һынауҙарына бирешмәгән ханым Нуриман еренә лә тиҙ ереккән. Былтыр районда Рәсәй эшҡыуарлығына арналған тантанала "Иң яҡшы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ" номинацияһында еңеүсе булараҡ йылы тәбрикләнеләр уны. Бынан тыш, Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Елена Ноғоманова "Ышаныслы партнер" номинацияһында еңеүсе тип танылды. Оҙаҡ йылдар тырышып эшләүҙең, бай тәжрибә туплауҙыңһөҙөмтәһе инде был уңыштар. Эшҡыуарлыҡҡа 1996 йылда тотонған Ноғомановтар. Эште бәләкәй генә вагонда башлаһалар, хәҙер ҙур ҡалаларҙағы кеүек үк супермаркетҡа эйәләр, йәмғеһе өс предприятиелары бар.
Директор Елена Васильевна бөгөнгө уңышына хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен күтәреүе, заманса фекерләй белеүе, яҡындарының ярҙамы аша килә. Ҡыҙыл Шишмә ауылы кешеләре генә түгел, юлсылар ҙа нәҡ уларҙың "Радуга" супермаркетына туҡталып китергә күнеккән. Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү алымы индерелеүен ошонда йәшәгәндәр ҙә, ҡунаҡтар ҙа ыңғай баһалаған. Компьютер һәм телекоммуникация техникаһы менән эш итеүҙә йүнселдең яңылыҡҡа ынтылыуына бәйле.
Елена Ноғоманова ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ярҙам күрһәтеүҙән һис баш тартмай, хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Коллективты кешелекле, белемле белгестәрҙән генә туплаған һәм уларҙыңһәр береһе хаҡында хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, тыуған көндәре, байрамдар уңайынан йылы ҡотлап, бүләкләй.
Эшҡыуарҙың 2013 йылдағы еңеүҙәре — тәүге баҫҡыс. Киләсәктә лә уны абруйлы бәйгеләрҙә күрәсәгебеҙгә ышанабыҙ.