УРЛАНҒАН КИЛЕН БӘХЕТЕ07.03.2014
УРЛАНҒАН КИЛЕН БӘХЕТЕ
Йола ҡануны һөйөүҙе нығытамы?
Ниндәй мөхәббәт тарихын ғына алма, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаусы – һөйөүөсөн ғүмерен дә аямаған ғашиҡ йәндәр. Ысынлап та, йәре менән бергә булыу өсөн ниндәй аҙымға ғына бармай мөхәббәт утында яныусы…

Мәҫәлән, борон-борондан ҡыҙ урлау йолаһы йәшәп килә. Башҡорттар өсөн дә ят түгел ул. Бына ошо йоланы алғанда ғына ла, күпме ҡыҙ урланған бит мөхәббәт хаҡына! Кемдер атаһы димләгән егеттән ҡасып, һөйгәне менән “олаҡҡан”, йәшерәкһең, тип кейәүгә бирелмәгәндәр ҙә шул рәүешле “эште” ҡабаландырған. Бынан тыш, әлбиттә, ихтыярынан тыш урланған ҡыҙҙар тарихын да яҡшы беләбеҙ. Ғөмүмән, бәхет килтерәме ул урланған килен яҙмышы, әлләғазаптарға илтәме? Артабанғы юлдарҙа ошо һорауға яуап табып ҡарайыҡәле.
…Үткән быуаттың 70-се йылдары. Фәниә, киске һауынды тамамлау менән, ғәҙәттәгесә, йәштәр уйынына ашыға. Барып етеүгә гелән ишек төбөндә көтөп алыр булған Айҙары бөгөн ни сәбәптәндер күренмәй. Ҡыҙ аптырабыраҡҡала. Әллә кисә, өйләнешергә тәҡдим яһағас, ҡабаланмай торайыҡ тип яуаплауына үпкәләнеме икән, тип тә уйлай. Шулай ҙа, рейстан ҡайтмағандыр әле, тип тыныслана.
Уйҙарға бирелеп торған арала Фәниә янына әхирәте Миләүшә килә.
– Әйҙә, һине тышта көтәләр, — тип еңенән тартҡылап алып сығып та китә ул.
Ҡараңғыла Фәниә абайламай ҙа ҡала, “һә” тигәнсе уны ат санаһына төртөп йығалар. Ат сығып та саба. Эштең айышына тиҙ төшөнгән ҡыҙҙыңҡото оса. Үҙен урлағандарҙы танырға теләп, саналағы өс кешенең йөҙөн ҡарарға маташа. Ләкин торорға ирек бирмәйҙәр. Шулай ҙа көслөһауынсы бирешмәй, тартҡылаша. Өсәүҙең береһе баяғы әхирәте икәнен шәйләп ҡала шул саҡ.
– Һатлыҡйән! — тип йән асыуы менән ҡысҡырып, уны сананан тибеп төшөрә. Артабан ғауға китә, ә ат сабыуын ғына белә. Тартҡылаша торғас, икенсе урлаусы ла ҡолап ҡала. “Балыҡ кеүек шымып килә, тауыш бирһәсе, исмаһам, бәлки, таныр инем”, — тип уйлай Фәриҙәөсөнсөһө менән көрәшкән арала. Әлбиттә, ҡыҙҙың хафаланыуы урынлы була бында, сөнки уны өҫкө урамда йәшәгән Дамир ҙа күҙләп йөрөй бит, хатта Айҙарыңдан алып ҡасам, тип ҡурҡыта ла. Шулай тартҡылаша торғас, өсөнсө урлаусы ла сананан осоп төшә.
– Фәниә, был ни эшең ул? – тигән тауыш ҡына ишетелә артынса. Шул саҡта ғына яғымлы тауышты таный сибәркәй, әммәһуң була инде: кәләш урларға килгән Айҙары ҡар өҫтөндәҡолап ятып ҡала…
Бер аҙ барғас, Фәниәүҙе лә сананан төшә. Меҫкен малға, “бешмәгән” хужаһы өсөн оялғандай башын эйеп, яңғыҙы ғына ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
…Өс айҙан һуң Айҙар Фәниәһен йәнә урлай. Был юлы инде машинала. Ул саҡта ныҡлы ҡосаҡлап ултыра егет һөйгәнен, шул тиклем ныҡлы — хатта 50 йыл бергәғүмер итеп, һигеҙ бала үҫтереп өлгөрә был матур пар аҙаҡ.
Матур тарих. Әлбиттә, бында Ишембай районының төпкөл ауылынан Стәрлетамаҡ районына ҡышын күлдәксән генә урланған, Миәкәнән Белоретҡа тиклем мотоциклға ултыртып урлап алып ҡайтылған килендәр хаҡында ла яҙырға булыр ине.
Әммә, үкенескәҡаршы, был миҙалдың бер яғы ғына шул. Ә күпме яҙмыш селпәрәмә килә, күпме ғүмер өҙөләәлеге йола арҡаһында. Йәшерен-батырын түгел, Кавказ халҡы уны ныҡлы үҙ итә. Хатта бәлиғ булмаған ҡыҙҙар ҙа йола ҡорбанына әйләнә. Шул саҡғауға ҡуба, ғаиләләр, ҡәбилә-ырыуҙар араһында низағ тыуа, дошманлашып та китәләр. Сит илдән ял итергә килеүселәрҙе кәләшлеккә урлап, шул арҡала дәүләттәр араһында килеп тыуған аңлайышһыҙлыҡтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек эстон студентын урланылар. Илселәргә низағты бөтөрөү еңелдән булмағандыр.
Кавказ ғына түгел, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда ныҡлы йола тотоу арҡаһында күңелһеҙ хәлдәр булып тора. Мәҫәлән, 17 йәшлек ҡыҙ урланғас, үҙенәҡул һалған.
Бында шуға ла асыҡлыҡ индереп китмәү мөмкин түгел: күптәр йоланың эстәлеген боҙоп, ҡыҙҙарҙы урлап ҡына ҡалмай, көсләргә лә маташа. Хәйер, ундайҙар егет түгел инде — енәйәтсе.
Әйткәндәй, был күренешкәҡаршы көрәшеүселәр ҙә юҡ түгел. Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров ҡыҙ урлауға ҡаршы асыҡ сәйәсәт алып бара, Ҡаҙағстан ҡануниәтендә лә махсус статья барлыҡҡа килде. Тик бер һорау тыуа: был күренеште мөхәббәт хаҡына ҡылынған “енәйәт” тип атарғамы, әллә ул ысынлап та енәйәтме?..


Һандар һәм дәлилдәр
* Рәсәй ҡануниәте ҡыҙ урлауҙы енәйәт тип һанамай (тыймай). Шул уҡ ваҡытта кеше урлаған өсөн төрмәгә эләгергә була.
* Әле Кавказ яҡтарында, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстанда ҡыҙ урлау йолаһы йәшәп килә. Мәҫәлән, профессор Рассел Клейнбах белдереүенсә, никахҡа ингән ҡырғыҙҡыҙҙарының яртыһы – урланған кәләштәр (йылына яҡынса 12 000 кеше), шуларҙыңөстән ике өлөшөн генәүҙ ризалығы менән “сәлдергәндәр”.
* Ҡаҙағстанға килгәндә, урланған ҡыҙҙар буйынса статистика алып барылмай. Әйткәндәй, ҡыҙ урлау йолаһына ҡаршы ҡанун ҡабул ителгәндән һуң бындай күренеш ун тапҡырға кәмегән.
* Статистика күрһәтеүенсә, урланған ҡыҙҙарҙың 90-95 проценты яҙмышына күнә, һирәктәр генә атай йортона кире әйләнеп ҡайта.


Халыҡәйтһә, хаҡәйтә

Әлиә, урланған килен:
– Бындай күренешкә ыңғай ҡарайым. Мине урлаясаҡтарын алдан белә инем. Шуға ҡарамаҫтан, бик үҙенсәлекле килеп сыҡты.
Һөйгән йәрем күрше ауылдан. Бер көн шулай өйләнешеү хаҡында һүҙ сыҡҡас, нисек был эште иҫтәҡалырлыҡ итеп башҡарырға тип баш ваттыҡ, һәм егетем мине урларға булды. Әлбиттә, ҡасан киләсәге хаҡында белмәй инем, шуға баҙап ҡалдым һәм ысын “ҡыҙ урлау”ға әйләнде лә китте.


Роберт, өйләнгән:
– Ҡыҙ урлап йөрөүселәргә аптырайым. Егетлек тип һанаһалар ҙа, бындай аҙымға гүзәл затты үҙенә эш-ҡылығы менән ҡарата алмағандар, тормошҡа яраҡлашмағандар бара һымаҡ.
Шәхсән үҙем кәләш алырҙан алда ата-әсәһе менән таныштым. Шунан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар араһында һөйләшеү булды. Алып ҡасыу, урлау тураһында һүҙҙә юҡ.


Фирүзә, ике бала әсәһе:
– Үкенескәҡаршы, минең яҙмыш нәҡ шул йолаға бәйле емерелде. Йөрөгән егетемдән айырып урланылар. Таңға ҡарай ғына сығып ҡаса алдым, тик… һөйгәнем, аңлатыуымды ла көтөп тормай, баш тартты. Балаларымдың атаһы – мине урлаған егет.

Шамил, өс бала атаһы:
– Хәҙер һағынып ҡына иҫкә төшөрәбеҙ кәләш менән ул төндө. Шулай осраша башлаған ғына саҡ. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым, мәктәпте тамамлап, институтҡа уҡырға барырға йыйына, минең ебәргем килмәй. Әйҙә, мин — урмансы, һин һатыусы булып эшләрбеҙ, өйләнешәйек, тим. Юҡ, ҡыҙ ипкә килмәй бит. Шунан ни, аптырап торманым, тоттоҡ та егеттәр менән бер төндә урланыҡ. Шунан алып бергәбеҙ. Әлбиттә, кәләш ситтән тороп булһа ла уҡыуын тамамланы. Үҙен хатта Өфөгә эшкә лә саҡырҙылар, тик барғыһы килмәне. Минең яҙмышым – ошо ауылда, тине ләҡуйҙы. Һауыт-һаба шалтырамай тормай, шулай ҙа беҙҙән дә бәхетлерәктәр юҡтыр, тип уйлайым. Бәлки, шул саҡта “урлыҡ”ҡа баш етмәһә, яҙмыштарыбыҙ башҡасараҡ хәл ителер ине.

Белгес фекере

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, филология фәндәре докторы, тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, фольклорсы:
– Был күренештең тамыры тәрәндә. Борон һәр ырыуҙың башҡалар аяҡ баҫмаҫлыҡүҙ ере, биләмәһе булған. Шул ерҙәргә инеү, ырыуҙыңҡыҙҙарын урлау батырлыҡ тип һаналған. Тотолғандар, һис шикһеҙ, язаға тарттырылған. Ошо рәүешле ырыуҙар араһында ниндәйҙер үҙенсәлекле аралашыу барлыҡҡа килгән, тиһәм дә, хаталанмаҫмын төҫлө.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында "урланған әйбер тылсымлы көскә эйә, ен-шайтандан һаҡлай" тигән фекер йәшәгән. Ырыуҙар ҡушылып, “ҡыҙ урлау”ҙар һүрелә башлағас, бындай күренеш тик ниндәйҙер бер йола рәүешендә йәшәй башлаған. Йәнәһе лә, урлап алынған кәләш ҡара көстәрҙән һаҡлай.
Әлбиттә, ярлылар өсөн был йола ҡулай булған. Ҡалым түләй алмағандар кәләште урларға тырышҡан. Бүтән берәүгә димләгән осраҡта ҡайһы бер ҡыҙҙар һөйгән егете менән ҡасып киткән.
Совет осоронда, ҡәтғи тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, йәштәр араһында бындай күренеш үҙенә күрә бер модаға әүерелгән, сөнки ата-әсәнән фатиха алып кейәүгә сығыу тигән күренеш күптәр өсөн ят булған, ирекле шәхес һөйгән йәре, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, теләгән кешеһе менән өйләнешә алған. Ҡыҙҙың ата-әсәһенән ҡурҡмағас, “ут” егеттәр оҡшаған ҡыҙын урлап алып киткән.
Бөгөн дәҡайһы бер яҡ башҡорттарында ҡыҙ урлау йолаһы һаҡлана. Әйтәйек, гәйнә ырыуына ҡараған Пермь башҡорттары һаман да кәләште урлап ала. Әммә был ваҡиға хаҡында ҡыҙ алдан иҫкәртелә. Өҫтәүенә мажараның иртәгәһенә егеттең ата-әсәһе ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын мотлаҡ барып күрергә тейеш. Артабан никах алды, туй йолаһы китә.
Башҡорттарҙың был йолаһы шуныһы менән айырыла: беҙҙә урланған кәләш өсөн ғауғалашып, дошманлашып йөрөмәйҙәр.


Ришад РАФИҠОВ, хәҙрәт:
– Дин бындай күренеште хупламай. Мосолман өсөн ҡыҙ урлау енәйәт һаналырға тейеш. Нисек инде атаһының фатихаһынан, ризалығынан тыш ҡыҙҙы өйгә алып ҡайтмаҡ, хатта түшәккә ятҡырмаҡ кәрәк?! Был бит баш китерлек енәйәт. Бындай аҙымға барыусылар, ғаиләҡорһа ла, бәхетле булмайҙыр.
Йәшерен никах, өйләнгәнгә тиклем бер-береңде һынау өсөн йәшәп ҡарау ҙа ҡыҙ урлау кеүек яҙыҡ эштәр рәтенә инә.

Махсус битте Рәмил Мансуров әҙерләне.


Вернуться назад