Күҙ нуры, ҡул йылыһы һеңгән07.03.2014
Күҙ нуры, ҡул йылыһы һеңгән
“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һөнәрлене данлай “Башҡортостан” фестивалендә Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһынан килгән Люциә Тойғонова күркәм биҙәк булғайны. Хәҙер иһә Люциә апай редакцияға йыш һуғыла. Күҙҙең яуын алып торған шәлдәрен Матбуғат йортондағы барлыҡҡатын-ҡыҙ түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

«Шәл бәйләү – бәләкәйҙән ғашиҡ булып, ғүмер буйы яратып башҡарған шөғөлөбөҙ. Унһыҙ йәшәп булмай. Беҙҙең яҡта ҡатын-ҡыҙ кәзә дебетенә биш йәштән тотона, һикһәнгә хәтле иләп-сиратып ултырғандары бар. Борондан килгән йола әле һаман да йәшәй», — тип һөйләй Люциә апай.
Уныңәсәһе Көнһылыу Хәйбулла районының Вәзәм ауылынан Ырымбур яҡтарына килен булып төшкән.
— Уның бәйләгән әйберҙәре иҫ киткес матур ине. Баҙарға һатырға барһа, ярты юлдан әйләнеп ҡайта торғайны, сөнки шәлдәрен алып ҡалыр өсөн ҡатын-ҡыҙ алдына сығып торор булды, — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша апай. — Үҙем иһәғүмер буйы бәйләнем. Әсәйемдән үҙләштергән өлгөләрҙе лә, һуңынан өйрәнгәндәрен дәҡулланам. Айырыуса әсәйемдең шаҡмаҡ биҙәген яратам. Машина менән шәл бәйләүҙе өнәмәйем. Миңәҡалһа, кеше ҡулының йылыһын һеңдергән дебет кенәҡышҡы һалҡындан һаҡлай ала. Ә бер шәлде мин ике-өс көндә бөтөрөп ҡуям. Баҡыр-көкөрт комбинатында электр монтеры булып эшләп, яңыраҡ хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡаланың мәҙәниәт һарайында ойошторолған башҡорт фольклор ансамбленә йөрөйөм, башҡорт ҡоролтайыныңәүҙем ағзаһымын...
— Ҡала ерендә йәшәгәс, дебет табыу мәсьәләһен нисек хәл итәһегеҙ? — тип һорайым Люциә апайҙан.
– Әсәйем иҫән саҡта дебеткәҡытлыҡ юҡ ине. Ул иллеләгән кәзә тотто. Хәҙер иһә ауылға ҡайтып, сеймалды ентекләп һайлап алам, – тине ул. – Дебет кәзәләренең күк, һоро, ҡара һәм аҡ мамыҡлылары ла бар был яҡта. Үҙебеҙҙеке тип һайлап үрсетелгән кәзәнең дебете ялан йәки урман яғыныҡынан айырылып тороуын, йәғни күпкә йылыраҡһәм сифатлыраҡ икәнен шәлселәр белә. Беҙ иһә туғандар артелен булдырғанбыҙ. Шәлде еңгәм, киленем, һеңлем бәйләй. Барыбыҙҙа әсәйебеҙгә рәхмәтле: ул беҙҙе һөнәрле итте. Ни генә тимә, икенсе икмәк, өҫтәмә килем алырлыҡ шөғөл бит ул.
Килешәм, килемле, әммә бик ваҡ, күҙҙең нурын һурған шөғөл дә баһа ул – шәл бәйләү. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: нәҙек кенә еп менән энәгә сәғәттәр буйы текәлеп ултырып, һырлап-семәрләп шәл, шарфтар бәйләп ҡара!
Энә тотмаған көнө юҡ уның. Телефондан һөйләшһә лә, телевизор ҡараһа ла, тилбер бармаҡтары эшһеҙ тормай: йә бәйләй, йә мамыҡ аялай. Илдә тауарға ҡытлыҡ булған осорҙа бар кейем-һалымды үҙе бәйләп кейгән. Күҙ нурын, ҡул йылыһын ҡушып бәйләгән бейәләй, ойоҡбаш, шәл һәм кофталарын хәҙер ҙә яҡындарына ихлас өләшә.
– Шәл бәйләү оҙайлы “сиргә” әйләнде инде: ҡул эше тотмайынса, телевизор ҡарарға ла ултыра алмайым, — ти оҫтабикә.
Люциә апай бәйләгән шәлдәрҙе, шәл ситтәрен һанай китһәң, осона сығып булмаҫтыр. Кешеләргә файҙаһы булһын тип бәйләнде инде ул тәнде генә түгел, йәнде лә йылытыусы болот-шәлдәр. Нисәмә саҡрым дебет еп иләнеп, сиратылып, нисәмә шәл китте был ҡулдарҙан! Бөтә Ырымбур өҫтөнә ябырлыҡтыр, моғайын.


Вернуться назад