Ҡатын-ҡыҙ – Һөйөү, Ир-егет – намыҫ07.03.2014
Әсәйҙәр – ғүмер бүләк итеүсе генә түгел, әҙәм балаһын ғүмере буйына оҙата килгән сихри көс тә. Ни өсөн сихри? Был көс өс халәттән ғибәрәт. Беренсенән, ҡатын-ҡыҙға тәбиғәттән ҡурсалау ҡөҙрәте бирелә: ул бала таба, уны ашата, кейендерә, хәүеф-хәтәрҙән аралай. Бындай тәбиғи инстинкт донъялағы һәр йән эйәһенәһалына. Балаһының именлеге өсөн бәләкәй генәҡош та үҙен аямай януарға ҡаршы ташланырға әҙер. Сабыйҙың иҫәнлеген, һаулығын, йәғни физик тәбиғәтен һаҡлауҙан тыш, әсә кеше бәләкәсенә аң йәһәтенән дә тәьҫир итә: өйрәтә, аңлата, кәңәш бирә.

Бала ҡарында саҡта уҡ уның менән аралашыу башлана: шиғыр уҡыу, әкиәт һөйләү, йыр тыңлатыу уның аңын формалаштырырға, күңелен үҫтерергә ярҙам итә. Ә инде ике-өс йәшлек сабый менән көнөнә ярты сәғәт булһа ла ихласлап уйнап, шаярып-көлөп алыу, мәктәпкә йөрөгәне менән өйгә бирелгән эш буйынса әңгәмәләшеү, берәй ҡыҙыҡлы теманы тикшереү, күк есемдәре, тәбиғәт күренештәре тураһында һөйләү – уныңһәр яҡлап үҫешен тәьмин итеүҙә иңһөҙөмтәле, файҙалы алымдар. Ниһайәт, әсә булыуҙыңөсөнсөһәм, минеңсә, иң мөһим сағылышы – ҡатын балаға наҙын, моңон, һөйөүен бирә. Ошо өс халәт һәм һәләт һәр әсәнең йөрәгендә яралып, ғүмер дауамында йәшәйһе көс булып урғыла. Был көс әсәне лә, баланы ла йәшәтә.
Ғаиләләәсә хис-тойғо йәһәтенән ифрат ҙур роль уйнай. Һәр ғаилә ағзаһының, айырыуса балаларҙың, һаулығы, уңыш-үҫеше, хатта яҙмышы гүзәл заттың психоэмоциональ торошона һәм, дөйөм алғанда, донъяға ҡарашына бәйле.
«Бөйөк ир-ат артында бөйөк ҡатын-ҡыҙ тора» тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткәнегеҙ барҙыр. Ошо урында Барак Обама тураһындағы көләмәс иҫкә килеп төштө. Америка Президенты ҡатыны менән ресторанға бара. Ҡатыны ресторан хужаһы менән һаулыҡһорашҡас, ире, аптырап:
– Ҡайҙан беләһең уны, һөйөклөм? – тип һорай.
– Уҡыған саҡта артымдан йөрөгәйне.
– Уға кейәүгә сыҡһаң, ресторан хужаһыныңҡатыны булыр инең бына, – тип көлгән Обама. Мишель ханым серле генә йылмайып:
– Юҡ, мин Президент ҡатыны булыр инем, – тип яуаплаған.
Быныһы инде шаярыу ҡатыш әйтелде. Әммә ысынында ла ҡатындың уй-кисерештәре яҡындарының тормошона ҙур йоғонто яһай. Бөтәғаилә ағзалары үҙ-ара бәйле. Мәғлүмәти-энергетик киңлектә уларҙы күренмәгән сылбыр бәйләй. Бер кешенең күңел торошо ошо сылбыр буйлап икенсеһенә күсә. Был бәйләнештәәсә төп урынды биләй, йәғни ғаиләлә булған хәл-торош-ваҡиғаларҙың күпселек өлөшө уның эске донъяһына барып тоташа. Үҙегеҙҙә күҙәткәнегеҙ барҙыр: ҡатын-ҡыҙ күпмелер ваҡыт дауамында көйһөҙләнеп, кәйефе ҡырылып, нимәгәлер борсолоп йөрөһә, бала тынысһыҙлана, мыжый башлай, сиргә тиҙ бирешеүсән булып китә. Ә инде шатланып, эстән балҡып, үҙ көсөн тойоп йөрөгән сағында бала ла тыныс була. Әсәнең хәле сабыйҙа шунда уҡ сағыла. Бала ни тиклем бәләкәй булған һайын, был бәйләнеш көслөрәк була. Әммә ул буй еткереп, үҙаллы тормош башлап, үҙе ата-әсә булғанда ла, кешеләрҙе тоташтырыусы нескә ептәр һаҡлана. Әйткәндәй, улар беҙҙе ата-бабалар менән дә, киләсәк быуындар менән дә тоташтыра.
Нәфис заттың донъяны танып белеүе ләғәзиздәренең тормошонда сағылыш таба. Әйтәйек, кеше ниндәйҙер ҡиммәттәрҙе Тәбиғәт талап иткән ҡанундарҙан өҫтөн ҡуйып, уларға табынып йәшәһә, балаһы тап шуларҙан мәхрүм була. Ҡатын әхлаҡҡа ныҡ бәйле икән – йән киҫәге, киреһенсә, әхлаҡи яҡтан бәйһеҙ булыуы ихтимал һ.б. Ни өсөн тигәндә, әҙәм балаһы өсөн иң мөһиме йәшәйештең Тәбиғәт менән яратылған ҡотона, асылына тоғро булып йәшәү. Ә ул ҡоттоң нигеҙе – һөйөү. Шуға күрәәсәнеңһөйөүен, тойғоларын өс халәттең иң мөһиме тип атаным.
Яҡын кешебеҙ биргән йылы хистәр әҙәм балаһы өсөн ғүмеренең ахырынаса һынмаҫҡалҡан булып тора. Тормоштоң ниндәй мәлендә лә кеше күңеле менән әсәһенәөндәшә. Әрмелә хеҙмәт итеүсе егет булһынмы, сит яҡтарҙа эшләп йөрөүсе олпат ирме, үҙе өләсәй булған ҡатынмы – һәр кем үҙәк өҙгөс ауыр саҡта «Әсәй» тип шыбырлай, шатлыҡлы, бәхетле мәлдәрен дәәсәһе менән уртаҡлашырға ашҡына. Тик был оло тойғо барыһын да бала ыңғайына ҡуйыуҙы аңлатмай. Әсәһөйөүе – наҙ бүләк итеү, моңһеңдереү, ғәфү итә белеү, ҡабул итеү, кәрәк саҡта әрләү, тейешле язаһын да биреү, бөтәөмөттәр һүнгәндә лә талғын ғына бер шәм булып яныу. Шунда уның көсө. Сихри көсө.
Донъялағы бөтә нәмәһөйөүҙән яралған һәм ахырҙа шул тойғоға әйләнеп ҡайтасаҡ. Әсәнең бурысы — ошо изге яҡтылыҡты сабыйға һеңдереү. Быныңөсөн һәр ваҡыт ниҙер аңлатыу, һөйөү талап ителмәй.
Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ зат тип нарыҡлап өйрәнгәнбеҙ. Эйе, ул ир-егет менән ҡул көрәштерә алмай. Алмаһын да шул. Ул балҡыһын, нур бөркһөн, йылы өләшһен, сабыр булһын. Шунда уның көсө. Элегерәк үҙем өсөн шундай билдәләмә уйлап тапҡайным: ҡатын-ҡыҙ – Һөйөү, ир-егет – Намыҫ. Атай кеше, ҡәлғә кеүек, ғаиләһен тышҡы яҡтан ҡурсалаһа, әсә уның гармонияһын, ҡотон һаҡлай. Тик ролдәрҙе ҡырҡа айырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Улар икеһе – бер бөтөн. Һәм ошо бөтөнлөктә ир кеше дөйөм планда ҡатындан ярты аҙым алда барырға тейештер. Ни тиһәң дә, ир-арыҫлан асылы – аҡыл, әүҙем эшмәкәрлек, ихтыяр, ә гүзәл заттыҡы – инсафлыҡ, нәзәкәтлек, матурлыҡ.


Вернуться назад