Кем ниндәй бүләк ала?07.03.2014
Кем ниндәй бүләк ала?
Фирүзә ПАРИЖ,
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт
академия драма театры артисы:

— 8 Март табынына мотлаҡ баллы торт бешерәм. Шунһыҙ байрам байрам түгел һымаҡ. Ҡыҙым Нәркәс менән улым Кинйәҡыуандыра. Матур шиғырҙар, открыткалар бүләк итәләр, уларҙы ҡәҙерләп һаҡлайым. Былтыр эштән ҡайтыуыма Кинйә яңы ғына йәбештерелгән обойға матур итеп йөрәк, ҡанатлы фәрештәләр төшөрөп ҡуйған ине. “Ҡыуандым”. Улымдың ижад емеше һаман бүлмәне биҙәп тора, бер нәмә менән дә йыуып бөтөрөп булмай. Шулай ҙа иңҡыҙыҡлы хәтирәләр бала саҡ менән бәйле. Нисә йәштә булғанбыҙҙыр, хәтерләмәйем, һеңлем Илүзә менән әсәйҙең эштән ҡайтыуына торт бешерергә булдыҡ. Һыуға он ҡушып ҡамыр баҫтыҡ та өҫтөнәҡатыҡһыланыҡ. Был һыйҙан әсәй, әлбиттә, итәғәтле генә итеп баш тартты.
Һуңғы йылдарҙа байрам көндәрендә сәхнәлә булам. Былтыр “Нәркәс” спектаклен ҡарағандан һуң хисләнеп киткән бер апай яурыныма шәл япты. Был бүләкте ҡәҙерләп кенә йөрөтәм. Уны 8 Мартҡа бәйле бирелгән иңҡәҙерле әйбер тип һанайым.

Кем ниндәй бүләк ала?
Земфира БАЙБУЛДИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған
артисы:

– Балалар бәләкәй булғас, байрамды бик ябай итеп үткәрәбеҙ, күберәк көндәлек мәшәҡәттәргәәүрәйбеҙ. Рәдиф, ғәҙәттә, Камила, Сафия менән өсөбөҙгә йә гөлләмә, йә йөрәк формаһындағы шарҙар алып ҡайта. Төрлө биҙәүес әйберҙәр яратам. Ошо мауығыуымды белеп, ирем аҫыл таштарҙан эшләнгән алҡа, беләҙек, йөҙөк бүләк итергә тырыша. Балалар, әлбиттә, байрамдыңәһәмиәтен аңлап етмәй, шулай ҙа Камила һыуытҡысҡа матур итеп һүрәт төшөрөп элеп ҡуя.
Элегерәк байрам мәлендә гел эштә була торғайным, хәҙер иһә 8 Мартты ғаилә усағында йылынып, балаларға әүрәп үткәрәм. Ошоноһо менән был көн ҡәҙерле лә инде.

Кем ниндәй бүләк ала?Зилә УСМАНОВА, “Алтын Урал” халыҡ ижады премияһы лауреаты,
йырсы:
[/left]
– Бер нисә йыл рәттән 8 Март байрамын сәхнәләүткәрҙем. Быйыл, бәлки, өйҙә ял итеп булыр тигән өмөт бар. Тормош иптәшем Хәсән, ғәҙәттә, сағыу гөлләмә бирә, ә төп бүләкте 9 мартҡа, тыуған көнөмә, ҡалдыра. Балалар иһәүҙҙәре эшләп открыткалар бүләк итә, табында шиғыр һөйләйҙәр, йырлайҙар. Иң иҫтәлекле байрамым 13 йәшемде билдәләгәндә булғандыр: тыуған көнөмәөҫтәл әҙерләгәндәҡулымды яндырғайным... Яраның ныҡәрнеүенәҡарамаҫтан, байрам өҫтәле тәмле һәм матур килеп сыҡты.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
яҙып алды.


Вернуться назад