Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа!07.03.2014
Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа! Ир-егеттең көслө беләге генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙың нескә иңдәре лә күп ауырлыҡты күтәрә. Ҡайһы бер гүзәл зат вәкилдәренең ауыр хеҙмәтте уфтанмай, арымай-талмай башҡарыуына ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡуяһың. Ошондай тойғоларҙы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында ла кисерергә тура килде.
Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа! Бында ҡатын-ҡыҙ "Октябрь" ер аҫты руднигында, техник контроль бүлегендә, химия лабораторияһында, байыҡтырыу фабрикаһында тир түгә. Эш "ирҙәрҙеке" һәм "ҡатындарҙыҡы"на бүленмәй — тормошоңдо ауыр сәнәғәт предприятиеһы менән бәйләгәнһең икән, төрлө хеҙмәткә тотонорға тура килә.
Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа! Химия лабораторияһы — комбинаттың иң яуаплы бүлектәренең береһе. Тап бында концентраттың составы тикшерелә, иретмәләргә химик анализ яһала. Һыуҙың таҙалығын билдәләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Комбинатта сығарылған мәғдәндең сифаты ла нәҡ ошо лаборатория ҡыҙҙарының эшенә туранан-тура бәйле. Борсолоу урынһыҙ: оҫта, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йыйылған бында. ГөлгөнәҠолбаева менән Рәйсә Абдуллина — тап шундайҙарҙан.
Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа! Сифатлы һәм баҙар иҡтисадында конкуренцияға һәләтле мәғдән сығарыуҙы күҙәтеү — техник контроль бүлеге хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы. Беҙ барғанда, унда Эльмира Аҙнабаева етәкселегендә 23 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле хеҙмәткәр Татьяна Мосунова менән мастер Эльвира Туғыҙбаева эшләй ине. Улар сеймалдың сифатын тикшерә, етештерелгән продукцияның тейешле талаптарға яуап биреүен тәьмин итә.
Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа! Юлиә Бабушкина, йәш булыуына ҡарамаҫтан, флотаторсы булып эшләй. Флотация — минералдарҙы айырыуға, руданы байыҡтырыуға ҡоролған ифрат ҡатмарлы процесс. Смена буйы аяҡөҫтө йөрөргә тура килһә лә, Юлиәҡыҙыҡлы һәм яуаплы эш башҡарыуы менән ғорур.
Бүребайҙың данлы шахтерҙар династияһын дауам итеүселәрҙең береһе Гөлдәр Хәсәнованы эш урынында осраттыҡ. Ул шахталағы күтәреү машинаһына идара итә.
— Әсәйем Фәниә Бәхти ҡыҙы ғүмер буйы ошонда эшләне, — ти Гөлдәр Миңлеғәле ҡыҙы. — Бала сағым уның янында үтте, тиергә була. Әсәйем кеүек машинистка булырға хыялланып үҫтем. Теләгем тормошҡа ашты, быға һис тәүкенмәйем.
Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа! Ер аҫтына юлланған эшселәрҙе, ҡорамалдарҙы, төҙөлөш материалдарын күтәреп-төшөрөүҙән тыш, тау рудаларын сығарыу ҙа — машинистарҙың бурысы. Шуныһы үҙенсәлекле: улар фәҡәт тауыш, яҡтылыҡ сигналдарына буйһона. Мәҫәлән, "машинаны туҡтат", "өҫкә күтәр", "шахтала кемдер ауырып китте" һәм башҡаларҙы аңлатҡан унға яҡын билдә бар. Был ифрат яуаплы ергә килгәнгәҡәҙәр машинистарҙың барыһы ла сигналсы булараҡ тәжрибә туплай.
Шахтала эш тәүлек әйләнәһенә бара. Смена буйы барабандарға, ундағы билдәләргәҡарап ултырыу еңел түгел, әлбиттә. Күтәреү машинаһы кабинаһының киң тәҙрәһенән ике ҙур барабан күренә. Уларҙың береһенән ҡорос канат һүтелә лә, икенсеһенә уралып, аҫҡа һәм өҫкә хәрәкәт барлыҡҡа килтерә. Машинистарҙың эшенең ни ҡәҙәр ауыр, яуаплы икәнлеген Гөлдәр Хәсәнованың янында ныҡлы төшөндөк.
Артабан беҙҙе ер аҫтында эшләгән сая һәм тәүәккәл ҡатын-ҡыҙ менән осрашыу көтә ине. Ҡаһармандарға тиң гүзәл зат вәкилдәрен күрмәйенсә китә алманыҡ: был, минеңсә, ҙур хилафлыҡ булыр ине.
Фәүҡинур Ғәйнуллина шахтала ер аҫты машиналарын "йүгәнләй" икән. Эше ауыр һәм яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, көләс йөҙлөлөгөн, мөләйемлеген юғалтмаған ханымды күргәс: "Ҡатын-ҡыҙҙы бер ниндәй хеҙмәт тәүҙ булмышынан айыра алмай шул", — тип уйлап ҡуйҙым.
Фәүҡинур Фәйзрахман ҡыҙы Баймаҡ районынан икән.
— Иремде бында йүнәлтмә буйынса эшкә ебәргәйнеләр, — ти ул. — Аҙаҡүҙем дә шахтаға килдем. Эшем оҡшай, тәүҙә шомлораҡ кеүек тойола ине, хәҙер өйрәнелде.
Сая ҡыҙҙар ҡайҙа? Бүребайҙа! Эльвира Ураҡованы иһә шахтаға төшөүөсөн махсус әйберҙәр алғанда осраттыҡ. Ханым шахтерҙар династияһынан икән. Атаһы Зиннур Хәсәнов комбинаттың алдынғы хеҙмәткәре булған, әле хаҡлы ялда. Әйткәндәй, Эльвираның ире лә бында эшләй.
Тағы ла бер гүзәл зат вәкилен — шахтерҙар династияһын дауам иткән Гөлнара Түләшеваны — эшкә наряд алып торғанда фотоға төшөрөп алдыҡ.
Күптәр, бәлки, шахтала тир түккәндәр араһында ҡатын-ҡыҙ барлығын белмәйҙер ҙә. Әле беҙ ундайҙарҙың бер нисәһенә генә туҡталып үттек. Ә бит арабыҙҙа ауыр хеҙмәткә егелгән ҡатын-ҡыҙ ифрат күп!
Ғөмүмән, данлы шахтер һөнәренә тоғро бүребайҙар. Быуындар бәйләнеше дауам итә: бөгөн тау сәнәғәте предприятиеһына яңы быуын — ошонда эшләгәндәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре — килә. Уларҙың данлы шахтерҙар династияһын ғына түгел, ә тотош предприятиены үҫтереүгә тос өлөш индереренә иманым камил. Ҡаһарман әсәләрҙән тыуған балалар бит улар!



Вернуться назад