Һүҙ - ир-атҡа07.03.2014
Һүҙ - ир-атҡаНоғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
– Ҡатын-ҡыҙ — йәшәргә дәрт, эшләүгә дарман биреүсе илаһи йән. Улар һиңә йылы нур һибеүсе ҡояш, уларһыҙ тормош йәнһеҙ.
Байрам менән һеҙҙе, матурҙарым!











Һүҙ - ир-атҡа Фәрит БИКБУЛАТОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
— Ғүмерем буйына ҡатын-ҡыҙҙы данлап йырланым. Күпме генә данлаһам да, аҙһымаҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙ — үҙе үк ҡабатланмаҫ моң ул!
Йөрәктәребеҙгә илһам биреп, бәхеткә төрөнөп йәшәгеҙ, һөйөклөләребеҙ!








Һүҙ - ир-атҡа Фидан ҒАФАРОВ, Рәсәйҙең, Башҡортостандыңһәм Татарстандың халыҡ артисы:
— Һөйөклөҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа мин һәр саҡ Зөбәржәттең сибәрлеген, Ғәлиәнең сабырлығын, Ғәлиәбаныуҙың сафлығын күрәм. Бына ошо сибәрлеккә, сабырлыҡҡа, сафлыҡҡа табынып йәшәйек.
Байрам менән, гүзәл зат!


Вернуться назад