Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Украиналағы урыҫтарҙы яҡлаған “Беҙ – бергә” акцияһы башланды. Ул “Рәсәй өсөн” халыҡ фронты” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте башланғысы менән уҙғарыла. Сараны “Уфимское времечко” тапшырыуы, “Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ йыйылышы”, “Витязь” диңгеҙ пехотасыһы” йәмғиәттәре, Башҡортостандағы Хәрби хәрәкәт ветерандары йәмәғәт ойошмаһының координация советы һәм республиканыңҠатын-ҡыҙҙар союзы ойошторҙо.
“Бөгөн Украиналағы хәл-ваҡиғалар барыбыҙҙы ла борсоуға һала. Күптәребеҙҙең унда туғандары һәм дуҫтары йәшәй. Илдәге урыҫ телле халыҡтың йәберһетелеүе тетрәндермәй ҡалмай. Кешеләр үҙ фекерен белдерә, туған телендәһөйләшә алмай. Бөгөн Украинала ялған власть идара итә, илдә тәртип юҡ, дәүләт сәйәсәтен милләтселәр һәм шовинистар алып бара. Ошондай ҡатмарлы хәлдә Украина халҡы менән бергә булыуыбыҙҙы күрһәтергә, быуаттар буйы бер-беребеҙҙе ситләтмәй йәшәгән кешеләргә теләктәшлек белдерергә теләйбеҙ. Рәсәй Федерацияһының Украинаға ярҙам күрһәтеү буйынса ғәмәлдәрен хуплағандарҙың, туғандаш дәүләт халҡы менән бергәҡалырға теләгәндәрҙең барыһына ла акциябыҙҙа ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ”, — тиелә “Беҙ — бергә” акцияһын ойоштороусыларҙың рәсми мөрәжәғәтендә.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, Украинала, атап әйткәндә, Ҡырымда йәшәгән урыҫ телле халыҡтың яҙмышына битараф булмаған һәр кеше сарала ҡатнаша ала. “Иң мөһиме — ваҡиғаларҙан ситтәҡалмау”, — ти ул.
Акцияға ярашлы, 9 мартҡа тиклем Өфөлә Рәсәй флагы төҫөндәге таҫмалар таратыла. 9 мартта көндөҙгө сәғәт 12-лә (Менделеев урамындағы 221-се йорт) тыныс осорҙа һәм һуғыш ваҡытында һәләк булған моряктарҙың мемориаль комплексы эргәһендә проектта ҡатнашыусыларҙың осрашыуы уҙғарыла. Тап ошонда Өфөнөң Менделеев, Сипайлово, Жуков, Седов, Өфө шоссеһы, Невский, Беренсе Май, Космонавтар, Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Вәлиди урамдары, Октябрь проспекты һәм Дуҫлыҡ монументы аша үткән автоуҙыш башлана. Унда 200-ҙән ашыу кешенеңҡатнашыуы көтөлә.
“Башинформ” мәғлүмәттәренән.