Быйыл гүзәл зат вәкилдәрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән үҙенсәлекле ҡотланылар. Байрамдың төп тантанаһы баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында ойошторолдо. Унда хеҙмәт алдынғылары һәм яуаплы белгестәр саҡырылды. Республика етәкселеге исеменән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаѕары Рөстәм Мәрҙәнов тәбрикләне.
– Беҙ, ир-ат, һәр ваҡыт һеҙгә таяныс булырға тырышабыҙ. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Ҡатын-ҡыҙһәм балалар үҙҙәрен яҡлаулы, ышаныслы тойһон өсөн ҙур көс һалабыҙ: балалар баҡсаларына сиратты кәметәбеҙ, заманса перинаталь үҙәктәр һәм бала табыу йорттары, дауаханалар, мәктәптәр төҙөйбөҙ, күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай ер бүләбеҙ, – тине ул һәм башҡа ыңғай эштәрҙе һанап сыҡты.
Ғәҙәттәгесә, байрам көнөндә гүзәл зат күп матур һүҙҙәр ишетә. Улар әсәй, ҡатын, өләсәй, ҡыҙ, хеҙмәттәш булараҡ тәбрикләнә. Сәхнә түренә сыҡҡан балалар ҙа ҡатын-ҡыҙҙыңһәр сифатына тәғәйенләнгән шиғырҙарын уҡыны, филармония артистары йырҙар башҡарҙы.
Эшендә юғары уңыштарға өлгәшкән, башҡаларға үрнәк булған алдынғы хеҙмәткәрҙәр республиканың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Һуңғараҡ тантананың ни өсөн кинотеатрҙа үткәрелеү сере асылды – гүзәл затҡа “Етегән” кинофильмының премьераһы күрһәтелде. Режиссер Айсыуаҡ Йомағолов төшөргән картинала башҡорт халҡының Ете ҡыҙ тураһындағы легендаһы һүрәтләнә, унда йолаларыбыҙ, көнкүрешебеҙ сағылдырыла. Гүзәл зат тамашанан һәм фильмдан ҡәнәғәт ҡалды.