Бабайҙар ҡыҙ күҙләгәнме?05.03.2014
— Өләсәй, элек ҡыҙҙарҙы ысынлап та бабайҙарға кейәүгә биргәндәрме? Егеттәр булмағанмы ни? — Ләлә менән Рита көтмәгәндә шундай һорау бирҙе.

— Эй, балалар, беҙ үҫкән саҡта заманалар хәҙерге кеүек түгел ине шул. — Бибиғәйшә әбей, орсоғон ситкәрәк һалып, урындыҡҡа ипләберәк ултырҙы ла һөйләй башланы. — Эйе, ул саҡта Зөлфиә менән беҙ ҙә һеҙҙең кеүек етеп килгән ҡыҙҙар инек.
Беҙҙең ауылда өс Зөлфиә була торғайны. Береһе — сантыр Зөлфиә, икенсеһе, мәзин ҡыҙы булғанға, мәзин Зөлфиәһе, ә минең әхирәтемде һылыу Зөлфиә тип йөрөтә торғайнылар. Шулай булмай тағы, тирә-яҡта уға тиң матур юҡ ине шул. Буй еткән егеттәр ҙә, хатта теше ҡойолоп бөткән ҡарттар ҙа ауыҙ һыуҙарын ҡойоп ҡарап ҡала торғайны артынан. Бер ваҡыт шул Зөлфиә менән уларҙа ултыра инек, өйгә Көмөшбикә инәй килеп инде.
Тәүҙә әхирәтемдең әсәһе Сәғирә апай менән сәй эстеләр, шунан Көмөшбикә әбей: “Шулай итеп, Сәғирә килен, сәскәләй генә үҫеп килгән ҡыҙыңды 70 йәшлек ҡартҡа бирергә булдың инде, ә? — тип һораны. — Ҡыҙғаныр инең балаңды! Байҙың байлығы ярлыға йоҡмаҫ тигәндәй, Солтангәрәйҙең мөлкәте һиңә булыр, тиһеңме әллә?”
Зөлфиәнең әсәһе: “Әстәғәфирулла, тәүбә-тәүбә, тиген. Көмөшбикә еңгә, был ни тигән һүҙең? Ниндәй Солтангәрәй бай? Мин бит бер нимә лә белмәйем”, — тип сеңләп иларға тотондо, ә Зөлфиә менән беҙ, әллә яңылыш ишетәбеҙме тигәндәй, бер-беребеҙгә ҡарап ҡаттыҡ та ҡалдыҡ. Яңыраҡ күрше йәйләүҙәге Солтангәрәй байҙың йәш бисәһе үлгәнен белә инек белеүен, әммә шул 70 йәшлек ҡарт үҙенә теймәҫ Зөлфиәне һоратыр тип уйыбыҙға ла инеп сыҡманы. Етмәһә, өсөнсө бисәлеккә бит әле!
Шул ваҡыт: “Күрше йәйләүҙә йомошом бар”, — тип иртүк сығып киткән Зөлфиәнең атаһы ҡайтып төштө. Өйгә ингәс, ул күп илауҙан шешенеп бөткән ҡатынына Зөлфиәне Солтангәрәй байға бирергә килешеп ҡайтыуын, йома көндө ҡыҙҙарын алып китәсәктәрен әйтте. Хәҙер инде беҙ был һүҙҙең ысын булыуына тамам ышандыҡ, күҙҙәр шешеп, баштар тубалдай булғансы иланыҡ та иланыҡ.
Бөгөнгөләй күҙ алдымда. Йома көндө еңгәләре Зөлфиәне Солтангәрәй бай биргән затлы әйберҙәр менән биҙәндерҙе: ялтырап торған атлас күлдәк, буҫтау елән, үксәле итек, күҙҙең яуын алырҙай ҡашмау, беләҙек, ҡушар көмөш йөҙөктәр — торғаны бер хан ҡыҙы инде! Тик эш кейемдәме ни, балалар? Шунан әсәһен ҡосаҡлап үкһегән Зөлфиәне йомшаҡ кырандасҡа ултырттылар. Шул ваҡыт йола буйынса атаһы:
Толпар тайһа, ҡыҙым,
ат абыныр,
Ата хаҡын ныҡ тот инде.
Ҡаршылашма,
бер һүҙ әйтмә,
Кейәүеңде яҡшы көт инде,
— тине.
Күҙҙәренән йәштәре субырлап ағып торған Зөлфиә:
Ата хаҡын белгәс,
гонаһ булғас,
Ниңә күҙ йәшемде күл иттең?
Етмеш йәшлек ҡартҡа
көсләп биреп,
Ниңә балаң хаҡын оноттоң?

— тип сеңләне лә, үкереп илап, кырандасҡа ауҙы.
Бындай хәлдәр күп булды. Беҙҙең ауылдан, 78 йәшлек Миһран ҡарт, әбейе үлгәс, бер ярлы ғына кешенең 13 йәшлек ҡыҙын алып ҡайтты. Бахыр баланың ата-әсәһе: “Ҡыҙыбыҙ астан үлгәнсе, исмаһам, унда тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булыр”, — тип ошондай ҡарарға килгән, имеш. Ҡыҙҙарын оҙата килеп, кейәү өйөндә ҡунырға ҡалған былар. Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһенә — ишек төбөндәге урындыҡҡа, кейәү менән ҡыҙға түрҙәге һикегә урын йәйгәндәр. Бер аҙҙан сабый, ҡобараһы осоп, әсәһе эргәһенә килеп һыйынған. Шулай булһа ла, иҙән тырнап илаған балаһын ҡалдырып, яҙмыштарына зарланып, ҡараңғы төндә ата-әсә үҙҙәренең ауылына ҡайтып киткән. Ары нимә булған, тиһегеҙме? Теге бахыр бала бер йыл Миһран менән йәшәгәндән һуң, сыралай кибеп, 14 йәшендә ҡара гүргә керҙе...



Вернуться назад