Иштирәктең ишле ғаиләһе05.03.2014
Иштирәктең ишле ғаиләһе
Иштирәктең тәбиғәте матур, халҡы тырыш һәм эшсән. Ауыл күрке булырҙай ғаиләләр ҙә күп бында. Әлеге һүҙем — ҡулға-ҡул тотоношоп 55 йыл тигеҙ ғүмер кисергән Фина менән Фәһим Әхмәтовтар тураһында.

— Киләсәккә үткәндәр нигеҙ һала. Иплелек, сабыр аҡыл, өлкәндәргә ихтирам беҙгә ҡаныбыҙ аша бирелеп, нәҫелдән нәҫелгә күсә. Бөгөнгө бәхетле ҡартлығыбыҙға үткән көндәр аша ҡарайбыҙ. Балаларыбыҙ уңыштарында, бәхетте ҡулда тота белеүҙәрендә, ҡатмарлы хәлдәр тыуғанда, аҡыл менән эш итеүҙәрендә быуындан быуынға күскән тәрбиә асылын тоябыҙ, — тип уй-фекерҙәре, бай тормош тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлаша улар.
Эйе, ғаиләнең рухи сәләмәтлеген ир менән ҡатындың бер-береһенә эскерһеҙ тойғолары, ихтирамы, аңлашып йәшәй белеүҙәре билдәләй.
Абруйлы ғаилә башлығы, ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшен билдәләгән Фәһим Әхмәтнәғим улы Иштирәктә тыуып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары... Аслыҡ-яланғаслыҡ. Атаһы һуғышҡа киткәндә һигеҙ йәшлек булып ҡалған малайға тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килә. Әсәһенә ярҙам итеп, үҙенән кесе ҡустыһын һәм һеңлеһен ҡарашыу, ҡышын бәләкәй сана тартып утынға барыу, ярым ас килеш йәйге селләлә колхозға бесән эшләшеү, баҫыуҙарҙа иген утау кеүек бик күп эштә ҡатнаша ул.
Ғаиләлә фронтта үлеп ҡалған атаһын да алыштырырға тура килә уға. Күп тә үтмәй, нәҫелдәренән килгән оҫталыҡ серҙәренә бик иртә төшөнгән малай, балта-бысҡы тоторға өйрәнә, сабата үрә, хатта ул осорҙа етмәгән ручка-ҡәләмдәрҙе лә үҙе яһай башлай.
Оҫталығын камиллаштырыу өсөн 20 йәшендә Өфөгә сығып киткән егет төҙөлөш ойошмаһына өйрәнсек булып килә. Ике йыл эсендә дүртенсе разрядлы балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә, шул уҡ ваҡытта тәҙрә биҙәктәрен дә сигеү сиккән кеүек иҫ киткес матур итеп ҡырҡырға, эшләргә өйрәнә. Ауылға әйләнеп ҡайтҡас, балта оҫтаһы булып йөрөй. Алтын ҡуллы һөнәрмәндең даны тирә-яҡҡа ла тарала. Ул төҙөгән йорттар, нурлы тәҙрәләр әле лә ауылыбыҙға ғына түгел, күрше ауыл-райондарға ла йәм биреп ултыра.
— 1958 йылдың көҙөндә Фәһимдәр беҙ йәшәгән Төкәйтамаҡ ауылына колхоз өсөн ағас әҙерләргә килде. Күршегә урынлашҡан егет беҙҙең ишек алдына, юҡ-бар сәбәп табып, йыш инә башланы. Оҙаҡ та үтмәне, ул миңә үҙенең мөхәббәт хистәрен белдереп, ғүмерлек йәре булырға тәҡдим яһаны. Тиҙҙән ул Иштирәктәге күршеһе менән мине яусыларға килде. Ноябрь аҙағында, заманына күрә ҙур туй үткәреп, яҡшы аттарҙа елдертеп кенә төп йортҡа килен булып төштөм, — тип иҫкә ала ул бәхеткә тулы көндәрен яңы ғына 75 йәшен түңәрәкләгән Фина Нуримөхәммәт ҡыҙы.
Уңған ғаилә үҙ көсө менән 1960 йылда беренсе йорттарын, 1969 йылда тағы ла яҡшыраҡ, иркенерәк итеп икенсеһен тергеҙеп инә. Донъяларын йәмләп, бер-бер артлы дүрт балалары тыуа. Әхмәтовтар икеһе лә ең һыҙғанып колхозда эшләй. Матур ғүмер кисереүсе ата-әсәһе тураһында һөйләгәндә, уларҙың өлкән ҡыҙҙары Флүрә бала саҡ хәтирәләренә йыш әйләнеп ҡайта.
— Әсәйебеҙ менән атайыбыҙ таңдан эшкә китә. Мин уларҙың яҙғы-көҙгө бысраҡта ла, ҡышҡы бурандарҙа ла иртәнге дүрттә тороп, эшкә ашығыуҙарын аңламайым. “Һуңынан барһалар, һыйырҙар һөт бирмәҫ инеме икән?” — тип уйлай торғайным. Икеһенең дә арып ҡайтҡанын күреп, беҙ көс еткән йорт эштәрен үҙебеҙ башҡарырға тырыша инек. Ата-әсә өлгөһө беҙҙе яҡшы уҡырға, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға әйҙәне лә инде. Уларҙың, “эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең — үҙең өсөн” тип, беҙҙе эшкә өйрәтеүҙәре хаҡ булды, — ти ул.
Берҙәмлектең ҡәҙерен белеп, йорттарында мал-тыуар, күпләп ҡош-ҡорт аҫраған, ишек алдарын гөл-сәскәгә күмеп йәшәгән, алдынғылыҡты бирмәгән Фәһим ағай менән Фина апай эш дәүерендә бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, икеһе типә-тиң 1976 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе” миҙалына, 1978 йылда “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ булалар. Ул ваҡытта ауыл эшсәндәрендә еңел машинаның аҙ булыуы һәр кемгә мәғлүмдер. 1990 йылда Киров исемендәге колхоз (хәҙер “Мир” кооперативы) етәкселеге Әхмәтовтарҙың тырыш хеҙмәтен баһалап, үҙҙәренең аҡсаһына һатып алыу шарты менән, “Жигули” машинаһы ҡайтарып бирә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тиҙ генә эштән туҡтаманы Әхмәтовтар. Фәһим ағай балта оҫтаһы булып йөрөһә, Фина апай дүрт-биш йыллап фермала быҙау ҡараны. Ғүмер һуҡмағынан оҙаҡ йылдар бергә атлаусы ата-әсә үрнәгендә үҫкән балаларҙың тормошо ла уңышлы була бит. Әхмәтовтарҙың барлыҡ балалары ла матур ғаилә ҡороп йәшәй, байрам тантаналарын туған-тыумаса менән төп йортҡа йыйылып, бергә үткәрәләр. Флүрәләре 1-се гимназия-интернатында тәрбиәсе ярҙамсыһы, Венера — шәфҡәт туташы, Лира — уҡытыусы, Флүрә иһә “Лукойл” ойошмаһында өлкән оператор булып эшләй. Балаларыбыҙҙан, кейәү-килендәрҙән бик тә уңдыҡ, ти туғыҙ ейән, ун ейәнсәренә һөйөнөп, ҡартлыҡтарын шатлыҡта кисереүсе ата-әсә.
Һуңғы йылдарҙа ауырыу сәбәпле даими тәрбиәгә мохтаж Фәһим ағайҙы Фина апай менән балалары һәр ваҡыт хәстәрләп тора.
— Беҙҙең дә тормош ҡояшлы көндәрҙән генә торманы. Төрлө ауырлыҡтар ҙа кисерергә тура килде. Ләкин һынманыҡ, һығылманыҡ, тормош кәртәләрен бергәләп үттек. Кешене кеше иткән гүзәл сифаттарҙы балаларыбыҙға ла һеңдерергә тырыштыҡ. Мөхәббәт хисен ғүмер буйы һаҡлап, бер-береңдең ҡәҙерен белеп, аңлашып йәшәү, ауыр ваҡыттарҙа түҙем булыу йәшлектә генә түгел, ҡартайғас та бик кәрәк сифат ул, – ти бай тормош тәжрибәһе туплаған Фина апай.
Киләсәктә лә ауылыбыҙ ғорурлығы, йөҙө булған аҫыл ғаиләнең йәшәү ҡото һүрелмәһен, тип теләге килә.
Зәлифә КАШАПОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад