Уғрылыҡ — яман ҡылыҡ05.03.2014
Уғрылыҡ —  яман ҡылыҡ Тәрбиәгә алынған баланың үҙенсәлектәре

Тәрбиәгә алынған баланың урлашыу холҡо асыҡланғанда, ата-әсәнең уның менән тыныс ҡына һөйләшеп аңлашыуы мөһим. Ниндәй сәбәптәр арҡаһында ул был аҙымға барырға мәжбүр булған, бындай хәл элек күҙәтелгәнме, кемдең йоғонтоһонда күңелһеҙ ваҡиғаға тарыған — ошоларҙы асыҡлап үтеү бик тә кәрәк.


Ғәйепләүҙән, оялтыуҙан тыйылып, тыныс шарттарҙа аңлашығыҙ, баланың урлашҡан ваҡытта һәм унан һуң кисергән хис-тойғоһон асыҡларға тырышығыҙ. Әгәр ҙә үҙегеҙҙең бала саҡтағы уғрылыҡҡа бәйле берәй ваҡиғаны һөйләп үтһәгеҙ, ул үҙенең кисерештәрен аңлауығыҙҙы тоясаҡ.
Артабан балаға урлашыуҙың насар ғәҙәт икәнлеген, ниндәй күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын аңлатығыҙ. Кеше әйберенә ҡул һуҙмайынса, ғәҙел тормошта йәшәүҙең мөһим икәнлеген иҫбатлағыҙ.
Тағы ла бер нисә ҡағиҙә. Беренсенән, ата-әсә шәхси өлгөһөндә уғрылыҡтың үҙҙәренә бөтөнләй ят ҡылыҡ икәнлеген күрһәтергә бурыслы. Кешенекенә тейергә ярамағанлыҡты балағыҙға һүҙ генә түгел, ә үҙ тәртибегеҙ менән дә раҫлағыҙ.
Икенсенән, улығыҙ йә ҡыҙығыҙҙың бөтә кәрәкле әйберҙәре булырға тейеш (уйынсыҡтар, кейем-һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтары һ.б.)
Өсөнсөнән, баланы тәртип ҡағиҙәләренә йәмғиәттең, беҙҙе уратып алған башҡа кешеләрҙең талаптарына ҡарап та өйрәтергә кәрәк. Бала ҡылығы өсөн яза алыуҙан ҡурҡып түгел, ә үтә насар күренеш, йәмғиәт тарафынан яман ғәҙәт булараҡ баһаланғанын аңлап баш тартырға тейеш.
Тәрбиәгә алынған баланың атаһы һөйләгән ваҡиға барыбыҙға ла һабаҡ булырлыҡ:
— Бер мәл ҡыҙым супермаркетта һағыҙ урларға маташҡан ваҡытта тотолған. Мине магазин мөдиренә саҡырттылар. Өлкән йәштәге ханым баланы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәклеге тураһында нотоҡ уҡып, мине лә, ҡыҙымды ла оялтып әрләне лә әрләне. Мин ҡыҙымдың тәрбиәгә алынған бала булыуы, беҙҙең ғаиләгә яңыраҡ ҡына килеп инеүе хаҡында бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Магазиндан сыҡҡас, ҡыҙым илап ебәрҙе. Ни өсөн уның тәрбиәгә алынған бала булыуын әйтмәүем уны аптырашта ҡалдырған. Мин уға балаларҙы “минеке” һәм “минеке түгел”гә айырмауымды, барыһын да үҙ балам итеп һанауымды аңлаттым. Ошо ваҡиғанан һуң ҡыҙымдың кеше әйберенә ҡул һоноу, урлашыу кеүек ғәҙәттәре бер ҡасан да ҡабатланманы.
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.


Вернуться назад