Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?05.03.2014
Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Бөгөн илебеҙ юлдарындағы фажиғәләр тураһында яңылыҡтар йыш ҡына яу яланынан килгән хәбәрҙәрҙе хәтерләтә: тегендә йәйәүлене тапатҡандар, бында машиналар төкөшкән һәм водителде “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға алып киткәндәр... Бындай хәлгә күнегеп тә бөттөк шикелле. Әммә былар бөтәһе лә иң тәүҙә юл йөрөү ҡағиҙәләрен белмәүебеҙ, йә белеп тә, йыш ҡына һанға һуҡмауыбыҙ һөҙөмтәһе бит. Ошоларҙы иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите “Автомәктәп” рубрикаһы асырға ҡарар итте. Ул гәзит уҡыусыларҙы юл йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәтәсәк, ошо өлкәлә иң һуңғы яңылыҡтар менән таныштырасаҡ. Рубриканы “Өфө-Автопрофи” мәктәбе директоры Хәлим Ғайса улы ӘЙҮПОВ алып бара. Әйткәндәй, уның юл йөрөү ҡағиҙәләре тураһындағы һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарғандарға, проектҡа йомғаҡ яһалған мәлдә, махсус бүләк – “Өфө-Автопрофи” мәктәбендә арзаныраҡ хаҡҡа белем алыу мөмкинлеге ҡаралған.


1-се дәрес
– Бөгөн техника һаны көндән-көн арта. Юл йөрөү ҡағиҙәләре лә йыш үҙгәрә. Ә водителдәрҙең күбеһенең яңы ҡануниәтте төшөндөргән китапты бер тапҡыр булһа ла ҡарап сығыу өсөн йә ваҡыты, йә теләге юҡ. Тап шуға ла арабыҙҙа бөгөнгө ҡағиҙәләрҙе белмәгән көйө машина йөрөтөүселәр бихисап. Ҡулына водитель танытмаһы алғандарҙың да бер нисә ай үтеү менән бөтә белеме ҡайҙалыр “оса”. Туҡтатып тикшерәйек: уларҙың 80 проценты юл ҡағиҙәләренә ҡағылышлы ябай ғына һорауҙарға ла дөрөҫ яуап ҡайтармаясаҡ. Улай ғына ла түгел: рулгә алкоголле эсемлек йә наркотик ҡулланған килеш ултырыусылар ҙа осрай. Йәмәғәт транспортына идара итеүселәр араһында ла шундайҙарҙың булыуы икеләтә ҡурҡыныс. Ә ошо сәбәп арҡаһында күпме кеше һәләк була, күпмеһе йәрәхәтләнә, йә ғүмерлеккә зәғиф ҡала?!
Бөгөн водителдәребеҙгә юлда мәҙәнилек етешмәүен дә айырым билдәләр инем. Үткәреп ебәрергә тейеш урында юл бирмәү осраҡтарының күплеге хайран ҡалдыра. Мәҫәлән, берәү машинаһы алдынан боролоп үтергә теләгәндә, йыш ҡына юл бирмәй маташҡандар хатта кабинанан сығып һуғышырға әҙерҙәр бихисап. Шуға ла юлдарыбыҙҙағы авариялар күплегенең төп сәбәбе – водителдәрҙең ошо ҡағиҙәләрҙе белмәүе йә белеп тә үтәмәүе һәм, әлбиттә, мәҙәниһеҙлеге.
“Автомәктәп” рубрикаһы менән гәзит уҡыусыларҙың бер өлөшөнә генә булһа ла иң мөһим ҡағиҙәләрҙе төшөндөрһәк һәм бер-ике кешенең генә ғүмерен һаҡлап ҡалһаҡ та, төп маҡсатыбыҙға өлгәштек, тип әйтә аласаҡбыҙ.


Вернуться назад