Йәштәрҙең эше гөрләй05.03.2014
Йәштәрҙең эше гөрләй
Үтә йәш күренгән Рәмил Билаловтың эшҡыуар икәнлегенә ышанып та булмай, әммә яҡындан аралашҡас, егеттең тәүәккәл генә булыуын белдем. Эшҡыуарлыҡта төп сифаттарҙың береһе был. Рәмил Сәғәҙәт улының үҙ юлын һайлауы, күптәргә хас булғанса, уйламаҫтан килеп сыға.

Туғанының тыуған көнөнә турағыс таҡта эшләп бүләк итергә уйлай. Ул хәтәр шәп килеп сыға. Табында йыйылғандарҙың һәммәһенә лә оҡшай, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға. Шул саҡ кемдер ошо эш менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Йәш кешегә лә был уй оҡшай. Ҡатыны Зәлифә лә: “Мин дә һиңә булышырмын”, — ти. Әйткәндәй, Учалы ҡыҙы Зәлифә менән Рәмил Сибай политехник колледжының биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлегендә уҡығанда таныша.
Тәүҙә улар ағастан ябай әйберҙәр яһай: икмәк һаҡлағыс, уҡлау, турағыс таҡта, бәләкәй бал һауыттары, балалар өсөн ултырғыстар. Йорт хужаһы бар күңелен биреп йыһаз эшләһә, ҡатыны уларға биҙәкләп-семәрләп һүрәт төшөрә. Ултырғыстарға баланың исемен дә төрлөсә биҙәп яҙып ҡуялар. Артабан ултырғыс эргәһенә өҫтәле лә, аҙаҡ һандыҡ, аш бүлмәһе йыһазы өҫтәлә. Күңел һалып башҡарылған ижади эштәр тиҙ арала һатылып бөтә. Өҫтәүенә, район хакимиәте йәш эшҡыуарға субсидия ла бүлә. 300 мең һум күләмендә алған дәүләт ярҙамына Рәмил фрезлау, шымартыу, йышыу станоктары һәм башҡа кәрәкле ҡорамал һатып ала. Шулай уҡ эш өсөн ҡарағай таҡталар ҙа йүнләй. Эшҡыуар ике кешегә эш урыны ла булдырған. Тик әлегә оҫтаханалары ғына юҡ. Шуға күрә ҡатынына буяу-семәрләү кеүек мәшәҡәттәрҙе үҙ йортонда башҡарырға тура килә. Киләсәктә Билаловтар берәй бинаны ҡуртымға алырға уйлай.
— Иң мөһиме – заказ биреүселәр булһын, ә барлыҡ ауырлыҡты еңергә мөмкин, — тип йылмая Рәмил Билалов.


Вернуться назад