Декларация тапшырырға онотмағыҙ05.03.2014
2013 йылға халыҡтың килеменә һалым декларацияһын тапшырыу ваҡыты быйыл 30 апрелдә тамамлана. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 2-се район-ара инспекцияһы ошо турала хәбәр итте.

Һалым декларацияһын кәмендә өс йыл милкендә булған мөлкәтте һатыуҙан, фатир йәки бүлмәне ҡуртымға биреүҙән, лотереяла йәки тотализаторҙа отоштан, бүләк ителгән мөлкәт рәүешендә килем алыусылар тапшырырға тейеш. Шулай уҡ был исемлеккә фән, әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре авторҙарының, уйлап табыусыларҙың вариҫтарына түләнгән аҡсанан, Рәсәйҙән ситтәге сығанаҡтарҙан, һалым агенты тарафынан тотоп ҡалынмаған һалымдан килем алыусылар, шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнгән нотариустар, адвокаттар инә.
Ҡануниәткә ярашлы, билдәләнгән 3-НДФЛ формаһында декларацияны тапшырмаған өсөн кәмендә 1 мең һум штраф һалыу ҡарала. Документтарҙы йәшәгән урын буйынса һалым органына тапшырыу шарт. Өфө ҡалаһының Октябрь районында теркәлгән һалым түләүселәр уны Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 144/3, 2-се корпус, 2-се ҡат (телефоны: 292-17-42) адресы буйынса тапшыра.
Инспекцияның Дыуан, Ҡыйғы, Балаҡатай, Мәсетле, Салауат райондарындағы айырымланған территориаль эш урындарының адресы:

Мәсәғүт ауылы, Октябрь тыҡрығы, 7/1,
тел.: 34798-336-96;
Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 11/9,
тел.: 34770-200-07;
Яңы Балаҡатай ауылы, Мәктәп урамы, 20,
тел.: 34750-219-69;
Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 61,
тел.: 34777-214-67;
Үрге Ҡыйғы ауылы, Салауат урамы, 1.



Вернуться назад