Бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек05.03.2014
Былтыр миңә Октябрьский ҡалаһындағы “Тонус” шифаханаһында ял итеп, дауаланып ҡайтырға насип булғайны. Унда республиканың төрлө төбәктәренән төрлө милләт кешеләре йыйылғайны. Шулай ҙа күпселеге татар, башҡорт һәм урыҫ халҡы ине. Ял итеүселәр өсөн шарттар һәйбәт, туҡландырыу яҡшы, кистәрен матур саралар ойошторола. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла ҡәнәғәтләндерҙе, тик һүҙем башҡа мәсьәлә хаҡында.

2014 йылдың Мәҙәниәт йылы исеме аҫтында үтеүенә бәйле, күңелемде өйкәгән бер хәл тураһында һуңлабыраҡ булһа ла әйтеүҙе кәрәк тип һанайым.
Бер көндө Нефтекама филармонияһы артистарының сығышын ҡараныҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов етәкселегендәге татар труппаһы ине ул. Концертты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы Зилә Әбделмәнова алып барҙы. Концертта татар, урыҫ көйҙәрен ишеттерҙеләр, хатта грузин артисы Кикабидзеның урыҫса “Мои года — мое богатство” йырын йырланылар. Бейеүселәр ҙә татар, урыҫ, мари бейеүҙәрен генә башҡарҙы. Мине Нефтекама филармонияһы артистары репертуарынан республикаға исем биргән милләттең йырҙары, бейеүҙәре төшөп ҡалыуы аптыратты. Быны нисек аңларға һуң?
Тағы шуны аңламайым: башҡорт сәнғәтен һанға һуҡмаған, бейеүҙәрен үҙ итмәгән кешеләр “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә нисек лайыҡ була?
Ә бына Октябрьский ҡалаһынан килеп күңелебеҙҙе күтәреп киттеләр. Мәҫәлән, “Тальянка” халыҡ ансамбле (етәксеһе — Елена Хәзипова) таң ҡалдырҙы. Тамашаны Фәдис Ғәниев репертуарындағы “Башҡортостан” тигән йыр менән астылар. Артабан Рәсүл Ҡарабулатов репертуарындағы “Сайҡалалар кәмәләр”ҙе һәм байтаҡ башҡорт композиторҙарының йыр-романстарын башҡортса, урыҫса һәм татарса яңғыраттылар. Етәкселәре, урыҫ кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, өс телдә лә матур итеп йырланы.
Артистар халыҡ араһында милләт-ара татыулыҡты нығытырға, рухиәтте байытырға булышлыҡ итә бит. Шуға күрә улар сәнғәт кешеһе тигән исемде лайыҡлы йөрөтһөн ине.
Робинзон ЗИННУРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
ауыл хужалығы хеҙмәткәре.



Вернуться назад