Гүзәл заттың дәғүәһе күп05.03.2014
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы күп кенә эш биреүсе ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын үтәмәй.

— Былтыр дәүләт хеҙмәт инспекторҙары ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтен ойоштороуҙа закон боҙған өсөн 200-ҙән ашыу эш биреүсегә иҫкәрмә биргән, — тине хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Андрей Цибизов.
Гүзәл затҡа йыш ҡына хәүефле шарттарҙа эшләргә тура килә. Тикшереү йомғаҡтары буйынса инспекция хеҙмәткәрҙәре Дүртөйлө районындағы “Зифа”, Дыуан районындағы “Триумф”, Өфө ҡалаһындағы “Альфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә тейешле дәғүә белдерҙе. Бынан тыш, Мәсетле районының “Глория” йәмғиәтендә, Ишембай мунса-кер йыуыу комбинатында, Өфөнөң Октябрь районындағы Төҙөкләндереү учреждениеһында, баш ҡаланың “Прогресс” ойошмаһында эшсе ҡатын-ҡыҙҙы махсус кейем-һалым, аяҡ кейеме, башҡа саралар менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр асыҡланды. Былтыр эш урынындағы фажиғәлә 32 гүзәл зат имгәнгән. 2012 йылда ошондай 56 осраҡ теркәлгән.
Хеҙмәт инспекцияһында билдәләүҙәренсә, йөклөлөк һәм бала табыу, сабыйҙы ҡарау буйынса пособиелар түләүҙе тотҡарлау осраҡтары ла юҡ түгел. Былтыр ғинуар–декабрҙә ошоға бәйле 100-гә яҡын эш биреүсегә административ сара күрелгән.



Вернуться назад