Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында машина эшләү тармағындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге съезы үтте.
Сараны республика машина эшләүселәр профсоюзы ойошторҙо. Йыйындың маҡсаты — эшсе ҡатын-ҡыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү, тармаҡтағы хеҙмәттең абруйын күтәреү, ҡаҙаныштарҙы танытыу, предприятиеға йәштәрҙе ылыҡтырыу. Съезда республиканың төрлө райондарында ошо тармаҡта эшләгән 330 гүзәл зат ҡатнашты.
Машина эшләүселәр профсоюзы рәйесе Николай Лифанов үҙенең сығышында эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың киҫкен проблемаларын билдәләне: түбән эш хаҡы, хеҙмәт хоҡуҡтарының боҙолоуы, ауыр физик эш. Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һорауҙарға яуап бирҙе.
Алдынғылар Почет грамоталары менән бүләкләнде. Байрам концерты күрһәтелде.