Ҡоҙаларҙың бүләге05.03.2014
Дөрөҫөн әйтәм: бығаса “Башҡортостан” гәзитенә ныҡлап иғтибар итмәнем. Предприятиеға килгәне ҡулға эләккәндә, ҡараштырғылап ҡына сыға инем. Татар телендә уҡығанлыҡтан, башҡортса баҫмаға яҙылыу уйы башҡа ла ингәне булманы.

Юбилейымда ҡоҙа менән ҡоҙаса, бүләктәренә ҡушып, аҙнаһына дүрт тапҡыр сыҡҡан “Башҡортостан”ға яҙҙырып, квитанция ла бирҙе. Гәзит өйгә килә башлағас, тәүҙәрәк уға элеккесә күҙ һалып ҡына сыға инем, тора-бара тотош уҡырға ылыҡтым. Республиканың төрлө төбәктәре, бигерәк тә тыуып үҫкән Туймазым, ҡасандыр эшләп киткән Салауат районы яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып танышам, мәҡәләләрҙә элекке таныштар телгә алынһа, яҡты иҫтәлектәр күңелде йылыта.
Ҡатыным Фәниәгә бигерәк тә баҫма биттәрендәге төрлө файҙалы кәңәштәр, фәһемле хәлдәр тураһында яҙмалар оҡшай. Ә инде “Йома”ны уҡый башлаһа, телевизор тураһында ла онота.
Юбилей ике булмағандай, ҡоҙа-ҡоҙасаның бүләге лә ҡабатланмаҫ тип ҡатын менән көлөштөк тә 2014 йылдың тәүге яртыһына “Башҡортостан”ға йәнә яҙылдыҡ. Шулай итеп, алдағы алты айҙа ла — беҙ бергә!
Ҡулға бер ҡәләм алғас, теләктәрҙе лә еткерәйем әле. Тәү сиратта гәзит хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыш теләйем, шулай уҡ баҫманың барлыҡ уҡыусыларына ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын.
Быйыл да баҫмала һәр кемдең зауығына ярашлы мәҡәләләр күрергә яҙһын. Һөнәрем буйынса төҙөүсе булараҡ, ошо йүнәлештәге, бигерәк тә төҙөк ауылдар тураһында уҡырға, матур йорттарҙың һүрәттәрен ҡарарға теләйем. Халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ябай эшсәндәргә күберәк урын бирелһен ине. Һуңғы йылдарҙа гәзиттәрҙә йыш телгә алынған, айырыуса “зәңгәр экран”дан төшмәгән артистарҙан бер ҙә кәм тир түкмәй бит улар. Күңел асыу саралары, конкурс-шоуҙар менән бер рәттән, күп төбәктәрҙә даими үткәрелеп торған һөнәри бәйгеләрҙе яҡтыртыуға ла йышыраҡ иғтибар бүленһен.
Рәзит ШӘРИФУЛЛИН,
һыу-канал предприятиеһы хеҙмәткәре.



Вернуться назад