Милекте кемдәр теркәй?05.03.2014
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыуға йомғаҡ яһалды.

Әле төбәктә 357 мең кешенең ергә милек хоҡуғы бар, шуларҙың 300 меңдән ашыуы 1 934 мең гектарға хоҡуғын теркәгән. Был граждандарға бирелгән ер майҙанының 84,3 процентын тәшкил итә. Башҡортостандағы ер фонды әле 14 294,7 мең гектарға тиң, шуның 6 242,1 мең гектары, йәғни дөйөм майҙандың 43 проценты, республика милкендә.


Вернуться назад