Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы радиоэлектрон кластерҙың Коллектив файҙаланыу үҙәге лабораторияһында булды.
Үҙәккә селтәрле, автоматлаштырылған проектлау, һаҡлаусан япмалар һәм робот техникаһы лабораториялары инә. Учреждениены ойоштороуға 100 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан — 80 миллион, республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
— Үҙәктә программа-телекоммуникация аппаратураһын проектлау, көйләү һәм тест үткәреү ҡорамалдары тупланған, — тип аңлатты консультант Альберт Маннапов. — Лабораторияларҙың барыһы ла үҙ-ара бәйләнгән.
Республикалағы радиоэлектрон кластер ойошмалары бындағы ҡорамалдарҙан, бүлмәләрҙән файҙалана ала. Бер ай элек асылған лабораторияла “Полигон”, “ERTech”, “Технософт” предприятиелары тикшеренеү үткәрә.
Рөстәм Хәмитов ҡорамалдарҙың техник мөмкинлектәре менән танышты. Атап әйткәндә, республика башлығына гексапод роботты күрһәттеләр. Хәрәкәтләнгән машинаға компьютер идара итә. Әле белгестәр программа тәьминәтен камиллаштырыу менән шөғөлләнә.
Бынан тыш, лабораторияла виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеге өсөн программа эшләнә. Был комплексты медицинала, психологияла, шулай уҡ төрлө физик күренештәрҙе тикшереү ҡорамалы рәүешендә файҙаланырға мөмкин.