Ете тарафтан ете хәбәр13.01.2012
Яңы йылдан яңы тормош башлана

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе дүрт етемгә яңы фатир асҡыстары тапшырғандар.
Юрий Санников, Альбина Ғәлиуллина, Эльвира Абдрафиҡова, Александр Гусев яңы йылдан яңы тормош башламаҡсы. Эльвира ғаиләһе менән Олокүл ауылына күсәсәк, Александр тиҙҙән өйләнергә ниәтләй, йәш кәләше менән улар Константиновка ауылында нигеҙ ҡорасаҡ. Альбина менән Юрий район үҙәгендә төпләнергә булған. Бында тағы йөҙгә яҡын етем сиратта тора. Быйыл улар ҙа күптән көтөлгән фатир асҡыстарын ҡулға алырға өмөтләнә.
“Кармаскалинская новь”


Балта оҫтаһы балтаһынан билдәле

Хәйбулла районының Оло Арыҫланғол ауылында йәшәүсе өс уҙаман үҙ көсө менән оҙонлоғо — 20, киңлеге 3,5 метрлыҡ күпер һалған.
Ауыл халҡы Сик йылғаһы аша күпер һалдырыу мәсьәләһен күптән күтәргән, ләкин ул быға тиклем ыңғай хәл ителмәгән. Тау йылғаһы, йәйен-ҡышын хәүефһеҙ булһа ла, яҙғыһын һыу ташҡанда ҡотороп китеүсән. Республика Хөкүмәте тарафынан ауыл Советтарына төҙөкләндереү өсөн бүленгән аҡсаға арыҫланғолдар яңы күпер һалырға ҡарар иткән. Ғирфан менән Азамат Ибраһимовтар, Илшат Ҡужин ең һыҙғанып эшкә тотонған. Хәҙер ауыл халҡы күпер аша ҡурҡмайынса йәйәү ҙә, еңел машинала ла йөрөй.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”


Волейбол ярышы булды

Бөрйән районының мәҙәниәт һарайындағы спорт залында райондың йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге кубогына ойошмалар, предприятиелар, ауыл хакимиәттәренең ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол ярышы үтте.
Беренсе урынды Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, икенсе урынды — балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, өсөнсө урынды Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары алды.
“Таң”.


“Ҡазан бесәйендә ҡунаҡта” булғандар

Татарстан Республикаһында “Ҡазан бесәйендә ҡунаҡта” халыҡ-ара конкурсы үтте.
Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һарайында шөғөлләнеүсе “Әкиәт” бейеү коллективы (етәксеһе — Инна Серебрякова) ҡатнашып, эстрада бейеүҙәре номинацияһында беренсе урын яулаған.
“Стәрлетамаҡ эшсеһе”.


Сибайҙарға кино килеште

Сибай ҡалаһының “Тыныслыҡ” кинотеатры заман менән бергә атлай: күптән түгел бында өс үлсәмле кино залы асылды.
Кинотеатрҙың төҙөлөүенә 55 йыл тулыу уңайы менән тамашасыларға тәҡдим ителгән бүләк күптәрҙең күңеленә хуш килде. Кинозалды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысова ҡатнашты. Тап Эльвира Әхтәм ҡыҙы кинотеатрҙың һуңғы йылдарҙағы аяныслы хәлен республика етәкселегенә еткергән, күп тә үтмәй кинозалға капиталь ремонт эшләү өсөн аҡса бүленгән.
“Атайсал”.


18 секундта еңеүсе булған

Бөрө ҡалаһының “Будо” спорт клубында шөғөлләнеүселәр кумитэ буйынса Пермь ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы беренселегендә алтын һәм көмөш миҙалдар яулап ҡайтты.
Ярышта Пермь, Новосибирск, Екатеринбург, Өфө, Ижевск, Силәбе, Һамар ҡалаларының командалары ҡатнашҡан. Көмөш миҙал яулаған яҡташыбыҙ Владимир Ғиләжетдинов өсөн был тәүге мөһим ярыш булған. Евгений Андреев иһә иң ҡыҫҡа ваҡытта еңеүе менән барыһын да шаҡ ҡатырған: алыш ни бары 18 секунд барған.
“Победа”.


Сочиҙа гран-при яулағандар

Күмертауҙағы балалар сәнғәт мәктәбенең “Контраст” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Сочиҙа башланған XV “Европа өмөттәре” фестивалендә ҡатнашҡан.
Быйыл фестивалдә 10 илдән 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, күмертауҙар бәйгелә гран-при яулаған. Бөгөн еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы һәм гала-концерт үтәсәк. Сараны конкурстың сайтында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.
“Юшатыр”.


Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Кәримә УСМАНОВА әҙерләне.


Вернуться назад