Хоҡуғыңды бел!13.01.2012
Быйыл да гәзит уҡыусыларҙан юридик мәсьәләләр буйынса һорауҙар ҡабул итәбеҙ. Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Юрисҡа мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон йәшнигенә йәки беҙҙең почта адресы буйынса хат яҙып ебәрергә, телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Сетерекле хәлгә тарығанһығыҙ

— Бер нисә йыл элек ирем ҙур хужалыҡта эшләй ине. Етәксеһе унан предприятиеға кәрәк-яраҡ, шулай уҡ бизнесты үҫтереү өсөн кредит алыуын үтенде. Ике йыл дауамында совхоз кредит буйынса бурысын айыныҡын айына түләп барҙы, әммә бер йыл элек банкротҡа әйләнеп ябылды. Хәҙер кредитты түләй алмайҙар, беҙҙең дә аҡса юҡ.
Зәйтүнә, Мәләүез районы.


— Һорауығыҙ һәм хәлегеҙ бик сетерекле. Банк кредитты ике яҡ араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә бирә. Аҡса ирегеҙ исеменә алынғас, бурыс ҡайтарыу унан ғына талап ителә. Һорауығыҙҙа күп нәмә аңлашылмай. Мәҫәлән, ирегеҙ нисек итеп аҡсаны совхозға тапшырған? Әгәр был заем договоры буйынса эшләнһә, банкротлыҡ иғлан ителгән саҡта ирегеҙ совхоздың кредиторҙары иҫәбенә индерелгән булырға тейеш. Әгәр ҙә аҡсаны бер ниндәй ҙә килешеүһеҙ бирһә, совхоз уға ай һайын бурысын ниндәй документтарға ярашлы түләне икән? Предприятие бөлгәс тә, һеҙ үҙ кеҫәгеҙҙән түләүҙе дауам иттегеҙме? Ҡыҫҡаһы, һорауҙар күп. Кәңәшем шул: ҡулығыҙҙа булған барлыҡ документтарығыҙҙы тотоғоҙ ҙа юрисҡа барығыҙ. Банк менән кисекмәҫтән килешергә кәрәк, сөнки ул һеҙҙе судҡа бирәсәк. Был осраҡта суд приставтарының мөлкәтегеҙгә арест һалыуы ихтимал. Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.

Улар ҡурҡыта ғына

— “Русский стандарт” банкы картаһынан аҡса алдым да оҙаҡ ваҡыт бурысымды кисектермәй түләп барҙым. Аҙаҡ бөтөнләй түләүҙе туҡтаттым, сөнки бурыс артҡандан-арта барҙы. Унан суд ҡарары сыҡты, тик мин, уның менән ризалашмайынса, дәғүә белдерҙем. Әлеге ваҡытта миңә коллектор агентлығы шылтырата һәм бурысымдың уларға һатылыуы тураһында хәбәр итә. Тиҙ арала ҡапламаһағыҙ, бурысығыҙ ике тапҡырға артасаҡ, тип янайҙар. Был законлымы?
Руслан, Өфө ҡалаһы.


— Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексындағы 384-се статьяға ярашлы, беренсел кредиторҙың хоҡуҡтары яңы кредиторға шул уҡ күләмдә һәм шарттарҙа күсә. Шулай итеп, һеҙгә бурыстың ике тапҡырға артыуы янамай. Был — коллекторҙарҙың ҡурҡытыу өсөн ҡулланған сараһының береһе. Эште судҡа биреүҙе талап итегеҙ.

Атайығыҙҙың ризалығы кәрәк

— Ике бүлмәле фатирҙы дүрт кеше исеменә хосусилаштырғайныҡ. Унан һуң атай-әсәйем айырылышты. Атайым икенсегә өйләнде. Ул үҙенең өлөшөн яңы ҡатынына мираҫ итеп ҡалдыра аламы, беҙ быға ҡаршы сығырға хоҡуҡлымы? Хосуси милеккә алынған әлеге фатирҙы уның ризалығынан тыш дәүләткә ҡайтарып бирергә мөмкинме?
Әлиә, Нефтекама ҡалаһы.


— Атайығыҙ үҙ милкен нисек теләй, шулай файҙалана ала. Мираҫҡа ҡалдырырға ла хоҡуҡлы. Быға закон нигеҙендә ҡаршылыҡ күрһәтә алмаясаҡһығыҙ. Шулай уҡ хосусилаштырылған фатирҙы уның ризалығынан тыш дәүләт милкенә лә тапшыра алмайһығыҙ.


Вернуться назад