Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәре бик дөрөҫ икән. Салауат ҡалаһында оҫтаның да оҫтаһы барлығы хаҡында һөйләп, иҫемде китерҙеләр.
– Өлгөрбай ағай, бындай шәп егетте башҡалар ҙа белергә тейеш, — тинеләр.
Диван буйы булып һуҙылып ятҡан Константин Полянскийҙың башына ҡапыл елле уй килә. Алтын әйберҙәрҙе төҙәтергә тотонһа, нисегерәк булыр икән?! Әтеү аҡсаһыҙлыҡтан тамам алйыны бит. Юҡ, ул башҡалар кеүек сыйырсыҡ ояһындай бүлмәлә интекмәйәсәк. Уныһы өсөн әллә ниндәй ҡағыҙ-мағыҙ юллап бер булырһың, ҡуртым тигән нәмәһенә лә аҡсаны аҙ ҡайырмаясаҡтар. Ә ул бөтөнләй бүтәнсә эшләйәсәк. Элекке оҫталар хаҡында китаптарҙан аҙмы-күпме уҡып белә бит инде. Бер ҙә бәләкәс кенә бүлмә эсендә һөрһөп, йыбанышып, кемдеңдер ярҙам һорап килгәнен көтөп ултырмағандар. Үҙҙәре йөрөгәндәр. Ҡаланан – ҡалаға, ауылдан ауылға тәпәйләп, самауыр төҙәтергә бармы, итек яматырға бармы, тип һөрәнләгәндәр. Шулай итеп, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртҡандар, үҙҙәренә шәкәр-сәйлек аҡса эшләгәндәр. Бик шәп, бик хуп! Ниңә әле лә шулай итмәҫкә? Эштең һис ояты юҡ. Былай хатта һәйбәтерәк тә буласаҡ. Әллә күпме кешене оло-ҡара мәшәҡәттән ҡотҡараһың. Оҫтахана эҙләп, сиратта этелеп-төртөлөп, ваҡытты юҡҡа әрәм итмәҫтәр, исмаһам.
Тиҙҙән егет ең һыҙғанып эшкә керешә. Фатирҙан фатирға ишек шаҡый башлай. Иң беренсе булып Флүзә исемле ханымға тап була.
— Боҙоҡ алтын әйберҙәрегеҙ бармы? Булһа, һә тигәнсе йүнәтеп бирәм, осһоҙ ғына хаҡҡа. – Оҫта тәғәйен хаҡты әйткәс, ҡатындың ҡыуаныстан ауыҙы йырылды. Шунан ул биҙәүестәре һаҡлана торған ҡумтаһынан бер ус алтын сылбырын, балдаҡтарын килтереп сығарҙы.
— Эй, ундай әйберҙәр бер ҡосаҡ инде. Үҙегеҙ килеп ҡайһылай һәйбәт иттегеҙ әле. Эштән бушаған юҡ бит, ҡайтып инһәң, тиҙ генә сығып китеп булмай. – Ҡатын ул арала һәр бер әйберенең тарихын да сурытты. – Бына был балдағымды өйләнешкәндә ирем бүләк иткәйне. Әллә нишләп бармаҡтарым ҡапыл йыуанайып китте лә хәҙер сәтәкәйенә лә һыймай.
Көтмәгәндә пәйҙә булған оҫта-әфәнде биҙәүестәрҙе кеҫәһенә тыҡты ла:
— Матурым, фәлән-фәлән көндә алып килермен. Иҫән-аман булығыҙ, – тип хушлашып ары китте.
Икенсе осраҡта Анастасия исемле йәш кенә ҡыҙҙы тап итте. Уныһы өҙөлгән алтын сылбырын һондо.
— Бына ошоно ялғап бирһәгеҙ ине. Әтеү әллә ҡасандан бирле ята ла ята. – Оҫта уның менән дә һаубуллашып, һөрәнләүен дауам итте.
— Йүнәтергә алтын бармы? Осһоҙға ғына эшләп бирәм.
Нимәһен булһа ла төҙәттерергә теләүселәр ғәләмәт күп ине. Береһе — балдағын, икенсеһе алҡаһын табып алды. Заказдарҙың был тиклем дә күплегенә Константин үҙе лә бер талай аптырап ҡалды.
Ваҡыт үтә торҙо. Бер нисә көндән киләм, янсыҡтарығыҙҙы әҙерләй тороғоҙ, тигән төҙәтеүсе генә әллә нишләп күренмәне. Туҡта, туҡта, шул-шул урамда, шунса һанлы фатирҙа йәшәйем, тип әйткәйне түгелме ни? Киттеләр эҙләп. Тик береһе лә ундай фатирҙы таба алманы. Әллә төҙәтеүсене йорто-ние менән бергә ер уптымы икән? Ғәжәп!
Оҫтаны хоҡуҡ һағында тороусы ағайҙар эҙләп табырға булышты. Хәҙер уның үҙен алтын кеүек төҙәтергә ниәттәре!
Салауат ҡалаһы.