Матурлығы менән ҡалды күңелдә...04.03.2014
Матурлығы менән ҡалды күңелдә...
Ауыр юғалтыу, тәрән ҡайғы кисерҙек — хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ Флүрә Ғәндәлиф ҡыҙы Ғәниева, беҙҙән мәңгелеккә айырылып, баҡыйлыҡҡа күсте. Тормошто ихлас яратһа ла, һауығырға тырышһа ла, үкенескә ҡаршы, ҡаты сиргә ҡаршы тора алманы яратҡан, ихтирам иткән Флүрәбеҙ, 56 йәше тулыр-тулмаҫтан йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Шулай ҙа һуңғы һулышына ҡәҙәр йәшәүҙән төңөлмәне, табиптарҙың ҡөҙрәтенә ышанды, һауығырына өмөт итте.

Ауырыуына ҡарамаҫтан, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшен ташламаны, бирешергә теләмәй, тешен ҡыҫып булһа ла түҙҙе. Холоҡ-фиғеле шундай ине: ир-аттарса ныҡ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сабыр...
Беҙҙе ул күңеленең матурлығы менән дә һоҡландырҙы. Зауыҡлылыҡ, нәзәкәтлелек, итәғәтлелек — уны биҙәгән, асылын асҡан сифаттар ошолар ине... “Ине” тип үткән заманда хәтерләргә тура килеүе ҡайһылай аяныс... Уға йәшнәп йәшәргә лә йәшәргә ине бит әле.
Ғафури районының Ерек ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, үҫмер сағынан үҙенә юл ярып, юғары белем алған. Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған Флүрәнең хеҙмәт юлының ике тиҫтә йылы “Башҡортостан” гәзите редакцияһында үтте. Верстка буйынса инженерҙың ошо йылдар эсендә донъя күргән һәр гәзиткә ҡулдарының йылыһы, күҙ нурҙары һалыныуы һәм һаҡланыуы ғына ауыр юғалтыу һағышын бер аҙ баҫҡандай итә.
Ижади хеҙмәткәрҙәрҙән айырылып торған бер һыҙатын да телгә алып үтке килә Флүрә Ғәндәлиф ҡыҙының. Теүәл фәндәр буйынса белгес булғанғалыр, эш урынын гелән тәртиптә тотор, һәр әйберҙе зауыҡ менән урынлаштырыр, наҙлап-иркәләп гөлдәр үҫтерер ине. Китап уҡырға, кроссворд һәм сканвордтар сисергә яратты. Кемгәлер йомоғораҡ та күренгәндер, әммә уны яҡындан белмәгәндәр өсөн генә шулай тойолоуы ихтимал. Асылда иһә ихлас, балаларса шатлана белгән, тәбиғәтте, матурлыҡты яратҡан, сәнғәткә һәм фәнгә ғашиҡ дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ булып хәтерҙә ҡалды. Редакция коллективының Флүрә Ғәниеваны юғары дәүләт наградаһына тәҡдим итеүе лә юҡҡа булманы, сөнки ул намыҫлы хеҙмәте менән быға ысын мәғәнәһендә лайыҡ ине. Ярай әле, төбәгебеҙ башлығы ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алып, оло шатлыҡ кисереүен күреү бәхетенә өлгәштек.
Фани донъянан баҡыйлыҡҡа йомала күсте, яҙ һулышын һиҙҙергән салт аяҙ һәм ҡояшлы көндә ер ҡуйынына һалынды. Донъяға тәүге ауазы ла тап ошо мәлдә яңғыраған булған. Флүрә Ғәндәлиф ҡыҙына бәйле матур иҫтәлектәр күңелдәрҙән юйылмаҫ, яҡты хәтирәләр аша беҙҙең менән йәшәр ул.
Бәхил бул, хеҙмәттәшебеҙ... Йәнең йәннәттә булһын!
“Башҡортостан” гәзите
редакцияһы коллективы.


Вернуться назад