Социаль ярҙам күрһәтелә04.03.2014
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә мониторингты даими уҙғара.

Былтыр июль айында республиканың 28 районында һәм туғыҙ ҡала округында ошондай хеҙмәттәр өсөн дөйөм хаҡ үҫешенең билдәләнгән күрһәткестәрен тағы ла арттырыу ҡаралғайны. Был һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә аралаш субсидиялауҙы ғәмәлдән сығарыуға, йылы һыуға иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән тарифтар билдәләүгә бәйле.
Адреслы социаль ярҙамға эйә булыу тәртибе үҙгәрмәне тиерлек. Тик хәҙер ошо ярҙам күрһәтелһен өсөн 30 июнгә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Уны һорап, тәүге ярты йыллыҡ дауамында мөрәжәғәт итергә мөмкин – компенсация 2014 йылдың ғинуарынан иҫәпләнәсәк.
Адреслы социаль ярҙамды алыу өсөн ғариза, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе эшкәртеүгә ризалыҡ, Рәсәй гражданы паспортының нотариаль раҫланған күсермәһе, торлаҡҡа хужа булыуҙың йәки унан файҙаланыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен раҫлаған, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе сағылдырған документтарҙың күсермәһе, шәхси иҫәп йәки банк картаһы иҫәбе асыу тураһындағы договорҙың күсермәһе кәрәк.
Халыҡҡа социаль ярҙам буйынса республика үҙәге филиалдарына, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе күп йүнәлешле үҙәккә һәм уның филиалдарына, шулай уҡ ошондай вәкәләт бирелгән башҡа ойошмаларға мөрәжәғәт итеп, адреслы социаль ярҙам һорай алаһығыҙ. Уларҙың урынлашҡан ере ҡала һәм район хакимиәттәре сайтында күрһәтелгән.


Вернуться назад